"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
10 Февраль 2020, 00:00

Алтын бөртөгө (хикәйә). Дауамы. Аҙағы бар

Был донъяла иң ауыр хәл яңғыҙлыҡтыр. Һәр ваҡыт яратыу, һөйөүгә сорналып ҡына йәшәп өйрәнгән һәм гел иғтибар үҙәгендә булырға яратҡан Фирзинэгэ ауыр ине был хәл. Әммә, ни хәл итмәк кәрәк, башты ташҡа бәреп булмай. Яҙмышына буйһондо ул.

Алтын бөртөгө.

Был донъяла иң ауыр хәл яңғыҙлыҡтыр. Һәр ваҡыт яратыу, һөйөүгә сорналып ҡына йәшәп өйрәнгән һәм гел иғтибар үҙәгендә булырға яратҡан Фирзинэгэ ауыр ине был хәл. Әммә, ни хәл итмәк кәрәк, башты ташҡа бәреп булмай. Яҙмышына буйһондо ул.
Икенсегә ул тапты ул. Бала зәғиф булып тыуҙы. Улын үҙенең ҡылған гонаһтарына иң ҙур яза итеп ҡабул итте Фирзинә. Барыһына ла күнде ул. Шаталаклыгын ташлап уйсан, моңло ҡатынға әүерелде. Еңел түгел ине уға артабан йәшәүе. Әммә ул бирешмәҫкә тырышты.
Атаһынын келәт келәт утыны ла бөттө, ҡыш һыуыҡ килде быйыл. Яңғыҙы булғас картуф та сәсеп тормагайны, ашарына ла бөттө. Эшләмәгәс аҡса ла юҡ, баш эйеп барырлыҡ кешеһе лә юҡ ине уның. Фирзинә төн йоҡоларын йоҡламай уйланып сығыр булып китте. Артабан нисек йәшәргә тигән уй уға тынғылыҡ бирмәне. Эшкә сығыр ине лә, ауырыу баланы кемгә ҡалдырһын инде, ҡатын был хәлдән сығыу юлын таба алмай ҡаңғырҙы ла ҡаңғырҙы. Ярҙам һорарлыҡ бер кеме лә юҡ шул, барыһы ла уға ҡырын ҡарай, күптән инде өйөнән сыҡмай ултырыуына ҡарамаҫтан уны яратмаусылар һаны кәмемәгән ине әле. Ҡатын ҡыҙҙар йыйылған һәр бер ерҙә Фирзинэне энәһенән ебенә тиклем тикшерҙеләр, ҡайһылары усэне, ҡыуанды, ҡайһылары йәлләне тик ярҙам ҡулы һуҙыусы ғына табылманы.
Фирзинәне уйлаусы һәм яратыусы бер кеше бар ине ауылда шулай ҙа. Тәүге мохаббатен онота алмау арҡаһында башҡа ҡатын ҡыҙға күтәрәлеп ҡарай алмаған һәм ошоғаса өйләнмәй йөрөгән Хәмит ине ул.
Егет Фирзинә менән күпме һөйләшеп ҡарарға ынтылһа ла, уның тырышлығы бушҡа булды. Ҡатын ризалашманы. Үҙенең насар даны таралыуы арҡаһында, етмәһә ике бала менән егеткә яҙмышын бәйләргә ҡыйыулығы етмәне уның. Ауылдағы хәбәрзэрзэ ишетә йөрөнө ул. Хәмиттен ата әсәһе менән барған талаш тартышты ла белә ул. Хәмит башҡаны алмайым ти икән, әсәһе, ярты ауылдан ҡалған һеперткене тупһама баҫтыра һы түгелмен, кешенән оят тип илай тиҙәр.
Фирзинәне уйлап тағы ла бер кешенен йораге һыҙланы. Фәригә апаһы. Ҡан тартмаһа ла йән тарта тиҙәр бит әле. Бер ҡарындан яралған ике кешене бәйләүсе ептәр өзөлөп бөтмэйзер күрәһең. Фәригә булған әрнеүҙәрен онотоп һенлеһе менән нисек итеп ярашыу юлдарын эҙләне.
Ягырлык булған аламаны яғып бөттө Фирзинэ. Утын юҡ, өй һыуыҡ. Ашарҙарына ла бө ттө. Балалары ике көн ас ултыра, әсәй кеше нишләргә лә белмәй ине. Замиры бер туҡтауһыҙ ашарға һорап мыжый.
- Әсэй, асыҡтыммм...
- Юҡ бит бер нимә лә, ҡайҙан алайым һуң! Фирзинэ улына асыуланып ҡысҡырҙы. Малай әсәһе әрләгән һайын кыскырыбырак иланы.
-Ҡаткан икмәк булһа ла ашар инем.
Уға урындыҡта ятыусы зәгиф ҡустыһы Зариф ҡушылып анрап илай башланы. Ҡатын ике балаһын ҡосаҡлап урындыҡҡа бөршэйеп ятты ла күҙ йәштәр энә ирек бирҙе...
Тап ошо мәлдә өйгә Фәригә килеп инде. Апаһын күреүгә Фирзинэ тағы ла нығыраҡ ярһыбыраҡ илай башланы.
- Уй, алламдыыы! Туңып үлергә ятаһыгыҙ бит! Фә ригэ Фирзинэ не елтерәтеп торғоҙҙо, балаларҙы кейендерә башланы.
- Әйҙә, беҙгә барайыҡ.
Фирзинэ өнһөҙ генә Зарифты күтәргән апаһына эйә рзе.

Яҙып бөтөп булманы барыбер, дауамы аҙағыраҡ булыр.
Читайте нас: