Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль 2020, 13:00

Бөгөн - Халыҡ-ара стоматологтар көнө

Теш тиһәләр, ҡотоғоҙ осамы, әллә, киреһенсә, дауаларға йөрөргә яратаһығыҙмы? Ҡурҡһағыҙ, ҡурҡмаһағыҙ ҙа, бөгөн бөтә планета буйынса Халыҡ-ара стоматологтар көнө билдәләнә.

Теш тиһәләр, ҡотоғоҙ осамы, әллә, киреһенсә, дауаларға йөрөргә яратаһығыҙмы? Ҡурҡһағыҙ, ҡурҡмаһағыҙ ҙа, бөгөн бөтә планета буйынса Халыҡ-ара стоматологтар көнө билдәләнә.
Тештәр, стоматологтарға бәйле мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, бик ҡыҙыҡлыларына ла юлығабыҙ. Мәҫәлән, Ҡытайҙа тештәргә бик һаҡсыл һәм хөрмәт менән ҡарайҙар. Хатта илдәрендә «Үҙеңдең тештәреңә һөйөү көнө» тигән байрам да булдырылған.
Төмәндә балалар стоматологына һәйкәл ҡуйылған. Ул 3-сө стоматология поликлиникаһының балалар бүлексәһенә урынлаштырылған. Йәш табип йылмайып бер ҡулында ҙур теште тотоп торһа, ә эш ҡоралын артына икенсе ҡулы менән йәшергән.
1999 йылдың 19 апрелендә Америкалағы Аризона штатының Финикс ҡалаһында «Сәләмәт йылмайыу өсөн» акцияһы үтеүе иғтибарҙы йәлеп итә. Бында 1 мең 365 мәктәп уҡыусыһы йыйылып, теш щеткаһы рәүешендә баҫып, бергә генә 3 минут та 3 секунд буйына тештәрен таҙарта.
Читайте нас в