Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2020, 15:40

Роза апайға - юбилей миҙалы

РОЗА МӘҺӘҘИ ҠЫҘЫ ИҘРИСОВА бөгөн оло ҡыуаныс кисерә: уны Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыу уңйынан ҡотларға, ил Президенты Владимир Путин Указы менән булдырылған юбилей миҙалын тапшырырға

РОЗА МӘҺӘҘИ ҠЫҘЫ ИҘРИСОВА бөгөн оло ҡыуаныс кисерә: уны Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыу уңйынан ҡотларға, ил Президенты Владимир Путин Указы менән булдырылған юбилей миҙалын тапшырырға ҡасандыр үҙе 40 йылға яҡын ғүмерен үткәргән НАДЫМ ҡалаһынан килеп еткәндәр. Роза апай үҙе - Ҡарабәрҙе ҡыҙы. Надымда 1975 йылдан йәшәгән һәм эшләгән. Иҫәнғолға күптән түгел ҡайтҡан. "Бында ваҡытлысамын, - ти ул. - Торған ерем - Надым". Уны бөгөн ҡотларға Надым ҡалаһы мэры урынбаҫары Вадим Таскалев, ҡала хакимиәте хеҙмәткәре Андрей Жарков килгәйне. Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә уҡырһығыҙ.
РОза апайҙы беҙ ҙә ҡотлайбыҙ! Һуғыш осоронда күргән михнәттәр ҙә, унан һуң Алыҫ Себер тарафтарында ауыр шарттарҙа эшләргә тура килеү ҙә Һеҙҙең рухты һындыра алмаған. Һеҙ йәштәргә өлгө булып тораһығыҙ! Иҫәнлек-һаулыҡ Һеҙгә!
ӘЙткәндәй
2019 йылдың 13 июнендә РФ Президенты Владимир Путин «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл» юбилей миҙалын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Указға ярашлы, был миҙал менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрбиҙәр, партизандар, тыл эшсәндәре, концлагерь тотҡондары бүләкләнәсәк.
#75летпобеды #годпамятииславы #великаяотечественнаявойна
#вов #деньпобеды #великаяпобеда #победа
Читайте нас в