Йәмғиәт Общество
20 Февраля 2020, 14:00

Ғүмерҙәр балҡышы

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында йәшәүсе апайым Рәшиҙә Фазлетдин ҡыҙы (Аҡбутина) менән еҙнәм Марс Ғизетдин улы Аҡсуриндарҙың ғаиләһендә ошо көндәрҙә иҫтәлекле ваҡиға. Теүәл 40 йыл элек февраль айының 22-се көнөндә апайым менән еҙнәмдең никахын туйлағайныҡ. Тал сыбығындай нәҙекәй генә апайымды буласаҡ еҙнәй менән тәүге тапҡыр бергә күргән көн әле лә асыҡ күҙ алдында – матурҙар, һоҡланғыстар.

Ғүмерҙәр балҡышы
Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында йәшәүсе апайым Рәшиҙә Фазлетдин ҡыҙы (Аҡбутина) менән еҙнәм Марс Ғизетдин улы Аҡсуриндарҙың ғаиләһендә ошо көндәрҙә иҫтәлекле ваҡиға. Теүәл 40 йыл элек февраль айының 22-се көнөндә апайым менән еҙнәмдең никахын туйлағайныҡ. Тал сыбығындай нәҙекәй генә апайымды буласаҡ еҙнәй менән тәүге тапҡыр бергә күргән көн әле лә асыҡ күҙ алдында – матурҙар, һоҡланғыстар. Күңел матурлығы менән балҡыған ҡәҙерлеләребеҙ бөгөн дә төҫ ташламай. Игелеклек, киң күңеллелек кеүек иң ҡиммәтле кешелек сифаттары менән һоҡландырып, матур олоғаялар. Ҡырҡ йыл элек ике йәш йөрәк башлаған ғаилә һуҡмағының тоғролоҡ менән бер тыналай дауам итеүе, ҡәҙерлеләребеҙҙең беҙгә, бөтә туғандарына ла, терәк булып, йәнәш атлауҙары беҙҙең өсөн ҙур һөйөнөс. Апайым хеҙмәт юлын йәштән һайлаған һөнәренә бағышланы: бухгалтер, баш бухгалтер вазифаһында оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Еҙнәм – Эске эштәр министрлығының Ейәнсура район милиция бүлеге хеҙмәткәре, майор званиеһында пенсияға сығып, артабан 2000–2017 йылдарҙа 116-сы һанлы Иҫәнғол профессиональ лицейында уҡытты.
Апайым менән еҙнәмдең ҡунаҡсыл йортонан кеше өҙөлмәй – туғандары, дуҫтары менән аралашып, тормош ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр. Икеһе лә алсаҡ, туған йәнлеләр. Уларҙың ишеге бөтәһе өсөн дә һәр саҡ асыҡ. Беҙҙең өсөн апайым менән еҙнәм – донъябыҙ тотҡаһы. Тормош ҡуйған кәртәләрҙе артылырға, ҡаршылыҡтарҙы еңергә нәҡ уларҙа көс табабыҙ, таяныс тоябыҙ, ярҙам күрәбеҙ. Улар ҡорған донъя күптәргә өлгө булырҙай. Матур итеп, заманса йорт һалып сыҡтылар. Мул ҡуллы, йомарт апайым менән еҙнәм йыйған табындарҙа һәм былай ғәҙәти генә киске аштарҙа ла туғандары менән йыйылышып, йырлай-йырлай, мәрәкәләшеп һөйләшә-көлөшә үткәргән ваҡыттар йөрәктәрҙе иретер йылылығы менән гел генә үҙенә тартып тора, матур хәтирәләр ҡалдыра. Апайым менән еҙнәмдең йорт алды баҡсаһы, ишек алды иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем күҙҙең яуын алырҙай сәскәләргә күмелеп ултыра. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр, ҡош-ҡорт аҫырайҙар. Бер нисә төр виноград үҫтерәләр, быныһы инде – еҙнәмдең яратҡан шөғөлө. Ә апайым – уңған, тынғыһыҙ хужабикә. Йорт-ихатаһы һәр саҡ бөхтә, өҫтәле һый-тәғәм менән тулы. Донъяһын сыняһау итеп көтөү менән бер рәттән һуңғы йылдары сәйлән, мәрйендәр, тәңкәләр теҙеп, төрләндереп түшелдеректәр тегергә лә оҫтарып алды. Апайым тураһында туҡтауһыҙ яҙырға ла яҙырға булыр ине. Апай булғаны өсөн генә түгел, ул асылы, булмышы менән шулай ихлас, игелекле йән. Бөтәбеҙ өсөн дә борсолоп, һәр беребеҙҙе ҡайғыртып, уңыштарыбыҙға һөйөнөп, барыһының хәстәрен, хәсрәтен йөрәгенән үткәреп, «туғаным» тип йән атып йәшәй. Марс еҙнәм дүрт малай үҫкән Аҡсуриндар ғаиләһендә баш бала. Әле дүрт улдан ишәйеп киткән Аҡсуриндарҙа матур йола булдырылған – улар бөтә ғаилә байрамдарын да бергә ҙур табында ҡаршылай. Иҫтәлекле көндәр айҡанлы ла, йәйге ялдарҙы ла, тәбиғәт ҡосағында ял итеүҙе лә улар бергә ойоштора, шатлыҡтарын да уртаҡлаша, хәсрәттәрен дә бергә кисерә. Ағалы-ҡустылылар, килендәштәр бер төптән, бер ҡараштан, бер уйҙан ойошоп, ҡатышып йәшәйҙәр.
Апайым мәктәптә уҡыған сағында уҡ район мәҙәниәт йортоноң сәхнәһенә аяҡ баҫҡайны, олоғайғас та әүҙемлеген юғалтманы. Йыр-моңға һөйөүе, маһирлығы Аҡбутиндарҙан булһа, йәне теләгән шөғөлөнә мөкиббәнлеге өйөндә, ғаиләһендә тәртип булдыра белеүендә һәм яҡындарының ихтирамын, иғтибарын лайыҡлы яулауында. Йәшлеге яҙында агитбригадалар менән ырҙын табаҡтарында сығыш яһап, моңло тауышы менән тамашасылары һөйөүен яулау, район һәм республика сәхнәләренә күмәк бейеүҙәр менән сығыу, ауылдар буйлап концерттар ҡуйып йөрөү – райондың мәҙәни тормошондағы был әүҙемлеге төп эше менән бер рәттән барҙы. Пенсияға сыҡҡас та дәрте һәм дарманы һүрелмәне. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, профессиональ йырсы, ҙур талант эйәһе Земфира Хәким ҡыҙы Күләева (Әбдрәхимова) ойошторған «Йырау» халыҡ фольклор ансамблендә 2003 йылдан алып алыштырғыһыҙ ағзаһы булып, район, республика кимәлендәге мәртәбәле сараларҙа конкурстарҙа ҡатнашыусы ла ул апайыбыҙ. Район халыҡ театрының Ф. Бүләков пьесаһы буйынса ҡуйылған «Әбейҙәргә ни етмәй» спектаклендә (реж. Радмир Дәүләтбаҡов) Фатима ролен уңышлы башҡарҙы. Заманында үҙешмәкәр коллективтың бейеүсе өс ҡыҙы башҡарыуындағы «Бөрйән ҡыҙҙары» бейеүе концерт программаларының йөҙөк ҡашы булды.
Апайым менән еҙнәм өс улы менән бер ҡыҙына дөрөҫ тәрбиә биреп, намыҫсан, егәрле, итәғәтле һәм әҙәпле балалар үҫтерҙеләр. Бөтәһенә лә юғары белем алып, һөнәр алырға ярҙам иттеләр. Ейәнсәрҙәре Камилла бөтәбеҙҙең дә йыуанысыбыҙ, ҡыуанысыбыҙ булып үҫеп килә. Тормош ҡороуҙарына 40 йыл тулған көндәрҙә апайым менән еҙнәмә ныҡлы сәләмәтлек, ҡыуаныс-шатлыҡлы көндәр, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Иң изге теләктәребеҙҙе һәм рәхмәтебеҙҙе балаларығыҙ, бөтә туғандар исеменән еткерәм: улдарығыҙ Тимур, Айнур, ҡыҙығыҙ Дәлиә, кейәүегеҙ Флүр, ейәнсәрегеҙ Камилла; Фәриҙә апайымдың, Мәхәммәт менән Баязит авызыйымдарҙың һәм үҙемдең ғаиләмдән, бөтәбеҙҙең дә килен-кейәүҙәре, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре (шөкөр, күмәкбеҙ) һәм атайым менән әсәйем яғынан туғандарыбыҙҙың барыһының да ҡотлау сәләме булып барып етһен. Һәммәбеҙгә лә Хоҙайым именлек, иман, рух һәм тән сәләмәтлеге, тыныс көндәр, бәрәкәтле оҙон ғүмер әйләһен!!!
ӘНИСӘ АҠБУТИНА.
Читайте нас