"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
14 Февраль 2020, 17:00

Афған ере - йөрәк яраһы

Афған! Был һүҙҙәрҙе әйтеү менән күҙ алдына тау-ташлы рәхимһеҙ ҡояшлы афған ере килеп баҫа. Афған ере! Был һүҙҙәрҙе әйтеү менән хәтерҙә 15 меңдән артыҡ тигән һүҙҙәр килеп баҫа. Был һуғыш беҙҙең илгә 15 меңгә яҡын ҡурғаш табут, 36 мең яралы, 312 хәбәрһеҙ юғалған һалдат рәүешендә әйләнеп ҡайта. Күп йылдар үтте, әммә ул ерҙәрҙә булған ваҡиғалар бөгөнгәсә күптәрҙең йөрәгендә ауыр яра булып һаҡлана. Кисәбеҙҙә һүҙ һағыш, моң, юғалтыу әсеһе, батырлыҡ тураһында...

Афған ере... һуғыш...
Ҡыҫылалыр һулыш...
Ошо һүҙҙәр иҫкә төшкәндә.
Йәшлегемдең иң ҡырыҫ йылдары
Уҙҙы минең ошо ерҙәрҙә.
Һуғыш, һуғыш...
Кемгә һуңғы һулыш...
Кемдер ғәрип, ҡулһыҙ-аяҡһыҙ.
Күпме ҡайғы, күпме ҡанлы йәштәр
Ҡойолдо был ергә, һанауһыҙ.
Совет иле ҡушҡан - милли бурыс
Илтеп кертте беҙҙе һуғышҡа.
Бурыслы инеме йәш егеттәр,
Ҡан ҡойорға ошо һуғышта???
Афғанистан тау-таштары һаҡлай,
Беҙ үтәгән хәрби бурысты....
Улһыҙ ҡалған яңғыз әсәләргә
Әйтегеҙсе, кемдәр бурыслы??!
Иҫән ҡалғандары кемгә кәрәк,
Һәр береһе үҙе маташа...
Нисә йылдар уҙған шул һуғышты
Төштәрендә күреп һаташа.
Афған уҙған батыр һалдаттарҙы
Ҡайваҡытта иҫкә алығыҙ.
Иҫәндәргә именлектәр теләп,
Үлгәндәргә доға ҡылығыҙ!

Афған! Был һүҙҙәрҙе әйтеү менән күҙ алдына тау-ташлы рәхимһеҙ ҡояшлы афған ере килеп баҫа. Афған ере! Был һүҙҙәрҙе әйтеү менән хәтерҙә 15 меңдән артыҡ тигән һүҙҙәр килеп баҫа. Был һуғыш беҙҙең илгә 15 меңгә яҡын ҡурғаш табут, 36 мең яралы, 312 хәбәрһеҙ юғалған һалдат рәүешендә әйләнеп ҡайта.
Күп йылдар үтте, әммә ул ерҙәрҙә булған ваҡиғалар бөгөнгәсә күптәрҙең йөрәгендә ауыр яра булып һаҡлана.
Кисәбеҙҙә һүҙ һағыш, моң, юғалтыу әсеһе, батырлыҡ тураһында булды. Ватан һаҡсыһы булыу - дәрәжәле, абруйлы... Күпме генә ғүмер үтмәһен "афғандар", һеҙҙең йөрәктәрҙәге ауыр тойғоларҙы, һеҙ күргән ғазап-борсолоуҙарҙы онотоп булмай. Мөмкин дә түгел. Утлы йылдар, хәрбиҙәрсә ысын дуҫлыҡ, батырҙарса һәләк булған хеҙмәттәштәр - былар барыһы ла мәңге онотолмаҫ ваҡиғалар. Осрашыуға Афғанстан һуғышы ветераны С. Бабаханов ғаиләһе: тормош иптәше һәм ейәне һәм ейәнсәре менән килде. Ауыр хәтирәләрҙе иҫкә алып уҡыусыларҙың, Афғанстан һуғышы тураһындағы күп һанлы һорауҙарына ла яуап бирҙе...
Читайте нас: