Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
12 Февраль 2020, 17:45

Инде әүҙемлек кәрәк

Үтәғол мәҙәниәт йортонда “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” прогаммаһы сиктәрендә, ауыл халҡы ҡатнашлығында йыйылыш үтте. Унда район хакимиәтенән Басир Хәбибуллин, Илнур Ибраһимов ҡатнашты.– Беҙ был прогамма менән тәүгә генә эшләмәйбеҙ. Бығаса Үтәғол, Иҙәш мәҙәниәт йорттарын ремонтланыҡ, биләмә Беларусь тракторлы булды...

Һуңғы йылдарҙа республикала ауыл халҡының йәшәйешен яҡшыртыу буйынса төрлө программалар эшләп килә. Улар ауыл ерендә бик күп күләмле эштәрҙе башҡарып сығырға ҙур мөмкинлектәр бирә.
Декабрь башында Үтәғол мәҙәниәт йортонда “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” прогаммаһы сиктәрендә, ауыл халҡы ҡатнашлығында йыйылыш үтте. Унда район хакимиәтенән Басир Хәбибуллин, Илнур Ибраһимов ҡатнашты.
Йыйылыштың рәйесе, секретары, иҫәп комиссияһы һайланғас, Үтәғол ауыл биләмәһе башлығы Сабит Мәғәз улы Фазлыев йыйындың көн тәртибе менән таныштырҙы.
– Беҙ “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” прогаммаһы менән тәүгә генә эшләмәйбеҙ. Бығаса Үтәғол, Иҙәш мәҙәниәт йорттарын ремонтланыҡ, биләмә Беларусь тракторлы булды. 2017 йылда – Юнай ауылының, ә 2019 йылда Үтәғол ауылының Ҡыуат яғындағы зыяраты кәртәләнде. Беҙгә дәүләт аҡсалата ярҙам күрһәтә икән, мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға кәрәк, – тине биләмә башлығы Сабит Мәғәз улы һәм быйыл был программа сиктәрендә Үтәғол ауыл зыяратын кәртәләүҙе тәҡдим итте.
Халыҡ программала ҡатнашыуға бер тауыштан ризалыҡ белдерҙе. Ете кешенән торған инциатив төркөм һайланып, һәр йорттан 1000 һум аҡса йыйырға килешелде. Хәҙер инде ауылдаштарҙан иң беренсе нәүбәттә – әүҙемлек, унан инде проект хупланһа, эштең һөҙөмтәһен күреү кәрәк.
Читайте нас: