- Ни өсөн ярлы йәшәгән фәҡир кешеләр алсаҡ була, һуңғы ризығын, кейемен бирергә әҙер тора?
- Тәҙрәгә ҡара әле, нимә күрәһең?
- Тышта балалар уйнап йөрөгәнен.
- Хәҙер көҙгөгә күҙ һал: нимә күрәһең?
- Бына шулай: тәҙрә лә. көҙгө лә - быяланан эшләнгән. Тик саҡ ҡына көмөш ялатыуың була - фәҡәт үҙеңде генә күрәһең.