Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
14 Февраль 2020, 19:00

Бөгөн дә матур пар

Бөгөн йәш-елкенсәк, бала-саға бер-береһенә "йөрәк" бүләк итешкән мәлдә, ҮРГЕ МУЙНАҠ ауылында йәшәгән матур пар Ғибәҙәт Мөтиғулла улы менән Сәлихә Мөхәммәт ҡыҙы ҒӘЙНИЗАРОВТАР тураһында йылы һүҙҙәр әйтке килә. Улар күптән инде йөрәктәрен бер-береһенә бүләк итешкән - 45 йыл элек сәстәрен сәскә бәйләгән.

Ғибәҙәт Мөтиғулла улы үҙенең хеҙмәт юлын Калинин исемендәге колхозда механизатор, бригадир, баш инженер һәм Муйнаҡ ауыл Советының хакимиәт башлығы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.
Сәлихә Мөхәммәт ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы Муйнаҡ урта мәктәбендә уҡытыусы булып уңышлы эшләгән.
Өс ҡыҙ тәрбиәләгәндәр, өсөһө лә юғары белем алып, үҙ аллы тормош көтә. Хәҙер инде Ғибәҙәт Мөтиғулла һәм Сәлихә Мөхәммәт ҡыҙы ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүҙә ҡатнаша, тип хәбәр итә Муйнаҡ ауыл биләмәһенең ветерандар советы.
Беҙ ҙә ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ! Һәм ихлас теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ:
Һәр көн йылмайып йәшәгеҙ,
Ғашиҡ итеп дуҫтарҙы!
Дуҫлыҡтан, ихлас һөйөүҙән,
Ҡәҙерле ни бар тағы!
Читайте нас: