Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
9 Февраль 2020, 14:00

Һеҙҙең орхидея сәскә атамы?

Орхидея гөлөнөң төрлөлөгөнә, ғәжәп матурлығына хайран ҡалмаған кеше юҡтыр. Ул гелән һоҡландырһын өсөн түбәндәге кәңәштәрҙе тәҡдим итәбеҙ. Һеҙ ҙә үҙегеҙҙең кәңәштәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ, хөрмәтле төркөмдәштәр!

Орхидея гөлөнөң төрлөлөгөнә, ғәжәп матурлығына хайран ҡалмаған кеше юҡтыр. Ул гелән һоҡландырһын өсөн түбәндәге кәңәштәрҙе тәҡдим итәбеҙ.
сәскә атмаһа йәки "ауырыһа", бәшмәктәр барлыҡҡа килһә, гәрәбә кислотаһы менән һарымһаҡтан төнәтмә яһап һибергә кәрәк.

Уны әҙерләү өсөн бер төймә гәрәбә кислотаһын бер литр ҡайнар һыуҙа эретергә. Һыу һыуынғас, шуға бер теш һарымһаҡ иҙеп һалырға кәрәк. Бер тәүлек төнәткәс, һибә алаһығыҙ. Был төнәтмәне айына бер ҡулланырға кәрәк. Сәскә атҡан йәки бөрөләнгән ваҡытта һибергә ярамай.

Төнәтмәне өс көн һаҡ­ларға була. Оҙаҡ торһа, файҙаһы ҡалмай. Ул вирустар, ауырыуҙар, ҡоротҡостарға ҡаршы тороп ҡына ҡалмай, орхидеяның иммунитетын да нығыта. Күсереп ултыртҡанда тиҙ тырнаҡланып китһен өсөн дә ошо төнәтмәне һибегеҙ.

Профилактика өсөн бер теш һарымһаҡты төбөнә ҡуйып ҡалдырһағыҙ ҙа була.
Читайте нас: