Башҡортостандың балалар омбудсмены Милана Скоробогатова яңыраҡ Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецованың «ҡыҙыу бәйләнеш»енә ата-әсәһенең мәрхәмәтһеҙ булыуына зарланып шылтыратҡан Вита исемле (исеме үҙгәртелде) ҡыҙ менән аралашыуы хаҡында һөйләне.
Атап әйткәндә, ата-әсә киске сәғәт 11-ҙән һуң телефонын тартып алған, кисен бергәләп паркта йөрөргә, имтихандарға әҙерләнергә мәжбүр иткән.
Һуңғараҡ Милана Скоробогатова хәлде асыҡлау өсөн ҡыҙ, уның ғаиләһе һәм уҡытыусылары менән осрашҡан.
«Был ғаиләнең ошо бәхәсле хәлде бала өсөн һәйбәт итеп тамамлау өсөн бөтә ресурстары бар. Психологтар менән эшләргә кәрәк. Мәктәп уҡытыусылары ла ғаиләгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Мин хәлде күҙәтеүемде дауам итәм», — тип аңлатма бирҙе омбудсмен.
Милана Скоробогатова балаларҙың уға төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә алыуын да өҫтәне. Мәҫәлән, ни өсөн мине көнөнә ике тапҡыр теш таҙартырға мәжбүр итәләр? Ни өсөн ата-әсәйем телефонымды тартып ала, ни өсөн миңә уҡырға кәрәк һәм башҡалар.
Балалар, үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн Бөтә Рәсәй ышаныс телефоны: 8-800-2000-122.