Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
16 Февраль 2020, 18:55

Үҫентеләр ултырта башланығыҙмы?

14-20 февраль баҡсасылар өсөн уңышлы көндәр һанала.

14-20 февраль баҡсасылар өсөн уңышлы көндәр һанала.
Кәмеүсе Ай бөгөн Уҡсы йондоҙлоғында, тимәк, орлоҡ сәсеү өсөн был уңайлы көн һанала.
Үҫентеләрҙе өйҙә үҫтереүселәр помидор, баклажан, татлы боростоң бер ҡәҙәр өлөшөн иртәрәк ултырта ала. Шулай уҡ, петуния орлоҡтарын да иртәрәк утыртыу яҡшыраҡ. Йәй башында уҡ улар сәскәгә төрөнөп ултырасаҡ.
Баҡсасыларға тағын бер кәңәш: 23 февралдә, йәғни Ай тыуған көндө, орлоҡ ултыртыу, күсереп ултыртыу, туҡландырыу кеүек эшләрҙе башҡарырға ярамай.
28 һәм 29 февраль дә ултыртыу өсөн уңышлы көндәр буласаҡ.
Читайте нас: