Бынан 50 йыл элек, 1970 йылдың февраль айында Муйнаҡ ауылында өр яңы ғаилә барлыҡҡа килә - Сөләймән Әбделғафар улы Хәлитов менән Гөлъямал Зәбихулла ҡыҙы Ғәйнизарованың никах туйҙары була. Тиҙҙән улар бергә матур, өлгөлө ғаилә булып йәшәүҙәренең ярты быуатлыҡ юбилейҙарын ҡаршы ала.
Сөләймән Әбделғафар улы Ырымбур ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлағандан һуң, тыуған Муйнаҡ ауылында, Калинин исемендәге колхозда оҙаҡ йылдар баш агроном һәм 19 йыл колхоз рәйесе вазифаларын уңышлы башҡара. Районда иң абруйлы етәкселәрҙең береһе булып таныла. Юғары хеҙмәт уңыштары өсөн ул “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменән лайыҡ була.
Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағанданҡатыны Гөлъямал Зәбихулла ҡыҙы иһә Муйнаҡ урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып уңышлы эшләй. “Өлкән уҡытыусы”, “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” исемдәренә эйә була.
Ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, улар икеһе лә Өфө ҡалаһында йәшәй. Сөләймән Әбделғафар улы менән Гөлъямал Зәбихулла ҡыҙы ике ейән тәрбиәләүҙә ҡатнаша.
Алтын юбилей айҡанлы Сөләймән Әбделғафар улына һәм Гөлъямал Зәбихулла ҡыҙына оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ, тип хәбәр итә Муйнаҡ ауыл биләмәһенең ветерандар советы.