Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
13 Февраль 2020, 20:30

Тракторға тағылма кәрәк

Күптән түгел Бикбау ауыл биләмәһенең Трушин ауылында Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыуға бәйле дөйөм йыйылыш булып үтте.

Тракторға тағылма кәрәк!
Күптән түгел Бикбау ауыл биләмәһенең Трушин ауылында Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыуға бәйле дөйөм йыйылыш булып үтте. Бикбау ауыл биләмәһе башлығы Юлсанов Рәмил Зәйнетдин улы биләмәләге ауылдарҙың социаль-иҡтисади проблемаларын иҫкә төшөрөп үтте. Ошоларҙан сығып йыйылған халыҡҡа программала ҡатнашыу өсөн бер нисә проект тәҡдим ителде. Ҡышҡы юлдарҙы таҙалау, йәйгә ҡайһы бер юл участкаларына асфальт түшәтеү, көндәлек көнкүреш ҡалдыҡтарын ташыу, ҡый түгелгән урындарҙы кәметеү, мәктәптәр, клубтар, фельдшер-акушерлыҡ пунктарыны ихаталарын төҙөкләндереү өсөн төп проблемаларҙың береһе булып яңы тракторҙың тағылмаһы юҡлығы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Иң тәүҙә биләмә тракторына тағылма кәрәклеге берҙәм рәүештә хәл ителде. Шунда уҡ һигеҙ кешенән торған инициатив төркөм һайланып, уларға эш башларға ҡушылды. Биләмә ауылдары йыл да бындай сараларҙа әүҙемлек күрһәтә, конкурста еңә ҡалһаҡ, алдағы йылда яңы тракторыбыҙ яңы тағылмаһы менән тағы ла күберәк эш башҡарыр ине. Афарин, изге сәғәттә!
Динислам Ҡаҙаҡбаев,Трушин мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас: