Иҫәйһегеҙме был ҡыҙҙы? Ольга Печуляк – беҙҙең төркөмдәге “Ҡыш бабайҙы көткәндә...” фотобәйгеһендә еңеү яулағайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ольгала (04.05.2012 й) ҡурҡыныс сир барлығы раҫланған. Әле ул әсәһе Миләүшә апай Солтанбаева менән Мәскәүгә, Рәсәй онкология үҙәгенә йыйына. Ольганың ғүмере өсөн көрәш, уны дауаханаларға йөрөтөү, әлбиттә, ҙур сығымдар талап итә. Дуҫтар, әйҙәгеҙ, битараф булмайыҡ, райондаштарыбыҙҙың хәленә инеп, ҡулдан килгәнсә матди ярҙам күрһәтәйек.