Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
18 Февраль 2020, 14:00

Айыҡлыҡ өсөн көрәш дауам итә

14 февралдә Ейәнсура район хакимиәтендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре ҡатнашлығында "Айыҡ ауыл" район конкурсында еңеүсе һәм призерҙары булған ауыл биләмәләренең инициатива төркөмдәре менән осрашыу ойошторолдо.

14 февралдә Ейәнсура район хакимиәтендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре ҡатнашлығында "Айыҡ ауыл" район конкурсында еңеүсе һәм призерҙары булған ауыл биләмәләренең инициатива төркөмдәре менән осрашыу ойошторолдо. Район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Тәлғәт Аҡбутин конкурс һөҙөмтәләрен барлап сығыш яһаны. Район етәксеһе Дәмин Юланов үҙенең сығышында эскелекте туҡтатып булмаһа ла, кешеләрҙең тартылыуын билдәләп үтте. Район этабында урындар менән билдәләнгән Байдәүләт, Өмбәт, Юлдаш, Үрген ауылдары вәкилдәре эштәр барышы, өлгәшелгән һөҙөмтәләр менән таныштырҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Фәнит Моратбаҡыев айыҡлыҡты ҡеүәтләү буйынса райондағы эштәр барышын ыңғай баһалап, йәмәғәт тормошонда һәм “Айыҡ ауыл” республика конкурсын әҙерләп үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн “Ейәнсура таңдары”, “Зианчуринские зори” район гәзиттәренә, Үтәғол ауылы китапханасаһы Фәүзиә Йосоповаға, Үрген ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Фәрзәнә Аҡсуринаға Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Аҙаҡ башҡала ҡунаҡтары һәм район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, “Айыҡ ауыл” район конкурсының ойоштороу комитеты ағзалары, конкурс призерҙары район этабында еңеү яулаған Үрген ауылында айыҡлыҡ өсөн көрәш буйынса эш барышы менән танышты.
Читайте нас: