Балаларығыҙ сәләмәт булһын тиһәгеҙ...
Бөгөнгө статистика буйынса, беренсе синыфҡа килгән балаларҙың 7-8 проценты нимә менәндер ауырый... Мәктәпте тамамлап сығыусыларҙың 70-80 проценты һаулыҡтары менән артыҡ маҡтана алмайҙар. Ә бит хәҙерге ваҡытта балалар сәләмәт булһын өсөн бөтә шарттар ҙә булдырылған һымаҡ: һәр бала тиерлек табиптарҙың күҙәтеү аҫтында, магазиндарҙа витаминдарға бай булған емеш-еләк, йәшелсәләр тулып ята... Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаһында ла күп эштәр башҡарыла: ашханаларында йылы аштар ойошторолған, физкультура дәрестәре арттырылды һ.б. Ләкин ыңғай яҡҡа үҙгәреш һиҙелмәгән һымаҡ. Балалар һау-сәләмәт булып үҫһен өсөн нимә етмәй һуң?
...Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҡыллы итеп ойошторолған тәрбиә етмәй. Әгәр бала тыуыу менән дөрөҫ тәрбиәләнә башлаһа, ул ғүмеренең аҙағына тиклем ауырыуҙарға артыҡ бирешеп бармаясаҡ. Алтылағы алтмышҡа етә, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Ә ниндәй тәрбиәне аҡыллы тип атайым һуң?
Аҡыллы тәрбиә – ул баланың тәбиғи үҫешенә ыңғай шарттар булдырыу. Уны баланың тыуған көнөнән үк башларға кәрәк. Бының өсөн әсә кеше балаһына өс нәмәне бирергә тейеш: әсә һөтө, әсә теле, әсә мөхәббәте. Улар – сәләмәт тормоштоң нигеҙ таштары. Баланы үҫтергән ваҡытта быларҙың береһен дә күҙ уңынан төшөрөп ҡалдырырға ярамай. Өсөһө бергә баланың гармониялы үҫешенә булышлыҡ итә. Әгәр тәрбиә барышында уларҙың береһе генә иғтибарҙан ситтә ҡалһа, ул гармония юҡҡа сығасаҡ. Был инде ниндәйҙер ауырыуға орлоҡ һалынды тигән һүҙ. Ни өсөн орлоҡ тип әйтәм, сөнки ауырыу күпмелер ваҡыттан һуң ғына күренәсәк. Ауырыуҙар ҙа үҫемлек һымаҡ ул: орлоҡтары сәселә, шыта, олон ебәрә, сәскәләре ата һәм емеш бирә башлай...
Ғөмүмән, әйҙәгеҙ, шул күренештәрҙең сәләмәтлек нигеҙе булыуын яҡшыраҡ аңлау өсөн һәр береһенә айырым туҡталып үтәйек.
Әсә һөтө һәм йәшәү энергияһы
Әсә һөтөн бер нәмә лә алмаштыра алмай. Баланың сәләмәт булып формалашыуына баһалап бөткөһөҙ ҙур роль уйнай ул. Быны хәҙер бөтәһе лә беләлер. Сөнки был турала хәҙер күп һөйләйҙәр, күп яҙалар. Шуға уларҙыҡын ҡабатлап тороу кәрәкмәйҙер, ә өҫтәп, әсә һөтөнә бәйле икенсе нәмә тураһында әйтеп үтергә уйлайым.
Әсә һөтө баланың тамағын туйҙырыу өсөн генә кәрәк, тип уйлаусы әсәләр ныҡ яңлышалар. Күкрәк һөтө менән туҡланған ваҡытта, бала асығыу ихтыяжын ғына ҡәнәғәтләндермәй бит ул. Ул әсәһенән энергия ла ала. Тәбиғәт энергияһы тип атайҙар уны.
Кешегә йәшәү өсөн ике төрлө энергия кәрәк: береһе ашаған аҙыҡтарҙан алына, икенсеһе – тәбиғәттән. Тәбиғәт энергияһы ла һыу, һауа кеүек тәбиғәттә әйләнеш яһай. Ул күҙгә күренмәй. Ер йөҙөндә булған бөтә үҫемлектәр һәм йән эйәләре аша үтә һәм уларҙы йәшәтә. Тормошто бар итеүсе компоненттарҙың береһе ул. Шуға уны йәшәү энергияһы тип тә атайҙар. Уның барлығын бөтә төр ғалимдар ҙа, психологтар ҙа, мистиктар ҙа таный. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик әҙ өйрәнелгән...
Кешеләр тәбиғәт энергияһын төрлө юлдар менән ҡабул итәләр. Ҡайһы берәүҙәр яңғыҙы булғанда, икенселәре коллективта тупларға мөмкин. Ә бына әсә ҡарынында ятҡан балаға тулыһынса әсәһенеке менән “туҡланырға” тура килә. Был донъяға килеү менән, ул үҙ алдына энергия туплай алмай әле – уға уның өсөн үҙ аллы тормошҡа яраҡлашырға кәрәк. Бына шуға тиклем әсәһенән алыуын дауам итә – башлыса, күкрәк һөтө менән туҡланғанда башҡарыла ул. Йәғни шул ваҡытта тәбиғәт энергияһы әсә аша балаға үтеп инә. Үҙ алдына энергия тупларға өйрәнеү өсөн балаға яҡынса бер-ике йылдан ашыу ваҡыт талап ителә. Шуға әсәнең күкрәк һөтө менән шул ваҡыттарға тиклем туҡланырға тейеш.
Күкрәк һөтө күрмәгән бала тәбиғәт энергияһы менән бөтөнләй “һуғарылмай”. (Балалар йортонда тәрбиәләнгән балаларҙы күҙ алдына килтерегеҙ әле: йөҙҙәре ап-аҡ, күҙҙәрендә бер ниндәй нур юҡ...) Ә бит ул энергия баланың формалаша башлау осоронда бик мөһим роль уйнай. Шуға әсә кеше имеҙеүҙән баш тартһа, баланың яңы формалашып килгән эске ағзаларында ниндәйҙер дефекттар барлыҡҡа килергә мөмкин. Һәм, әлбиттә, улар киләсәктә ниндәйҙер ауырыу булып тышҡа килеп сығасаҡ...
Әсә теле һәм тәбиғәт менән ярашыу
Тәбиғәт менән ярашып йәшәү ҙә сәләмәтлектең нигеҙе ул. Тик күптәр, уның өсөн күберәк тәбиғәттә булырға кәрәк, тип уйлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улай түгел шул...
Тәбиғәт менән ярашыу өсөн кеше, беренсе сиратта, үҙенең тәнен тыңлап өйрәнергә тейеш. Йәғни аң менән тән араһындағы ярашыуҙы булдырырға кәрәк. Кешенең тәне тулыһынса тәбиғәт закондарына буйһона. Шулай булғас, кеше үҙенең тәнен тыңлап йәшәй икән, ул тәбиғәт закондары менән дә ярашып йәшәй булып сыға. Ә тәнде тыңлау нисек була һуң?
Бының өсөн кешегә тәбиғәт тарафынан нимә бирелгән, шуларҙы үҫтерергә кәрәк. Мәҫәлән, һәр балаға ниндәйҙер һәләттәрҙең орлоғо “сәселгән”. Улар тәбиғәт тарафынан бирелергә йәки нәҫелдән нәҫелгә күсеп килергә мөмкин. Мәҫәлән, кемдер тауыш нескәлектәрен яҡшы ишетә, кемдер символдар менән яҡшы фекерләй. Беренсеһе – буласаҡ музыкант, икенсеһе – математик. Был һәләттәр тәбиғәт тарафынан бирелгән. Ә ниндәйҙер бала техниканы ныҡ ярата икән, ул нәҫелдән килергә мөмкин( һ.б.).
Шулай уҡ һәр әсә шуны иҫтә тоторға тейеш: әсә теле лә балаларҙың ҡанына һалынған. Ул да беҙгә тәбиғәт тарафынан бирелгән, ә кемдер килеп өйрәтеп китмәгән. Меңәр йылдар буйы быуындан быуынға, ҡандан ҡанға күсә килә ул. Шуға әсә телен ғалимдар тәбиғи тел тип атай. Иң мөһиме: әсә теле аң менән тән араһындағы гармонияны башлап ебәреүсе күренеш ул. Сөнки балаларҙа беренсе булып тел формалаша башлай. Шуға бала әсә телендә һөйләшә башланы икән, унда аң менән тән араһында ярашыу башланды тигән һүҙ. Артабан инде башҡа тәбиғи һәләттәренә ишек асыла башлай, тик улар өсөн дә тәбиғи шарттарҙың тыуҙырылыуы кәрәк...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр балаларының тәбиғи үҫешенә ыңғай шарттар булдырмай, хатта аңлы рәүештә аяҡ салалар. Әйтәйек, тәбиғәте менән йырсы булып тыуған, ә унан математик яһарға тырышалар...Ә бына әсә телен бөтөнләй өйрәтмәгән ата-әсәләр ҙә етәрлек. Бала был донъяға таҙа күңел менән тыуа, тип үҙҙәре теләгән телде “һыҙа” башлайҙар. Әсә теленә ҡарағанда икенсе телде хуп күрәләр. Нисек уйлайһығыҙ, бала үҙ телендә һөйләшмәй икән, унда аң менән тән араһында гармония барлыҡҡа киләме? Шулай уҡ үҙ телендә уҡымаған балаға тәбиғи шарттар тыуҙырылған тип әйтеп буламы? Тәрбиә эшен яҡшы аңлаған һәр бер кеше “юҡ!” тип әйтәсәк.
Ауырыуҙарҙың етмеш проценты ана шул гармонияның боҙолоуынан башлана ул. Ғөмүмән, күптәр сәләмәт тормош алып барыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә, дөрөҫ туҡланырға, тәбиғәттә йышыраҡ булырға кәрәк тип иҫәпләй. Былар, ниндәйҙер кимәлдә, дөрөҫ. Ләкин береһе лә сәләмәт тормоштоң нигеҙе була алмай. Сәләмәтлектең нигеҙе – аң менән тән араһындағы гармония ул.
Үҫемлектәргә үҫеү өсөн ҡояш йылыһы нисек кәрәк булһа, балаларға ла әсә мөхәббәте шулай уҡ кәрәк. Ҡояш күрмәгән үҫентеләрҙе күргәнегеҙ бармы? Уларҙы бүрәнә, таҡта йәки башҡа төрлө ниндәйҙер өйөм аҫтында күрергә була. Үҫемлектәр унда зәғиф хәлендә ап-аҡ булып үҫә алмай яталар. Бына шуның шикеллерәк була балаларҙың эске донъяһы, әгәр әсә мөхәббәте етмәһә.
Улай ғына түгел, улар үҙҙәре төрлө «бысраҡлыҡтарҙың» сығанағына әүерелә. Мөхәббәт йылыһын тоймай үҫкән балалар тормошҡа нәфрәт менән ҡарайҙар, көнләшәләр, бөтә нәмәне емергеләре килә, башҡаларға яуызлыҡ ҡылырға тырышалар... Күңел донъяһындағы боҙоҡлоҡ әкренләп физик тәнендә сағыла башлай. Йәғни рухи зәғифлек тән зәғифлеген тыуҙыра... Ҡасандыр бер оло ғына ағайҙың, яуызлыҡ ҡылырға яратҡан кешеләрҙең баштары дарыухананан сыҡмай ул, тип әйткән һүҙҙәре хәтеремдә уйлып ҡалған. Һәм мин дә, был тормошта йәшәй торғас, ул һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә ышана башланым...
Әсә мөхәббәтенең әһәмиәте нимә лә һуң?
...Әсә мөхәббәте бала йөрәгендә мөхәббәт утын тоҡандыра... Бала тормошто ярата башлай. Иптәштәренә, кешеләргә изгелек ҡылырға ынтыла. Кемгәлер ғашиҡ була. Хыял донъяһында йөҙөп ләззәтләнә. Һәм ижад итә башлай...
Һәр бала был донъяға ижади булып тыуа ул. Тик бәләкәй балаларҙа ундай сифат уйын кимәлендә генә сағыла, икенсе төрлө әйткәндә, бала саҡта ижад итергә өйрәнәләр. Ысын мәғәнәһендә ижад итеү йөрәктәрендә мөхәббәт уты тоҡанғас ҡына башлана. Ижад өсөн дөрләп янған мөхәббәттең ялҡыны кәрәк. Мөхәббәтһеҙ ижад юҡ ул. Мөхәббәтле кешеләр генә тормошто матурлай ала.
...Иң мөһиме: ижад кешеләре тәбиғәт менән гармонияла йәшәй. Сөнки тәбиғәт үҙе ижади. Мәҫәлән, үҫемлектәр донъяһына иғтибар итегеҙ әле: унда бөтә нәмә үҫә, сәскә ата, емеш бирә... Ә хайуандар донъяһы шул үҫешкә уңдырышлы тупраҡ әҙерләй... Шуға тәбиғәт ижад кешеләренең һаулығын үҙе һаҡлай, уларға бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергияһын бирә.
Иғтибар иткәнегеҙ бармы, ижади шәхестәр – башлыса, оҙон ғүмерле кешеләр. Мәҫәлән, Байыҡ сәсәндең 112 йәшкә еткәне билдәле, халҡыбыҙҙың күренекле әҙиптәре Мостай Кәрим 86 йәшкә, ә Зәйнәп Биишева 88-гә барып етте. Шулай уҡ А.Энштейн – 76, И.П.Павлов – 87, М.Т.Калашников – 94, Г.Форд – 84, К.Э.Циалковский – 78, И.Ньютон – 84, Лао Цзы 127 йәш (һ.б.) йәшәне. Яҡты донъянан йәшләй киткәндәрҙең күбенеһе лә ауырыуҙан үлмәгән...
Ғөмүмән, ижади шәхестәр – сәләмәт һәм оҙон ғүмерле кешеләр.
Мәҡәләмде йомғаҡлап шуны әйткем килә: балалар сәләмәт булып үҫһен тиһәк, уларҙың тәбиғи үҫешен боҙорға ярамай. Ҡытайҙың бөйөк аҡыл эйәһе Лао Цзы, «Кто не теряет свою природу – долговечен” (“Дао де Цзин”, гл. 33), тип бушҡа ғына әйтмәгәндер. Ә ундай тәрбиәне башлап ебәреү өсөн Тәбиғәт үҙе әсәләргә күкрәк һөтө, мөхәббәт һәм туған тел бүләк иткән...