Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Февраль 2020, 18:45

Ғорурланам!

Уға 17 йәш булғанда, Граждандар һуғышы осоронда, уны ылаусы итеп атҡа ултыртып алып китәләр. Бер кем бер нимә белмәгән... Ошо билдәһеҙлек 10 йыл дауам итә... Ата- әсәһе инде илап төңөлгәс, 27 йәшендә ҡайтып төшә. Ҙур табын ойоштороп ҡунаҡ булалар. 28 йәшендә Хәҙисә исемле ҡыҙға өйләнә.1929 йылда минең ҡәрсәйем Камила донъяға килә.

“Улар илгә Еңеү яулашты” конкурсына
Ғорурланам!
Хәҙерге аяҙ күгебеҙгә, тыныс тормошобоҙға шөкөр тейеп, Еңеү яулаған батырҙарға баш эйәм! Уларға мәңгелек дан!!! Минең ҡартҡартам Марҡабаев Муллағәли Саҙрый улы 1901 йылда Ағурҙа ауылында тыуған. Уға 17 йәш булғанда, Граждандар һуғышы осоронда, уны ылаусы итеп атҡа ултыртып алып китәләр. Бер кем бер нимә белмәгән... Ошо билдәһеҙлек 10 йыл дауам итә... Ата- әсәһе инде илап төңөлгәс, 27 йәшендә ҡайтып төшә. Ҙур табын ойоштороп ҡунаҡ булалар. 28 йәшендә Хәҙисә исемле ҡыҙға өйләнә.1929 йылда минең ҡәрсәйем Камила донъяға килә. Унан һуң инде – бер-бер артлы өс һылыуы Йәмилә, Гөлбикә, Миңзиһан һәм ҡустыһы Миңлеғәли. Матур тормош менән йәшәп ятҡанда, һуғыш башлана.
1941 йылдың декабрь айында ҡартҡартам армия сафына алына һәм 112- се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се атлы полкында (командиры – майор Таһир Күсимов) хеҙмәт итә. Иң олоһо Камила ҡәрсәмә ни бары 12-се генә йәш була. Муллағәли ҡартҡартама повестка килгәс, ҡәрсәмде саҡыралар, ул илап ебәрә (һөйләгән һайын күҙенән йәш тама). Ат егеп, бесән һалып оҙатырға сығалар. Тынлыҡ, һәр кем илай... Ағурҙа ауылының ос яғында ҡуш ҡайын ултыра, шунда тиклем баралар.Ҡартҡартам васыят итеп ҡәрсәмә әйтә: "Ҡыҙым, уҡый алмаҫһың инде,туғандарыңды ҡара".
– Ҡайтҡас, иҙәндә тәгәрәп йөрөп иланым, – тип хәтерләй ҡәрсәйем. – Һуғыш осоро – тормошомдың иң әсе ваҡыты булды”, – тип һөйләй һаман да.
Йылдар үтә һәм ҡәрсәйем шул ваҡыттарҙы иҫләп шиғыр яҙа:

Ағурҙам ауылы осонда
Ҡушлап үҫкән аҡ ҡайын.
Шул ҡайында һаубуллашты
Киткән саҡта атайым

Ҡуш ҡайыным төптәрендә
Үлән уртлай атҡайым.
Һуғыш ҡырҙарында ятып
Ҡалды минең атайым....

Күпме йылдар үтте,
Күпме һыуҙар аҡты,
Онотолмай күҙем ҡараһы.
Ниҙәр генә ҡаплап ҡараһам да
Ҡапланмай бит йөрәгем яраһы...

Ҡуш ҡайыным әле лә йәшәй,
Тәлгәш япрағын йәйеп,
Киткәндәргә һау бул тиеп,
Ҡайтҡандарға әйҙүк тип...

Һарғылт шәлен һалып иң башына
Ҡуш ҡайыным юлға төбәлгән...
Ул да атайымды көттөмө икән
Үҙе һаубуллашып ебәргән...

...Ҡуш ҡайыным хәҙер ныҡ ҡартайған,
Туҙған уның һары шәлдәре.
Башҡайҙарын түбән эйгән,
Ауыр уның да, ауыр хәлдәре.....

Ҡарт ҡартайым Курск өлкәһе, Полятинск районы Олёшки ауылы янындағы һуғышта 1942 йылдың 15 июлендә батырҙарса һәләк була һәм шунда ерләнә.

“Атайымдың васыятын тоттом, Аллаға шөкөр”, – тип ҡыуана ҡәрсәм. Һылыуҙарын уҡыта, бөтәһе лә ҙур ерҙә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Бәләкәс ҡустыһы Миңлеғәли атай нигеҙен ҡоротмай, шунда ҡала. Алдынғы тракторсы булып, бихисап грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
Ошо тарихты һөйләүсе, тыл ветераны, Юлдыбаева Камила ҡәрсәм булыуына ҡыуанам, улар менән ғорурланам! Бүтән һуғыш булмаһын!!!
Гөлйемеш Юлдыбаева.
Читайте нас: