"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
17 Февраль 2020, 18:35

Башҡортостанда балаларға снюс һатыуҙы тыйыу тураһында закон көсөнә инде

Бөгөн Башҡортостан ҡануниәтенә бер юлы ике үҙгәреш көсөнә инде. Беренсеһе балаларға снюс һатыуҙы тыйһа, икенсеһе бәлиғ булмағандарға никотинлы тәмәкеһеҙ изделие йәки кальян, электрон тәмәке һатҡан өсөн яза билдәләй.Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы...

Бөгөн Башҡортостан ҡануниәтенә бер юлы ике үҙгәреш көсөнә инде. Беренсеһе балаларға снюс һатыуҙы тыйһа, икенсеһе бәлиғ булмағандарға никотинлы тәмәкеһеҙ изделие йәки кальян, электрон тәмәке һатҡан өсөн яза билдәләй.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, штраф суммаһы граждандарға – 3-4 мең, вазифалы кешеләргә – 30-40 мең, юридик берәмектәргә – 150-200 мең һум. Ҡабаттан боҙған өсөн граждандарға – 4-5 мең, вазифалы кешеләргә – 40-50 мең, юридик берәмектәргә 200-250 мең һум штраф ҡаралған.
Шуны билдәләп үтәйек: тиҙҙән республиканың ошо ҡануниәттәге тәжрибәһен федераль кимәлдә лә ҡулланыуҙары мөмкин.
Читайте нас: