Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
11 Февраль 2020, 18:00

Һаҡ булығыҙ: ялған аҡсалар!

Әгәр һеҙҙә купюрала ялған аҡса билдәләре булыуына шик тыуһа:ашығыс рәүештә полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыртығыҙ (хәүеф кнопкаһын файҙаланып, телефон буйынса);– ялған аҡса биргән кешенең билдәләрен (кейемен, автомобиль номерын һәм ҡайһы яҡҡа китеүен) иҫтә ҡалдырырға тырышығыҙ, һаҡ хеҙмәте булған осраҡта, уны ҡулға алыу сараһын күрегеҙ;

Кеше һәм закон
Һаҡ булығыҙ: ялған аҡсалар!
Республикала ялған аҡса әйләнеше артыуы күҙәтелә. Теркәлгән 1000 һәм 5000 һумлыҡ алдаҡ купюраларҙың күп өлөшөн Төньяҡ-Кавказ төбәгендә юғары сифатлы ҡоролмала баҫылған 5000 һумлыҡ ялған банкноттар тәшкил итә.
Ялған аҡсаларҙы ысын купюраларҙан айырып торған төп билдәләр:
*ялған банкноттарҙа һыу билдәләре һүрәтләнеше боҙолған;
*банкноттарҙы яҡтыға ҡуйып ҡарағанда һаҡлағыс еп имитацияһында полимер нигеҙ сиктәре юҡ. “5000 ЦБР” тексы тик тура һәм әйләндерелгән килеш яҙылған;
*ҙурайтып ҡарағанда ялған банкнотта Рәсәй Банкы эмблемаһының нәҙек кенә параллель штрихтарҙан тороуы күренә;
*яҡтыға ҡуйып ҡарағанда банкноттың ал һәм арт яғындағы һүрәттәр тап килмәй;
*ысын купюраны ҡарағанда алғы яҡтан уң яҡлап аҫҡы мөйөштә, әгәр банкнотты яҡтылыҡ төшөүгә ҡарап төрлөсә әйләндерһәң, РР (Российский рубль) тип яҙылған ике хәрефте күрергә мөмкин, ул кипп-эффект тип атала, ә ялған купюрала ул юҡ.
*ультрашәмәхә нурланышында ысын банкноттарҙа алғы яҡтан тар купон киңлегендә яҙылған серия номеры ҡыҙғылт булып күренә.
*ультрашәмәхә нурланышында ҡыҙыл һәм асыҡ йәшел төҫтәге һаҡлаусы ептәр ҡыҙыл һәм һарғылт-йәшел булып емелдәй, ялған аҡсала ундай емелдәү күренмәй.
*Инфраҡыҙыл нурланышта детектор экранында купюраның тулы һүрәте күренә (ә Рәсәй Банкының ысын аҡсаларында - тик айырым фрагменттар ғына).
* Ысын аҡсаны иңкәйткәндә йәйғор төҫтәре менән балҡый, ә ялған купюрала улар юҡ.
*Ялған аҡсала тишеп эшләнгән ваҡ һандарҙы ҡул менән һиҙергә мөмкин, ә ысын аҡсала ул һиҙелмәй.
Әгәр һеҙҙә купюрала ялған аҡса билдәләре булыуына шик тыуһа:
  • ашығыс рәүештә полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыртығыҙ (хәүеф кнопкаһын файҙаланып, телефон буйынса);
  • – ялған аҡса биргән кешенең билдәләрен (кейемен, автомобиль номерын һәм ҡайһы яҡҡа китеүен) иҫтә ҡалдырырға тырышығыҙ, һаҡ хеҙмәте булған осраҡта, уны ҡулға алыу сараһын күрегеҙ;
    – купюраны ҡабат бирмәгеҙ;
    – махсус журналда 5000 һумлыҡ аҡсаның ҡасан килеп эләгеүен серияһын, номерын күрһәтеп теркәп ҡуйығыҙ.
    Ялған аҡсаны ваҡытында асыҡлау өсөн Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы бүлеге предприятиеларҙа ҡулаҡса менән эш итеүсе хеҙмәткәрҙәрҙе ошо ПАМЯТКАның йөкмәткеһе менән таныштырырға, даими, кәмендә аҙнаға бер тапҡыр, инструктаж үткәрергә ҡуша.
    Башҡортостан Республикаһы территорияһында әйләнештә йөрөгән ялған аҡсаларҙың сығышы бер үк, серия һәм номерҙары оҡшаш булыуы айҡанлы, йыш осраусы купюралар серияһын һәм номерҙарын ҡулаҡсалар, ҙур штрафтар менән эш итеүсе хеҙмәткәрҙәрҙең эш өҫтәленә, һатып алыусылар мөйөштәренә, шулай уҡ предприятиеға ингән ергә урынлаштырыу мөһим.
    Йыш осраусы ялған аҡсалар исемлеге (серияла хәрефтәрҙең береһе йә икеһе лә ҙур булырға мөмкин, номерҙа “*” символы үҙгәреүсе һанды аңлата):
    5000 һумлыҡтар: аб 57935**, ав 477****, ав 68747**, ав 26384**, аМ24374**, бв 47847**, бв 58847**, вм 47847**, ба 59769**, мА 21086, бм 989****, бм 584****, ви 774****, ек 274****, ма 587****, вм№988****, бв98847**.
    1000 һумлыҡтар: оП 91025**, аМ 24****, тЛ 57****, ьН 37****, иН 24*****, иП 24*****, иП 683****, аЛ 122****, тН 421****, тН 573****, тН 334****, бК 57*****, оМ 418****, тП 721****, ьМ721****, ьП32*****, ьП 402****, оН739****, КС 513****, ИС 533****, ЕО 37*****, иЛ 573 ****, НС 533****, ВН 372****, Еь 688****, тМ 102****, ОИ 565****, хК 137****
    А. Бикбулатов,
    Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлеге етәксеһе.
    Читайте нас: