Хәйерле кис, төркөмдәштәр!
Беҙҙең халыҡтың ит яратҡаны билдәле бит инде. Шулай уҡ ҡаҙаҡтарҙың да иткә иҫе китә.
Улар бер ултырғанда бер һарыҡты ашау буйынса ла ярышҡандар икән. Тик унда ҡаҙаҡ кешеһенә етеүсе булмаған. Бәхәстә ул гел өҫтөн сыҡҡан. Бер аҡһаҡал башҡорт кешеһенә аҡыл өйрәткән, ашатҡан һарығына көн дә (...) бирергә ҡушҡан.
Һарыҡ һуйырлыҡ булып көрәйгән. Бәхәс сиселер көн еткән. Башҡорт менән ҡаҙаҡ табын ҡорған. Бер юлы бер һарыҡты ашарҙай булып табынға ҡунаҡлаған ҡаҙаҡ бер киҫәк итте ҡабып ҡарағас та БӘХӘСТӘ ЕҢЕЛЕҮЕН белдергән. Һорау: ҺАРЫҠҠА КӨН ДӘ НИМӘ АШАТҠАНДАР?
Яуаптар СООБЩЕНИЕла иртәгә сәғәт 15.00-гә тиклем ҡабул ителә. Бәйгегә йомғаҡ кис яһала. Уңыштар һеҙгә!
Әйткәнебеҙсә, ай бәйгеһе еңеүсеһе февраль аҙағында мәғлүм буласаҡ. Әле мәрәйҙәр һаны ҡатнашыусыларҙа бер сама. Тимәк, уйынға бөгөн ҡушылғандарҙың да БҮЛӘК отоу ихтималы бар. Ә бүләк – ТЕЛЕФОНҒА 300 һум.