Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
8 Февраль 2020, 00:00

Алтын бөртөгө (хикәйә). Икенсе бүлек

Фирзинә ҡаршылашманы.Был хәлдең ҡасан булһа ла бер килеп буласағын һиҙенә ине ул...

Алтын бөртөгө.
Икенсе бүлек.

Фирзинә ҡаршылашманы.Был хәлдең ҡасан булһа ла бер килеп буласағын һиҙенә ине ул. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙҙа үҙен иң матуры итеп тойоу, үҙен генә яраттырыу тойғолары көслө ине.Ул һәр ваҡыт аптырап уйлана торғайны,нишләп кешеләр үҙҙәренә тиң йәр һайлай белмәүенә.Мәҫәлән,Фирзинәнең уйынса, шаян һәм сибәр ут кеүек Рәхимйәнгә сирләүҙән башы сыҡмаған Фәриғә апаһы һис кенә лә тиң түгел ине.
Фирзинәнең артынан бишенсе кластан алып үҙенән ике класҡа юғары уҡыусы Хәмит йөрөнө. Хәмит тә ут кеүек егет, тик Фирзинә тиңдәш егеттәрҙе һанға һуҡманы.Уларға бала сағаға ҡараған кеүек ҡараны. Ә Рәхимйән еҙнәһе бөтөнләй башҡа ине шул, ҡыҙ үҫкән һайын еҙнәһенә нығыраҡ ғашиҡ була барҙы.Күңелендәге осҡон яйлап ут ялҡынға әүерелә барҙы, шул ут ялҡын тиҙҙән бөтә ғаләмде ялмап алды.Башын юғалтҡан ҡыҙ бер ниҙә уйлай алманы, ирҙең ҡосағына үҙе ырғыны.
Гел генә уны һөйҙөләр,яраттылар һәм иң яҡшы бөтә нәмә "алтын бөртөгөнә" генә тейеш ине.Мин - мин тип кенә үҫкән самаһыҙ тәкәббер ҡыҙҙың күңелендә башҡаларҙы уйлай белеү, туғанлыҡ хисе, яҡындарың алдында һаҡланырға тейешле бурыс, тоғролоҡ кеүек сифаттар бөтөнләй юҡ ине.Үҙен һөйөп, иркәләп үҫтергән ҡан туғаны Фәриғәне йәлләү, уның күңелен уйлау башына инеп тә сыҡманы Фирзинәнең.Аша атлап сығырға тейеш булмаған кәртәне емереп атлап сыҡты ҡыҙ.
Шундай көслө, ҡыйыу һәм тирә- яҡҡа нур сәсеп тороусы ир-егеттең бары тик үҙенә генә тиң була алыуына иманы камил ине уның.
Бәпәйҙән көс- хәл менән бушанып,саҡ аяғына баҫҡан апаһын да, еҙнәһенең үҙенән күпкә өлкән икәнен дә, апаһының береһенән- береһе вағыраҡ өс балаһын да,атай- әсәһен дә уйламаны ҡыҙ.
Күптән урғылырға әҙер булған вулкан ярһып атылды.Доньяның аҫты-өҫкә әйләнде, янып-ярһып һөйҙө ул еҙнәһен.
Шундай ҡайнар һөйөүгә ҡаршы торорлоҡ ир заты юҡтыр ул доньяла.Ирҙең аҡылы юйылды,күңеле аҙҙы, аҙаҡ ни булырын уйламанылар икеһе лә.
Һәр бер бәхетһеҙлектең башы, ярһыу алдан, аҡыл арттан була икәне был юлы ла өҫтөнлөк итте.
Ялҡынлы һөйөшөү Фәриғә больницанан ҡайтҡас та дауам итте.Ҡасып- боҫоп,мунсала йәки кәртә артында осрашыуҙар йышайҙы.
Бәпесен саҡ табып алған Фәриғә оҙаҡ мандый алманы.Ул бер нимә лә һиҙмәне, үҙ яйына йәшәй бирҙе.Иң яҡын һәм ҡәҙерле кешеләренең хыянаты уйына ла инеп сыҡманы.

Күпмелер ваҡыттан һуң Фирзинә үҙҙәренә ҡайтты, апаһы ҡайтмайыраҡ тор тиһә лә тыңламаны.
Сабыйын күтәреп атай йортона хәл белешә килгән Фәриғәне әсәһе сеңләп илап ҡаршыланы.
- Ҡәһәр һуҡҡыры! Күпме әйттем атаңа, ҡыҙ баланы шыйыҡ сыбыҡ менән ярып үҫтерер кәрәк.Атаң иркәләтте бит.Ана ултыра "алтын бөртөгө" бүлмәһенән сыҡмай... Ауырлы тиҙәр бит,бөтә ауыл шаулап һөйләй,мин бер нәмә белмәй йөрөйөм.Өйөңдәге хәлде күршеңдән һора тиеүҙәре шулдыр инде.
Әсәһе туҡтамай иланы ла иланы,һөйләне лә һөйләне.Сеңләп илаған әсәһен нисек йыуатырға белмәгән Фәриғә йыуаш ҡына өндәште.
- Аһ, аһ... Сығып та йөрөмәне лә баһа,егеттәр менән йөрөгәне лә тойолманы бит әле.
- Кеше араһына сығырлығымды ҡалдырманыыыы , Алмабикә апай сеңләп иланы ла иланы.Ҡартайып, кесерәйеп киткән атаһы түргә үтергә ҡыймаған етем балалай, ишек төбөндәге ултырғыста ултыра ине.Башын эйеп кенә өндәшмәй,тубығын ыуғылап ултырған атаһын нығыраҡ йәлләне Фәриғә.Уның ни уйлағанын белерлек түгел, һиҙҙермәй генә уфтана ла уфтана.Исмаһам бер һүҙ әйтһәсе.
Алмабикә апай балаларына ҡатыраҡ булды, атайҙары иркәләтте уларҙы.Нисәмә бала үҫтереп ундай бындай хәлгә тарыманылар.Кинйәләре оятҡа ҡалдырҙы уларҙы кеше араһында.Әлбиттә,таяҡтың йыуан башы атайға төштө.
Фәриғәнең һеңлеһе менән һөйләшергә тырышып ҡарауы ла һөҙөмтә бирмәне.Үҙ бүлмәһенә бикләнгән Фирзинә ишекте асманы.Фәриғә ҡайтып китте.Иренә булған хәлде аптырап һөйләне.Рәхимйәндең төҫө ҡасты.Уйындан уймаҡ сығырын уйламағайны шул ул.Әлегә береһе лә белмәйҙәр ахрыһы боҙоҡлоҡтоң башы ул икәнен, белһәләр ни буласаҡ,күҙ алдына килтерергә ҡурҡты ул.Рәхимйән төнө буйы йоҡламаны, тәмәке артынан тәмәке тартып тупһала таң һыҙылғанса ултырҙы.Хәҙер нишләргә инде? Фәриғәһе кисерерме һуң уны?Ҡайны-ҡәйнәһе күҙенә нисек ҡарар? Әсәһенә нисек күренер?Ир ҡара ҡайғыға батты.
Иртәнсәк тороп, өй тирәһендәге ваҡ- төйәк эшен теүәлләгәс,Фәриғә тағы атай йортона юлланды.
- Бәпәй йоҡланы,ҡараштырып тороғоҙ.Плитәлә ит ҡайнай,байҡарһығыҙ.Мин оҙаҡламам,барып хәлдәрен белеп киләйем, тип иренә һәм ҡыҙҙарына фарман бирҙе лә сығып йүгерҙе.
Рәхимйән бер гонаһһыҙ,бер ҡатлы,кеше өсөн йәнен бирергә әҙер ҡатынын йәлләп,йотлоғоп ҡарап ҡалды.Был тормош шулай үкенестәрҙән генә торамы икән ней? Иң үкенеслеһе,больницанан ҡайтҡаны бирле Фәриғәһен бер тапҡыр ҙа ҡосаҡламаны, һөймәне.Ярата бит ул Фәриғәһен,ярата.Тик ниндәй шайтан ҡотортто һуң уны? Нимә етмәне уға?Матур ғына барған тормошон үҙ ҡулдары менән емерҙе.Артабан нисек йәшәргә?
Рәхимйәндең башы ҡатты.

Дауамы бар
Читайте нас: