Былтыр Башҡортостан “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проектында ҡатнашасаҡ биш пилот төбәк исемлегенә инеүгә өлгәште. Билдәле булыуынса, был башланғыс ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Башҡортостанда әлеге программаны тормошҡа ашырыу буйынса яуаплы оператор – “Башҡортостан Республикаһында электрон белем биреү” белем биреү ойошмалары ассоциацияһы. Башланғыстың нисек ғәмәлгә ашырылыуы, тәүге эш һөҙөмтәләре менән ҡыҙыҡһынып, ассоциация советы рәйесе урынбаҫары, Өфө дәүләт нефть техник университетының “Һанлы университет” үҙәге директоры Руслан ҒӘБИҘУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек.
– Руслан Фәнзил улы, әлеге башланғыстың төп асылына аңлатма биреп, гәзит уҡыусыларҙы уның маҡсаттары, бурыстары менән таныштырып үтһәгеҙ ине.
– Шәхсән һанлы сертификат – гражданға үҙе һайлаған программа буйынса квалификацияны бушлай камиллаштырыуға хоҡуҡ биргән документ. Был мөмкинлек “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” проектына ярашлы булдырылды. Халыҡты яңы һөнәрҙәргә өйрәтеү, заман технологияларын үҙләштереүгә булышлыҡ итеү – “Һанлы иҡтисад” милли проектының төп йүнәлештәренең береһе. Әлеге өлкәлә тейешле белемгә эйә булмайынса тороп, һанлы иҡтисад төҙөү мөмкин түгел. Ошо мәсьәләне ыңғай һәм тиҙ арала хәл итеү өсөн дәүләт аҡса бүлә. Йәғни, ябай итеп әйткәндә, теләге булған һәр кем әлеге программала ҡатнашып, бушлай һанлы иҡтисадҡа ҡағылышлы заман талап иткән яңы һөнәргә эйә була йәки белемен камиллаштыра ала.
Проект 2024 йылға тиклем эшләйәсәк. Уға ярашлы, ил буйынса бер миллион сертификат биреү ҡаралған. Бер сертификаттың суммаһы, дөйөм сәғәттәр һанына ҡарап, яҡынса 10-15 мең һум тип билдәләнә.
Программаның федераль операторы – “20.35” Милли технология башланғысы университеты (НТИ 20.35). Ә Башҡортостанда был проектты ғәмәлгә ашырыу, киң ҡатлам халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барыу менән беҙҙең ассоциация шөғөлләнә.
– Әлеге ваҡытта был юҫыҡта эштәр нисек бара? Тәүге һөҙөмтәләр тураһында һүҙ алып барырға мөмкинме?
– Башҡортостан федераль кимәлдә әлеге проектҡа ҡушылған төбәктәр араһында иң алдынғыһы һанала. Беренсенән, унда ҡатнашырға теләк белдергән уҡыу йорттары, улар тәҡдим иткән уҡыу программалары һаны буйынса беҙгә тиңләшеүсе юҡ: ил буйынса төрлө юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарынан 100-гә яҡын программа һайлап алынһа, шуның яртыһын тиерлек беҙҙең университеттар һәм колледждар тәҡдим иткән. Был исемлектә Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡортостан дәүләт аграр университеты кеүек юғары уҡыу йорттары, республика кимәлендә үҙҙәрен танытҡан колледждар бар.
Икенсенән, былтырғы йылда тапшырылған сертификаттар һәм быйыл алынған ғаризалар һаны буйынса ла проектта ҡатнашҡан төбәктәр араһында иң яҡшы күрһәткестәргә эйәбеҙ. Былтыр декабрь аҙағынаса мең сертификат тапшырылды, әле тағы ике мең самаһы ғариза ҡабул ителде.
– Гәзит уҡыусыларҙы сертификаттың ҡулланылыу даирәһе, суммаһы, программала ҡатнашырға теләк белдергән кешеләрҙең йәше һәм башҡа үҙенсәлектәр ҙә ҡыҙыҡһындырыр, моғайын.
– Программала 18 йәштән алып хаҡлы ял йәшенәсә (ир-егеттәр – 65, ҡатын-ҡыҙҙар – 60) кешеләр ҡатнаша ала. Төп йүнәлеш – һанлы иҡтисад, IT-технологиялар буйынса белемде камиллаштырыу. Әле ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙең уртаса йәше 30-40 араһында тирбәлә. Сертификатҡа эйә булыусылар уҡыу йортон үҙ теләге буйынса һайлай, йәғни республиканан ситтәге белем биреү ойошмаһында ла уҡый ала. Дистанцион юл менән, йәғни сессияға килеп йөрөмәйенсә, интернет аша йәки ҡатнаш алымға нигеҙләнгән уҡыу төрөн һайларға мөмкин. Һуңғыһын һайлаған осраҡта практик күнекмәләргә килергә кәрәк буласаҡ.
Шуны айырып билдәләргә кәрәк: беҙҙең республиканан сертификат алыусылар үҙебеҙҙең уҡыу йорттарын һайлай, бынан тыш, сит төбәктәрҙән меңгә яҡын кеше Башҡортостан университеттары һәм колледждары тәҡдим иткән программалар буйынса уҡырға теләк белдерҙе.
– Сертификатҡа эйә булыусылар нисек һайлап алына, уҡыу йүнәлеше нисек билдәләнә?
– Проектта ҡатнашырға теләгән кешеләрҙең йәше буйынса мәғлүмәт биреп үттек. Бынан тыш, урта һөнәри йәки юғары белемдең булыуы, граждандың Башҡортостан Республикаһында даими теркәлеүе мотлаҡ.
Иң тәүҙә барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа тест үтә. Уның ярҙамында кешенең һанлы иҡтисад өлкәһенә ҡағылышлы белем кимәле асыҡлана һәм уға тура килгән уҡыу программаһы һайлана. Уҡыу курсының аҙағында тағы бер тапҡыр һынау үткәрелә, был осраҡта инде программаның айырым кешегә нимәләр биреүе, уның белем даирәһенең ни дәрәжәлә камиллашыуы билдәләнә. Һөҙөмтә ыңғай булған осраҡта ғына ҡатнашыусыға квалификацияны камиллаштырыу тураһында документ бирелә һәм белем биреү ойошмаһына башҡарылған эш өсөн аҡса түләнә. Шуға күрә уҡыу йорттары ҡыҙыҡлы, көнәркәшлеккә эйә программалар тәҡдим итергә һәм ҡатнашыусыларға сифатлы белем бирергә тырышасаҡ.
– Белемен камиллаштырырға, үҙен яңы өлкәлә һынап ҡарарға теләгән кешеләр ҡайҙа мөрәжәғәт итергә тейеш?
– Яңы башланғыс менән ҡыҙыҡһыныусылар, һанлы иҡтисад, IT-технологиялар буйынса белемен камиллаштырырға, йәғни киләсәк профессияларына эйә булырға теләүселәр бушлай эшләгән “ҡыҙыу линия”ға – 8 (800) 700-20-35 шылтыратып йәки цифровойсертификат.рф платформаһына инеп, барлыҡ кәрәкле мәғлүмәтте алыу мөмкинлегенә эйә.
– Һеҙ биргән мәғлүмәттәр гәзит уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы булыр, улар араһында ла әлеге яҡшы мөмкинлектән файҙаланырға ҡарар итеүселәр табылыр, тип ышанайыҡ.