Быйыл ҡар күп булыу сәбәпле, беҙҙең Ейәнсура юлсылары үҙҙәре генә өлгөрә алмайҙар. Ярҙамға яңы көс килде. Ике бульдозер һәм бер штыкоротор район юлдарын ҡарҙан таҙартырға ярҙам итә. Әбйәлил районы юл хужалығынан Илдар Дәүләшин Үрге Һарыбилгә барған юлды әрсәләгәс, Яҙғыйортҡа - Самаҙы янындағы гел ҡар һала торған ергә килде. Беҙ уны эш мәлендә төшөрөп алдыҡ.