* “Самауырҙы йыҡҡансы” Гиннес рекордтары китабына инерлек рубрикалыр ул. Мин килгәнгә саҡлы бар ине. Үҙем редакторлыҡ иткән осорҙа ла популяр булды, әле лә йәшәүен дауам итә. Ғәҙәттә, яңы мөхәррир яңы рубрикалар, яңы проекттар менән килә. Ә “Самауырҙы йыҡҡансы” ҡала. Был беҙҙең менталитеттың бер сағылышылыр, моғайын. Сөнки башҡортта етди һөйләшеү самауыр янында, сәй эскәндә генә була торған хәл бит.
Самауыр, беренсе сиратта, ҡәрсәй менән бәйле
Самауыр тиһәң, иң тәүҙә күҙ алдына килеп баҫа: бала сағым. Нәбирә ҡарсәйем. Уның егерме литрлыҡ самауыры. Әйткәндәй, ул затлы ҡомартҡы әле минең балконымда ултыра. Электр сәйнүктәре күпләп һатыуға сыҡҡас, барса халыҡ шуларға йәбеште. Самауырҙар моданан сығып, ихтыяжлығын юғалтып, халҡым хәтере кеүек, ҡайҙалыр эткеләнеп-төрткөләнеп йөрөнө. Шөкөр, хәҙер барлыҡ милли ҡиммәттәр менән бергә ул да кире ҡайта...
Самауыр, беренсе сиратта, ҡарсәй менән бәйле. Ауыл инәйҙәре бергә йыйылып, аяҡтарын бөкләп урындыҡҡа ултырып, яйлап самауыр сәйе эсә. Бер самауырҙы бушатыу улар өсөн һис ни тормай. Уны яңыртып, ике самауыр сәй һемереп ташлаһалар, арыу ғына гәпләшеп ултырғандар тигән һүҙ.
Япон яҙыусыһы Акутагава хаҡында ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Новеллаларында үҙ халҡының милли асылын шундай оҫта итеп сағылдыра. Япон ҡатын-ҡыҙҙарын һүрәтләгәндә, нигеҙҙә, уларҙың ҡырыҫлығын, өндәшмәҫ, баҫалҡы булыуын һынландыра. Әммә тәү ҡараштан күҙгә салынып бармаған нескәлектәрҙе тотоп алып, ғәжәп бер оҫталыҡ менән уҡыусыға асып һалып, милләт әсәләренә һәйкәл ҡуя. Әйтәйек, уларҙың береһендә шундайыраҡ эпизод бар: Шулай итеп, Акутагава ошо бер ҡулъяулыҡ һәм бер ҡул аша тотош милләт ҡатындарының характерын асып бирә. Ҡарсәйем дә, ана шул япон ҡатындары һымаҡ, ҡарап тороуға шул тиклем ҡырыҫ булды. Ғаиләлә өс малай һәм бер ҡыҙ үҫтек беҙ. Ул саҡта ауылда өйҙәр барыһында ла бер төрлө – алғы яҡ та, төпкө яҡ. Кискеһен күмәкләшеп урындыҡта ултырабыҙ. Хәҙерге ише телевизор ҙа, Интернет та юҡ. Ғәҙәттә, китап уҡыйбыҙ. Беребеҙ, тынлыҡты боҙоп, урынынан тороп китәм тиһә, туҡтатыу өсөн ҡарсәйемдең өс хәрефтән торған бер генә һүҙе етә торғайны: “Тик!” Ҡурҡытыу ҙа, шелтәләү ҙә түгел. Әммә шул һүҙҙе ишеткәс, урындан ҡуҙғалырға ярамағанлығын аңлайбыҙ. Йә булмаһа, ишек башында торған сыбыҡҡа ымлап ҡына ҡуя ине. Тик һуҡҡанын иҫләмәйем.
Ҡәрсәйем беҙҙең менән йәшәне. Хатта ки атай үлгәс тә беҙҙе ташламаны. Әжәленә күпмелер ҡалғас ҡына, атайым мәрхүмдең ағаһына, өлкән улына сығып китте. Яҙмышы шул тиклем аяныслы булған уның. Туғыҙ балаға ғүмер бүләк иткән (хәйер, ун бер тиеүселәр ҙә бар, бәхәсле мәсьәлә был). Ике уланы – Ғайса һәм Зәкәриә олатайҙар һуғышта вафат булған. Туғыҙ балаһының етәүһен ерләргә тура килгән уға. Икәүһе генә үҙенән һуң тороп ҡалды. Уның нимә әйтергә теләүен ҡарашынан белергә мөмкин ине. Эскән ирҙәр түгел, хатта айныҡтары ла уға күренергә ҡурҡа торғайны. Ысынлап та, урамдың бер яҡ осонда ҡәрсәйем күҙгә салынһа, унан йәшенеп ҡалыусылар булған, тиҙәр. Тик ауыҙ асып әрләгәнен иҫләмәйҙәр. Бит-ҡулындағы йөҙйәшәр имәндең ҡайыры һымаҡ бураҙна-бураҙна булып йырылып киткән йыйырсыҡтары әле лә хәтеремдә. Бер тапҡыр ҙа ғәйбәт һөйләшеп ултырғанын күрмәнем. Мәңге урмандан ҡайтманы ул. Валерьян тамырын, айыу ҡурайы тамырын ҡаҙып, мәтрүшкә йыйып киптереп һата торғайны. Ҡайтҡас, шунда утын әҙерләп, көлтә бәйләп киткәйнем, барып алығыҙ, ти. Күршеләрҙән ат алып торабыҙ ҙа, ҡәрсәй әйткән ергә барып, утын тейәп ҡайтабыҙ. 75-се йылдағы ҡоролоҡта малды уның урағы менән көлтәһе ҡотҡарҙы. Ҡәрсәйемдең урманды төйәк итеп, һәр ваҡыт еләк йыйып, муйыл тиреп йөрөүе буштан булмағандыр. Баяғы фажиғәләр эҙһеҙ үтмәгәндер. Кешегә һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, һағышы эсенә һыймағандыр уның. Шуға, әҙәмдән биҙеп, урман ҡосағына ашыҡҡандыр.
Шул тиклем уҡымышлы булды ҡәрсәй, һандыҡ-һандыҡ китаптары ҡалды. Һәр ҡайһыһында үҙенең ҡулъяҙмалары ла бар ине. Тик, әлеге лә баяғы самауырҙың ҡәҙерен белмәгән һымаҡ, ул китаптарҙың ҡәҙерен ҡайҙан беләһең инде?!
Һинең өсөн кемдәр авторитет тип һораһалар, һис шикһеҙ, ҡәрсәйем менән әсәйем тиәсәкмен. Әгәр ҙә бөгөн әхлаҡ, әҙәп ҡанундарының юҡҡа сыға барыуы, милли асылдың төҫһөҙләнеүе күҙәтелә икән, кемде ғәйепләргә тиһәләр ҙә, ана шундай өләсәйҙәр мәктәбенең булмауын төп сәбәп тип атар инем. Сөнки бер ниндәй президент та, бер ниндәй указ да бирә алмай уны. Беҙҙең милләт өләсәйҙәр, ҡәрсәйҙәр мәктәбе аша үткән милләт. Әгәр ҙә шул мәктәп үлһә, бөгөн өләсәйҙәр туҡтауһыҙ шопингта йөрөп, ғәйбәт һөйләшеп, “ватцап”та хәбәр яҙышып, телевизорҙан сериалдар ҡарап ултырып йәки эшләп йөрөп, ейән-ейәнсәрҙәренә ваҡыт тапмаһа – аяныс хәл.
...Тыуып торҙоғоҙ, ҡарсәйегеҙ һеҙҙе, береһенән-береһе йомшағыраҡ, береһенән-береһе йылыраҡ тип, ҡосағына ала барҙы, ти әсәйем. Бала сағым ҡәрсәйем менән урман-тауҙар гиҙеп, ул һөйләгән ҡарһүҙҙәрҙе тыңлап үтте. Әгәр ҙә миндә ниндәйҙер ыңғай сифаттар бар икән, бөтәһе лә ҡәрсәйемдән һәм әсәйемдән. Тиҫкәреләре – үҙемдеке. Бына бит, самауыр һүҙе генә лә күпме хәтирәләрҙе яңыртты.