Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
13 Февраль 2020, 22:00

Февраль бәйгеһе. Кесе йома кисе

#февраль_бәйгеһе #уйнап_алайыҡХәйерле кис, төркөмдәштәр! Кисәге задание бик ҡаты “сәтләүек” булып сыҡты, ахыры. Дүрт кеше генә яуап бирҙе...

Хәйерле кис, төркөмдәштәр! Кисәге задание бик ҡаты “сәтләүек” булып сыҡты, ахыры. Дүрт кеше генә яуап бирҙе һәм береһенеке генә тулы ла, дөрөҫ тә булып сыҡты. Ул – Зөлфәр Дәүләтшин (иҫәбенә – 1 мәрәй)! Хәйер, ул да 1-се һүрәттәге кешене таныр өсөн байтаҡ этләнгән – “вис сканвордты сисеп бөттөм, әгәр ымлыҡ "Ба"(аптырау), моғайын 1- Байсурин булалыр?” – тип яҙған. Бына уның яуаптары:
1. Байсурин
2- Байғаҙаков
3- Ҡунаҡбаев
4- Илтенбаев
5- Йәнбаев
6- Йәрмөхәмәтов
7- Мөнәсипов
8- Кипкаев
9- Ковалев.
Яуап биреүселәрҙән Гөлназ Ҡылысбаева менән Гөлсиә Илтенбаева 5-әр кешене таныған, тик Гөлназ 5-се фотола – Кирәевты; Альмира Кирәева 1-се фотола Замалетдиновты “күргән”. Улар иҫәбенә ЯРТЫШАР мәрәй яҙыла. Шулай уҡ Айна ИМанғолова менән Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина иҫәбенә - яртышар мәрәй!
Бөгөнгө кис һорауы шундай:
Иң ҡыҫҡа шиғыр менән бәйгелә еңеү яулаған авторҙы атағыҙ һәм шиғырын яҙып ҡуйығыҙ!
Уңыштар һеҙгә! Иртәгә кискә ҡәҙәр!
Читайте нас: