Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
12 Февраль 2020, 13:00

Бөгөн РӘМИ тыуған көн

12 февраль - Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнө

Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы (12 февраль 1932 йыл20 февраль 1977 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992), тәржемәсе һәм журналист. 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1988, үлгәндән һуң). Салауат районының почётлы гражданы.
Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, 1946—1950 йылдарҙа Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә уҡый. Был уҡыу йорто 1956 йылдан 1-се республика мәктәп-интернаты булһа, 1991 йылда 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты итеп үҙгәртелә, 1994 йылда уға халыҡ шағиры исеме бирелә һәм ул бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тип атала. (Википедиянан)
Читайте нас: