Хәйерле кис, ҡәҙерле дуҫтар!
Белеүебеҙсә, тел - тере организм, ул һәр ваҡыт үҫештә, үҙгәреп тора. Заман технологияларына бәйле, телебеҙгә байтаҡ "импорт" һүҙҙәр килеп инде. Ҡайһыларына "һә" тигәнсе башҡортса варианттар табылды. Мәҫәлән, лайк - ЛАЙЫҠ, смайлик - ЙЫЛМАЙЛИК, ватсап - вәтшәп... Хатта коронавирусты ла үҙебеҙҙең телгә "тажлыйоғош" тип әйләндереп ҡуйҙылар.
Бөгөнгө задание шундай: Әйҙәгеҙ, заман терминдарына, мәҫәлән, ХЕШТЕГ, ПОСТ, РЕПОСТ кеүектәргә, уйынлы-ысынлы булһа ла үҙ һүҙҙәребеҙҙе яҙып ҡарайыҡ. Кем күберәк яҙыр? Яуаптар иртәгә 15.00-гә тиклем ҡабул ителә, бәйгегә йомғаҡ яңы задание алдынан яһала.
Ә кисәге заданиеның яуабы: ҒИЛМАН ИШКИНИН. "МӘҢГЕ ЯБЫҠ ИШЕК КЕНӘ ШЫҒЫРЛАМАЙ". Ул 2002 йылда ошо бер юллыҡ шиғыры менән Бәләбәй ҡалаһында "ИЛҺАМ ШИШМӘЛӘРЕ" шиғриәт бәйгеһендә беренсе урын яулай.
Дөрөҫ яуап биргән Айһылыу Сабирова, Айна Иманғолова, Гөлкәй Әлмөхәмәтова иҫәбенә - берәр, авторын ғына әйткән Гөлназ Ҡылысбаеваға 0,5 мәрәй яҙыла. Афарин!