Күренекле яҡташыбыҙ, публицист, шағир Азамат Юлдашбаевтың “Шоңҡар” журналы коллективы менән “Самауырҙы йыҡҡансы...” әңгәмәләшеүен ҡыҙыҡһынып ҡат-ҡат уҡып сыҡтым. Унда һөйләнелгән хәл-ваҡиғалар, күренештәр, яңғыраған фекерҙәр беҙҙең гәзит уҡыусыларға ла фәһемле булыр ине, тигән ниәттән сығып, интервьюлағы ҡайһы бер яуаптарҙы үҙенең рөхсәте менән “Ейәнсура таңдары”нда бирергә булдыҡ.
*“Хаттин ашырлыҡ һүҙ һөйләмәйем, хаттин ашырлыҡ эш эшләмәйем. Уйлағанымды ғына әйтәм дә, теләгәнемде башҡарам”.