Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
9 Февраль 2020, 00:00

Алтын бөртөгө (хикәйә) Дауамы

Фәриғә лә бер ни ҙә эшләй алмай инде, атай - әсәһе лә һеңгәҙәп ҡалған.

Дауамы.

Фәриғә лә бер ни ҙә эшләй алмай инде, атай - әсәһе лә һеңгәҙәп ҡалған. Була торған хәл булған, инде ҡалайтаһың башты ташҡа бәреп булмай.Бары тик егетенең кем икәнен белеп, баланы етем итмәүҙе генә һорарға теләүе ине уның.Тик Фирзинә бүлмәһенә бикләнгән дә бер кем менән дә һөйләшергә теләмәй.Атаһы өндәшмәй,әсәһе ҡарғанып илауҙан башҡаны белмәй,Фәриғә әсәһе менән ҡуша илаша ла ҡайтып китә.
Оҙаҡламам тиһә лә, оҙағыраҡ ултырып ташлаған.Ҡайтһа ире күренмәй,берәй ергә сыҡҡандыр.Ике ҡыҙы ишек алдында күрше ҡыҙҙары менән сынаяҡ уйнай.Бәпес ҡоласын ташлап һаман иҙерәп йоҡлай ине.
- Йоҡосо, ҡалай оҙаҡ йоҡлайһың, Фәриғә бәләкәсен һөйгөһө килеп ипләп кенә танауынан, биттәренән үбеп алды.Тәмле генә еҫтәрен бөркөп, иҫ белмәй йоҡлаусы сабыйын еҫкәп-еҫкәп яратты ла, турбаш яғына сыҡты.Иттең һурпаһы ҡайнап бөтә яҙған.Фәриғә асыуһыҙ ғына һуҡрана- һуҡрана аш йүнәтергә тотондо.Ул арала күршеһе Вәзимә килеп инде.Фәриғә өҫтәлгә туралған итен ултыртты, ҡомалаҡ еҫтәрен аңҡытыусы хуш еҫле икмәген телде.
- Маҡтап ҡына йөрөйһең, күршекәйем.Хәҙер аш өлгөртәм.
Аш бешеп сыҡҡас, ашап алдылар ике күрше.Шунан һөйләшә- көлөшә баллап- вәринйәләп сәйгә керештеләр.Күберәге Фәриғә һөйләп көлдө,Вәзимә генә ултырған урынына энә ҡаҙалғандай борғоланды, күршеһенә ниҙер әйтергә теләгәндәй уҡтала биреп ҡуйҙы ла тағы туҡтаны.
Вәзимәнең күҙе осло, өҫтәл ситендә ятҡан дәфтәр битен ингәс тә үк абайлағайны,арлы- бирле булһа ла күҙ сите менән генә нимә яҙылғанын да уҡып өлгөрҙө.Күршеһенең үҙен тотошона ҡарап уҡымағандыр,күрмәгәндер тип уйлап ,нисек әйтергә белмәй боршаңлап ултырыуы ине уның.Ахырҙа түҙмәне:
- Күрше, бынау ҡағыҙҙы күрмәнеңме әллә?
- Ниндәй ҡағыҙ? - Фәриғә иғтибарһыҙ ғына һораны.
- Рәхимйәнең яҙған түгелме?
Фәриғә бер ни аңламай ҡағыҙға күҙ йүгертте.Рәхимйәне яҙған шул.Ғәфү үтенгән.Хушлашҡан.Аһ,аһ! Ҡайҙа киткән уның Рәхимйәне?! Фәриғә бер нимә лә аңламаны, аптыраулы ҡараштарын күршеһенә төбәне.
Әйтерһең дә, әле генә ҡояш балҡып торған күк йөҙөн ҡара болот ҡапланы.Фәриғәнең аяҡ аҫтынан ер шыуҙы.Инде хәлдең айышына төшөнгән ҡатын, ҡырҡылған ағастай иҙәнгә ҡоланы.
Вәзимә ирен алып килде,врач саҡырттылар.
Рәхимйән алыҫ китмәгән,утын һарайына инеп аҫылынған ине.
Кеше доньянан киткәндә була торған ҡәҙимге ығы- зығы башланды.Рәхимйәнде ҡалаға экспертизаға алып киттеләр.Уны кире алып ҡайтҡанда көн кисләгәйне инде.Әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе, һеңлеһе менән кейәүе һәм ауылдаштары йыйылды.
Врач килеп укол эшләгәндән һуң әҙерәк тынысланған Фәриғә иренең баш осонда ултырҙы.Керпек ҡаҡмай иренә текләп ултырыусы ҡатын, уның үлеменә ышанғыһы килмәне.Юрый ғына яталыр кеүек тойолдо уға.Хәҙер һикереп торорҙа ҡосаҡлап алыр,шарҡылдап көлә-көлә күтәреп өйөрөлтөр һымаҡ тойолдо.
- Ҡурҡтыңмы? Шаярттым ғына бит.
Фәриғә бының шулай түгеллеген аңлаһа ла һаман өмөтөн өҙгөһө килмәне.Нишләп кенә бындай юлға барҙың һин? Ғәфү итмәҫ инемме ни мин һине? Әгәр һин уны һайлаһаң мин бит һиңә сат йәбешмәҫ инем,Фәриғә бер туҡтауһыҙ әрнеп уйланды. Үҙе менән ире араһына ингән һеңлеһенә инде нисек ҡарарын да,уның менән нисек һөйләшерен дә уйламай ине әле ул.
Бөтәһен дә аптыратып Фирзинә килеп инде.Юҡ, әлегә бер кем дә бер нимә белмәй әле, уның килеүенә лә аптырамаҫтар ине лә,ҡылығына бөтә кеше "аһ" итте.
Берәүҙән дә тартынып тормай Рәхимйәндең өҫтөнә үкереп илап ауҙы ул.Биттәренән,маңлайынан үбә-үбә , ҡысҡырып һөйләнеп иланы ул.
- Ниңә мине ташлап киттең?! Ошо хәлгә ҡалдырып ташларға хаҡың юҡ! - Фирзинә йоҙроҡтары менән Рәхимйәндең күкрәген төйҙө.
Фәриғә шаҡ ҡатты.Әхмәҙулла ҡарт башын түбән эйҙе, һәр кем ни эшләргә белмәгәндәй шаңҡып ҡалды.Рәхимйәндең һеңлеһе Зилфә Фирзинәне елтерәтеп тартып торғоҙҙо ла,этеп-төртөп тигәндәй тышҡа алып сыҡты.
- Кит, йүнһеҙ! Мәйет өҫтөндә ни ҡыланыуың был? Ярамай улай.
- Мин хәҙер нишләйем, үлеп ҡотолдо,сволочь! Ә мин нишләйем?!
Шашынған Фирзинәгә ҡарап торған Зилфәнең аңына яңы барып етте барыһы ла.
- Ах! Һинме ней әле бола башлығы.Һинең арҡаңда ағайым үлеп ятамы ней?! - хәҙер инде Зилфә шашты. Фирзинәне йығып алып типкеләүсе ҡатынды тышта тороусылар саҡ айырып алдылар.

Әйҙәгеҙ, яҡындары хушлашып күреп ҡалығыҙ.Тәрбиәләгәндән һуң йөҙөн асырға ярамай, тип ҡарттар рөхсәт биргәс туғандары Рәхимйән менән хушлашып сыҡтылар.
Ҡатын- ҡыҙға зыяратҡа барыу тыйыла тиһәләр ҙә,был яҡта тыймайҙар. Һәр кем ҡатыны,әсәһе, ҡыҙы барып хушлашырға, ҡәберенә тупраҡ ташларға хаҡлы тине мулла.Бары тик йөклө йәки йөрәк ауырлыларға ғына бармаҫҡа тигән кәңәшен бирҙе.Фәриғә барҙы.Фирзинә лә барҙы, тик ул кеше сығып бөткәнсе инмәне,зыяраттың тыш яғында торҙо.Кешеләр шым-шым бышылдашты, күбеһе уны ғәйепләне,Фәриғәне йәлләнеләр.
Өсөн уҡытҡанда һөмһөҙләнеп килгән Фирзинәнең юлына Зилфә арҡыры төштө.
- Еләктәй еңгәмде ирһеҙ,өс балаһын атайһыҙ ҡалдырҙың! Ҡабат был тупһаға аяҡ баҫаһы булма!
- Баҫмаҫмын да, теләһәм һинең иреңде лә тартып алырмын!
Көлә- көлә сығып киткән Фирзинәнең артынан бар халыҡ аптырап, баш сайҡап ҡалды.
Ир-ат өсөн ҡатын- ҡыҙ заты үлешергә әҙер икәненә тағы бер ҡат инандым. Тере саҡта ғына түгел,үлгәс тә талаш тартыш дауам иткән осраҡтар күп.Үҙенең законлы ире булһа ла Фәриғә талашмаҫ ине,әгәр Рәхимйән мин башҡаны яратам тиһә,ҡаршы төшөр инеме ни һуң? Ул бит аңлашманы ла ташлап китте лә барҙы.Иң аянысы ошондай юлды һайлауы ине уның.Фәриғә һеңлеһен әрләмәне лә,ҡарғаманы ла.Уның башына ла аҡылына ла һыймай ине был хәл.Ул бит абайламай ҙа ҡалған.Уның бәләкәс кенә, иркә генә һеңлекәше ҡайһы арала шулай уҫал һәм яһил ҡатынға әүерелгән? Фәриғәнең өҫтөнә һыуыҡ һыу ҡойолғандай өшөнө,ҡалтыранды.Фәриғә ҡабат атай йортона аяҡ баҫманы,Фирзинә уларға килмәне.Ике бер туған ирешмәне талашманы,өнһөҙ генә сит -ят кешеләргә әүерелде.Әсәйҙәре Фирзинәне ҡарғаны, Фәриғәнән ҡайтып килмәне.Атай кеше уныһын да йәлләне,быныһын да йәлләне.Ике уртала ҡаңғырып йөрөй бирҙе.

Өлкәндәрҙең ҡылған яңылыш хаталарында гөнаһһыҙ сабыйҙың ни ғәйебе бар? Мәле еткәс ней, доньяға ауазын һалды ул.Ап- аҡ шалҡандай малайҙың ер йөҙөнә килеүенә ҡыуаныусыларҙың һаны ла күп түгел ине.
Әсәй булыу бәхетенең ни тиклем татлы ла,ғазаплы ла булыуын үҙе әсәй булған кеше генә аңлайҙыр.Фирзинә лә бәхеттең етенсе ҡатындағылай тойҙо үҙен.Уның өсөн доньяла ошо татлы төргәктән башҡа ҡәҙерле бер ниҙә юҡ ине бөгөн.
Сабыйҙы тағы бер кеше ҡолас йәйеп ҡаршыланы.Әхмәҙулла ҡарт.Ейән һөйөргә зар интизар булған ҡарт ҡыуанысынан илап ебәрҙе хатта.Сөнки бер балаһының да улы булманы,бөтәһендә лә ҡыҙҙар ине.
Тәүге һәм бер бөртөк ейәненә Замир тип исем ҡуштылар.
Алмабикә әбей баланы ҡарашһа ла һөймәне.Хәтере ҡалған әсәй ҡыҙын кисерә алмай ыҙаланды. Урамға сығып ғәйбәт ишетеп ҡайта ла тотона ҡыҙын әрләргә.
Ә Фирзинә сабыйына биш ай тулыр тулмаҫтан имсәк ташлатты.Юҡ,анауынса сибәр ҡыҙ балаға батып өйҙә ултырырға теләмәне.Кис етһә,һыланып- һыйпанып сығып юғалды,таң атҡас ҡына ҡайтып инде.Бала тулыһынса өләсәһе менән ҡартатаһы ҡарамағында ҡалды.
Ауылдың һүҙсән ҡатындары Фирзинә тураһында ҡырҡҡа түкмәстереп һөйләнеләр.Шуның ире менән йөрөй, бының ире менән тотолған тигән һүҙҙәр,күк йөҙөндәге ҡара болоттарҙай ҡуйырғандан- ҡуйырҙы.Зилфәнең ире Илһам менән ҡаңғыра тигән хәбәр таралды ауылда.
Зилфә күпме баҫтырһа ла тота алманы уларҙы.Өйҙә ызғыш- талаш көсәйҙе.Ире күҙгә ҡарап йөрөмәйем тип ант итте Зилфәгә.Фирзинә осрап бер ҡаш һикертһә,доньяһын онотто.
Ахырҙа,Зилфә сыҙаманы, күтәреп һуғып әсәһенә ҡайтып китте.
Дошман еңелде.Артабан Илһам менән осрашыуҙың ҡыҙығы юҡ ине Фирзинә өсөн.Кешене күрәалмау, көлөү һәм үс алыу кеүек хистәрҙән башҡа тойғолар юҡ ине уның күңелендә.Ул шаярҙы,көлдө,һәр бер күҙгә күренекле иргә ҡармаҡ ташланы.Бөтәһе лә булмаһа ла күптәр ҡапты шул ҡармаҡҡа.Күпме ҡатындар күҙ йәшен түкте.Күпме балалар өйҙәге талаш- тартыштан ыҙа сикте.Ә күпмеләре айырылышты.Әммә,бер нимә лә мәңгелек түгел,һәр нәмәнең сиге була.
Алмабикә апай магазинға барып ишетеп ҡайтты был хәбәрҙе.
Фирзинә тағы ауырлы тиҙәр ҙә баһа,әйбер алыуҙан бигерәк, ғәйбәт һөйләшеү өсөн йыйылған ҡатындар Алмабикәне әллә күрмәнеләр,әллә күрмәмешкә һалыштылар,сыр-сыу килеп Фирзинәне тикшерҙеләр.
Һуңғы осорҙа Әхмәҙулла ҡарт ауырып китте,күбеһенсә ятып ҡына торҙо.Һәм оҙаҡ та тормай был доньяны ҡалдырып китеп тә барҙы.Ҡартын ерләгәс саҡ йөрөгән әсәһе Фәриғәһенә күсте.
Ҡасандыр гөрләп торған атай йортонда Фирзинә улы менән яңғыҙ ҡалды.

Дауамы бар
Читайте нас: