Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
7 Февраль 2020, 00:00

Алтын бөртөгө (хикәйә)

Алты йәшлек Замир йүгереп өйгә инде лә шым ғына әсәһе янына килеп баҫты.Түрбашта ҡамыр баҫып тороусы Фирзинә, бойоғоп шымтайып ҡалған балаһына йылмайып ҡараны.- Минең алтын бөртөгөмә ни булған? Берәйһе ҡыйырһыттымы әллә балаҡайымды?- Әсәй! Тыума нимә була ул?- Аһһ! - Фирзинә янындағы ултырғысҡа сүгәләне.Йөрәген ҡапыл ҡоршау ҡыҫтымы ни.

Алтын бөртөгө.

Алты йәшлек Замир йүгереп өйгә инде лә шым ғына әсәһе янына килеп баҫты.Түрбашта ҡамыр баҫып тороусы Фирзинә, бойоғоп шымтайып ҡалған балаһына йылмайып ҡараны.
- Минең алтын бөртөгөмә ни булған? Берәйһе ҡыйырһыттымы әллә балаҡайымды?
- Әсәй! Тыума нимә була ул?
- Аһһ! - Фирзинә янындағы ултырғысҡа сүгәләне.Йөрәген ҡапыл ҡоршау ҡыҫтымы ни.
- Илгиздең әсәһе мине тыума тип әрләне.Минең атайым юҡмы? Әсәй, ҡайҙа минең атайым?!
Фирзинә белә ине бит ошо көндөң ҡасан булһа ла берәй заман килеп етерен.Һәм улының был һорауҙы ла бирәсәген аңлай ине. Тик был тиклем тиҙ булыр тип көтмәгәйне генә.Ҙурайғас аңлатырмын тип уйлай торғайны.Бәләкәс кенә баланың шундай итеп һорау алырын башына ла килтермәй ине Фирзинә. Ә улы әсәһенә күҙҙәренең уғын сәнсеп, ныҡышып һорау ала.Ҡатын нимә тип яуап бирергә лә белмәй баҙап ҡалды,ыҡ- мыҡ итте.
- Бәпесем, атайың үлде бит, тип ҡотолорға уйланы.
- Үлгән кешене зыяратҡа күмәләр.Зыяратҡа барайыҡ! - тимәһенме улы.
Фирзинә аптыранды, ә Замир ҡуйырҙан ҡуйманы.
- Атайымдың ҡайҙа ятҡанын күргем килә.

Алмабикә әбей менән Әхмәҙулла бабай ете балаға ғүмер бирҙеләр.Егәрле, матур ғаилә һаналды улар ауылда.Бабай сыбыртҡыһын һөйрәп ғүмере буйы көтөү көттө, ҡатыны быҙау ҡараусы булып эшләне.Хөкүмәт эшендә лә өйҙә лә өлгөрҙөләр.Тормоштары етеш, ҡорған доньялары ысыньяһау ине уларҙың.Доньяны икәүләп бер төптән егелеп тарттылар, шуғалыр ҙа тормоштары гөрләп алға барҙы. Әхмәҙулла бәһлеүәндәй ҙур кәүҙәле,киң яурынлы, асыҡ йөҙлө,телдәр кеше.Ҡатынын да балаларын да яратты.Алмабикәне ҡыҫҡартып, Алмаҡай тип кенә йөрөттө.Ике улы ла армиянан һуң хеҙмәттә ҡалдылар.Офицер улдары менән ғорурланды ул, улар тураһында һөйләгәндә хатта ауыҙынан төкөрөгө ҡойолоп китер ине.Ҡыҙҙарын әллә ни күрҙе. Һәр береһенең ҡушаматы бар.Биш ҡыҙ үҫте улар. Иң өлкән ҡыҙҙары Мәликә оҙон сәсле, аҡ ҡына йөҙлө булды.Атаһы ҡыҙын яратып һыуһылыуым тине. Унан ҡала Мәҙинә.Мәҙинә ғаиләләге иң уҫал ҡыҙ ине,бөтәһен өйөрөп,бойороҡ биреп тыңлата ине.Әхмәҙулла ҡарт икенсе ҡыҙына батшабикә тип исем таҡты. Әҡлимәләре малайҙар һымаҡ булды, ҡыҙҙар менән аралашманы.Малайҙар менән атыш уйнаны,футбол типте, ҙурайғас ағайҙарына эйәреп утынға йөрөнө.Бесән сапҡанда булыр булмаҫ ирҙәреңдән уҙҙыра ине.Мотоциклда йөрөнө,аҙаҡ машинаға ултырҙы.Атаһы ҡыҙына генерал тип исем ҡушты.Генерал уҡ булмаһа ла ҡыҙ юғары үрләне.Афганистанда хеҙмәт итеп ҡайтты.
Фәриғәләре йоҡаҡ ҡына кәүҙәле, йыуашыраҡ, тыныс холоҡло булып үҫте. Әллә ҡарау етмәнеме, ҡыҙ бәләкәйҙән йыш ауырыны.Күбеһенсә өйҙә генә ултырҙы.Бар белгәне йыуыу- йышыу,бешереү төшөрөү,бәйләү- тегеү булды.Әсәһе янында күбеһенсә ул йөрөнө.Атай әсәһе лә ҡартайғас үҙҙәрен ошо ҡыҙҙары ҡарар тип өмөтләнделәр.Өмөтбикә тине уны атаһы, йәнәһе лә бөтә өмөттәре ул микән?
Иң кинйәләре Фирзинә иркә,тиктормаҫ,үҙһүҙле булып үҫте.Әсәһе әҙерәк ҡатыраҡ тоторға тырышһа ла, атаһы иркәләтте ҡыҙын. Алтын бөртөгөм тип кенә йөрөттө үҙен.Кинйә ҡыҙҙы ағайҙары ла апайҙары ла ҡулдан- ҡулға йөрөтөп, аяғын ергә тигеҙмәй тиерлек күтәреп кенә йөрөтөп үҫтерҙеләр. "Өф" итеп кенә.Бигерәк Фәриғә апаһы яратты һеңлеһен.Матур матур күлдәктәр текте, сәсен һәр көн төрләндереп үрҙе.Әхирәттәре араһында Фирзинә иң бай,иң матур һәм иң бөхтә ҡыҙ булды. Бер ҡайғыһыҙ,моңһоҙ,шат,шаталаҡ булып үҫте ул.
Әсәләре Алмабикә апай төҫкә матур, ипле ,эшкә бөтмөр ҡатын булды.Ҙур, матур,татыу ғаиләһе менән бәхетле ине ул.
Апайҙары бер- бер артлы кейәүгә сығып китеп бөттөләр.Фәриғә генә ауылға сыҡты. Каникулдарҙа алмашлап дүрт апаһында ҡунаҡ булып йөрөр ине Фирзинә. Тормоштоң ауырлығын күрмәгән ҡыҙ бер нигә лә иҫе китмәй йәшәне.Апайҙары,ағайҙары саҡырып тора, аҡсаһын күпме кәрәк бирәләр,ни теләһә шул алдына килеп кенә тора.Атай әсәй ҙә әллә ни эшкә ҡушмай,әсәһе үҙе шәп.Ҡушмаһалар ҙа Фирзинә ҡул ҡаушырып тик ултырмай ул, әсәһенә ярҙам итә.Фәриғә апаһы больнистан сыҡмай,уның доньяһын да балаларын да ҡарау Фирзинәнең елкәһенә төшә.Мәктәпте бөткәс ҡыҙ уҡырға теләмәне, институт бөтөп эшләмәй өйҙә ултырған Фәриғә апаһына төрттөрҙө, ыҙалап ниңә уҡырға, ирҙең ыштанын йыуырға диплом кәрәкмәй тип ебәрҙе.
Фәриғә өсөнсө бәпесенә йөклө ине,больницаға һалдылар.Өйөндә һеңлеһе ҡалғас Фәриғәнең күңеле тыныс.Алһыуы менән Айгөлө ҡараулы.Рәхимйәне көнө буйы эштә, автобус водителе булып эшләй ул.Фирзинә ашарға бешерә,өҫтәрен йыуа.Һыйырын һауырға ғына ҡурҡа,уныһын күршеһенә әйткән Фәриғә.
Рәхимйән телгә бөткән,татлы һүҙле,шаян,баҫҡан ерендә ут сәсрәтеүсе ир.Балдыҙын ҡосаҡлаған,үпкән булып шаяртырға ярата.Инде егерменсе йәше менән барған еткән ҡыҙ еҙнәһенең холҡона өйрәнеп тә бөткән ине.Апайҙары ла һеңлеләренең еҙнәләре менән шаярыуына ғәҙәти хәл итеп ҡаранылар.Өлкән еҙнәләре саманан сыҡманы,Рәхимйән өсөн генә кәртә юҡ ине.Уның ҡосаҡлап алып ҡайнар тынын бөркөүен, биленә төртөп үтеүен,уйламағанда күтәреп алып өйөрөлтеүен тыныс ҡабул итте.
Утыҙ биш йәшлек ирҙең типһә тимер өҙөрлөк,ҡаны ҡайнап торған сағы.Ҡатыны йөклөлөкте ауыр үткәрә,унда ире ҡайғыһы юҡ.Ике балаһын саҡ тапҡайны,Рәхимйәнгә ул табам тип өсөнсөһен уйланы.Хәҙер больнистан ҡайтып килмәй.
Эргәлә генә шундай сибәр, һомғол буйлы, йәш ҡыҙ ҡолонсаҡтай уйнаҡлап йөрөгәндә нисек түҙергә һуң?
Ваҡ- төйәк эште теүәлләп, киске тамаҡты ашап һауыт- һабаны йыйыштырып, балаларҙы йоҡлатып Фирзинә лә ятты.
Иҙерәп йоҡоға талған ҡыҙ,үҙен көслө ҡулдарҙың ҡыҫып ҡосаҡлауына уянды.
Читайте нас: