Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль 2020, 20:00

Балалар ҙа яратыр

Бик файҙалы ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ, дуҫтар. Мейестә бешерелгән ҡарабойҙай менән тауыҡ итенең тәмлелеге! Әйткәндәй, ул спортсыларҙың яратҡан ашы икән. Балалар ға ла оҡшай.Был ризыҡты әҙерләү өсөн беҙгә 1,5 стакан ҡарабойҙай ярмаһы, тауык ите (боттары, түше) – 600 грамм, башлы һуған, өс тырнаҡ һарымһаҡ, 1,5 аш ҡалағы көнбағыш майы (аҡ май булһа ла ярай – 30 грамм), тоҙ, борос, 2,5 стакан ҡайнаған һыу кәрәк булыр. Иң тәүҙә һәйбәтләп йыуылған ҡарабойҙайҙы ҡайнаған һыуға тоҙ, тәмләткестәр һалып 10 минутҡа айырым һауытҡа ҡуябыҙ. Шунан тауыҡ итен таҙартып, тоҙ, борос, тәмләткестәр менән 10 минут маринадлайбыҙ. Духовканы 180 градусҡа ҡуябыҙ ҙа эҫегәнен көтәбеҙ. Һуғанды, һарымһаҡты төрлө формала ҡырҡып әҙерләйбеҙ. Форманы көнбағыш майы менән майлайбыҙ. Аҡ май икән, аҙаҡтан өҫтөнә ваҡлап һалабыҙ. Һуған менән һарымһаҡты, һыулы ҡарабойҙайҙы формаға ҡоябыҙ, ингредиенттар менән тигеҙ бутайбыҙ. Өҫтөнә тауыҡ итен һалабыҙ. Фольга алып, уның ялтыр яғы менән һауа үтмәҫлек итеп өҫтөн ҡаплайбыҙ. Үҙ һутында ғына бешергә тейеш. Бер сәғәткә эҫегән духовкаға ҡуябыҙ. Әҙер булырға 20 минут ҡалғас, фольганы алабыҙ - өҫтө ҡыҙарып ҡына бешер. Ашығыҙ тәмле булһын!Табындарыбыҙ түңәрәк, күңелдәр көр булһын!

Бик файҙалы ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ, дуҫтар. Мейестә бешерелгән ҡарабойҙай менән тауыҡ итенең тәмлелеге! Әйткәндәй, ул спортсыларҙың яратҡан ашы икән. Балалар ға ла оҡшай.
Был ризыҡты әҙерләү өсөн беҙгә 1,5 стакан ҡарабойҙай ярмаһы, тауык ите (боттары, түше) – 600 грамм, башлы һуған, өс тырнаҡ һарымһаҡ, 1,5 аш ҡалағы көнбағыш майы (аҡ май булһа ла ярай – 30 грамм), тоҙ, борос, 2,5 стакан ҡайнаған һыу кәрәк булыр.
Иң тәүҙә һәйбәтләп йыуылған ҡарабойҙайҙы ҡайнаған һыуға тоҙ, тәмләткестәр һалып 10 минутҡа айырым һауытҡа ҡуябыҙ.
Шунан тауыҡ итен таҙартып, тоҙ, борос, тәмләткестәр менән 10 минут маринадлайбыҙ.
Духовканы 180 градусҡа ҡуябыҙ ҙа эҫегәнен көтәбеҙ.
Һуғанды, һарымһаҡты төрлө формала ҡырҡып әҙерләйбеҙ.
Форманы көнбағыш майы менән майлайбыҙ. Аҡ май икән, аҙаҡтан өҫтөнә ваҡлап һалабыҙ. Һуған менән һарымһаҡты, һыулы ҡарабойҙайҙы формаға ҡоябыҙ, ингредиенттар менән тигеҙ бутайбыҙ. Өҫтөнә тауыҡ итен һалабыҙ. Фольга алып, уның ялтыр яғы менән һауа үтмәҫлек итеп өҫтөн ҡаплайбыҙ. Үҙ һутында ғына бешергә тейеш.
Бер сәғәткә эҫегән духовкаға ҡуябыҙ. Әҙер булырға 20 минут ҡалғас, фольганы алабыҙ - өҫтө ҡыҙарып ҡына бешер.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Табындарыбыҙ түңәрәк, күңелдәр көр булһын!