Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
11 Февраль 2020, 16:25

Абзандар уҙған йылды барланы

Әле ауыл биләмәләрендә отчет йыйылыштары бара. Уларҙа 2019 йылда башҡарылған эштәр барлана, яңыһына план-ниәттәр билдәләнә.Абзан ауыл биләмәһендә лә шундай йыйылыш үтте.

Әле ауыл биләмәләрендә отчет йыйылыштары бара. Уларҙа 2019 йылда башҡарылған эштәр барлана, яңыһына план-ниәттәр билдәләнә.
Абзан ауыл биләмәһендә лә шундай йыйылыш үтте. Ауыл Советы депутаттары, старосталары, ойошма етәкселәре, ауыл имамдары, фельдшерҙар, клуб хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар һәм уҡытыусылар, һәр ауылдан килгән вәкилдәр йыйылған сарала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Тәлғәт Аҡбутин, Абзан округынан район Советы депутаты Рәйлә Иҙелбаева, “Эко-Сити” вәкиле Рамай Китиков, район ветстанция вәкиле Азамат Ишеғолов, ауыл биләмәһе участка уполномоченныйҙары Әлис Күзәшев, Әнүәр Әминев ҡатнашты.
Ауыл хакимиәте башлығы Нурғәле Бикбулатов йыйылышты асып, көн тәртибенә ҡуйылған мәсьәләләр менән таныштырҙы. Уҙған йылда башҡарылған эштәргә ентекле туҡталып, Нурғәле Хажиғәле улы 8 сентябрҙә республика Башлығын һәм ауыл Советына депутаттарын һайлауҙа халыҡтың әүҙем ҡатнашыуын, республиканың 100 йыллығы, Театр йылы уңайынан, башҡа байрамдарҙа төрлө саралар уҙыуы тураһында һөйләне. Шулай уҡ спорт ярыштары, зыярат кәртәләү, йылға буйҙарын таҙартыу, шишмәләр кәртәләү, ағастар ултыртыу буйынса өмәләр, социаль-профилактик үҙәк ултырыштары (6 тапҡыр), сессиялар үткәрелеп торған.
Ҡыш көндәре бөтә ауыл урамдары ла ҡарҙан таҙартылған, урам яҡтыртҡыстары ваҡытында алыштырылған. (тулыраҡ гәзиттә уҡырһығыҙ).
Читайте нас: