Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
21 Февраль 2020, 20:00

Азамат Юлдашбаев. Дауамы. "Атайым бик үҙенсәлекле кеше ине"

Атайым хаҡында һөйләргә бер генә “самауыр” етмәй. Ул уникаль кеше булған. Ағас семәрләү оҫтаһы, гармунсы, йырсы. Үҙе көйҙәр яҙған. Шәхси оҫтаханаһы ла бар ине. Ә ундағы эш ҡорамалдары! Ниндәйе генә юҡ!

Атайым бик үҙенсәлекле кеше ине
Атайым хаҡында һөйләргә бер генә “самауыр” етмәй. Ул уникаль кеше булған. Ағас семәрләү оҫтаһы, гармунсы, йырсы. Үҙе көйҙәр яҙған. Шәхси оҫтаханаһы ла бар ине. Ә ундағы эш ҡорамалдары! Ниндәйе генә юҡ! Әсәйем дә шәп ҡатын булғандыр инде, Ырымбурға шәл һатырға барһалар, атайыма берәй инструмент йөкмәп ҡайта торғайны. Шул тиклем бай ҡорамалдар ҡалды. Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, әлеге лә баяғы ҡәрсәйҙең бер һандыҡ мөлкәтен таратып бөткән һымаҡ, атай мираҫын да шул уҡ яҙмыш көттө. Иғтибар иткәнегеҙ бармы, беҙҙең милләт әйберләтә хәтер менән йәшәмәй. Күн оҫтаһы булараҡ әйтәм, бер американ малайы гаражында ҡартатаһының ҡорамалдарын табып, шулар менән эш башлаған. Ул ҡорамалдар беҙҙә шул сама йылдар буйы ятыр инеме? Юҡ, әлбиттә. Ниндәйҙер күргәҙмә мәлендә удмурттар менән осраштыҡ. Ҡатындары өҫтөндәге милли кейемдәрен быныһы – шунан, быныһы бынан ҡалған ҡомартҡы, тип ғорурланып һөйләй. Инде нисәнсе быуынға тапшырылған улар! Ә беҙҙең милли кейемдәр ҡайҙа?! Һуғыш башланғас, халыҡтан тонналап-тонналап биҙәүстәр, һаҡалдар, ҡашмауҙар, сәсмәүерҙәр йыйып, танк һатып алғаныбыҙҙы белеүен-беләбеҙ ҙә... Тик... Хәйер, һүҙ атайым хаҡында ине бит. Унан ҡалған мираҫ яйлап ғәйеп булып бөттө. Авиация полкында хеҙмәт иткән атайҙың матур каллиграфия менән яҙылған ҡуйын дәфтәрҙәрен малайҙар менән “һуғыш уйнағанда” мандат итеп файҙаланыуыбыҙ хәтеремдә. Шунда, документтары араһында уның ҡулъяҙмаһы ла бар ине. Мин уны хикәйәлер тип уйлағайным. Хәҙер иһә, күләменә ҡарағанда, ул берәй повесть булғандыр, тип фаразлайым. Яҙмала һүрәтләнгән ваҡиғалар аныҡ ҡына хәтерҙә түгел. Әммә төп геройҙың исеме Марат ине. Тимәк, атай яҙған да булған. Тик нимә яҙған, ни эшләп яҙған, хәҙер инде быныһы бер кемгә лә, бер ҡасан да мәғлүм булмаясаҡ. Атайҙың көйҙәрен беҙҙең тарафтарҙа әле булһа Рәмил ағайҙың көйө тип һөйләйҙәр. Хөсәйен абзый мәрхүмдең шундай бер лаҡабы ла ҡалды. “Рәмил ағай гармунда уйнағанда минең йөрәгем нимә эшләй ул?” – тип һораған тиҙәр уны әсәһенән. Моңо күңел ҡылдарын сирткәндер. Тик бала быны ҡайҙан аңлаһын инде?! “Колхозда звено бригадиры булған Рәмил ағай, яланда ҡуна ятып бесән эшләгәндә, иртән тора ла, ҡыуыштан-ҡыуышҡа йөрөп гармун уйнап, башҡаларҙы уята торғайны, беҙ, ахмаҡтар, таңға саҡлы бейеп, күңел асып туймағанбыҙмы икән, шул моңдо ишетеп, уяныр-уянмаҫ килеш һикереп килеп торабыҙ ҙа, ыңғайына бейеп алып китәбеҙ”, – тип тә хәтерләйҙәр уның хаҡта. Бына ниндәй дәртле саҡтары булған уларҙың... Атайым үлгәндә миңә һигеҙ йәш ине. Иҫләүен иҫләйем үҙен. Әммә ниндәй кеше булыуын хәҙер генә аңлайым. Еңмешлеге лә бар ине. Шифоньерҙар яңы модаға инә башлаған саҡта, әҙерҙе һатып алмай, Ырымбурға барып, көҙгө, фанералар күтәреп ҡайтып, үҙ ҡулдары менән яһап, буяп ҡуйғайны. Ул йыһаз әле лә ултыра.
Атайҙы маҡтаған һайын таяҡтың икенсе осо күренә башлай шул бына. Минең атай, моғайын, мир ҡосағында күберәк йәшәгәндер һәм беҙгә иғтибары әҙерәк тәтегәндер. Һәр хәлдә, вафатына бер йыл ҡалғас, ат егеп, һуңғы тапҡыр бергәләп сабынлыҡҡа сығыуыбыҙҙы иҫләйем. Атайым ил өсөн шул тиклем һәйбәт кеше булғандыр. Ир-егеттәр араһында абруй ҡаҙанғандыр. Нисегерәк аңлатырға? Кемдер янғында ҡаза күргән кешегә ярҙам итә, кемдер янғынды һүндерергә бара, ә бәғзеләре янғын сыҡмаҫ борон уҡ һүндерә башлай. Атай һуңғылар иҫәбендә ине. Беҙҙең Нәжип төҫкә лә, холҡо менән дә атайға оҡшаған. Мин иһә тынысыраҡмын. Моғайын, әсәйгә нығыраҡ тартҡанмындыр. Янғынды һүндерергә барырға ҡулымдан киләлер. Атай, ғәфү ит, барғас, яйлап аралашырбыҙ...
Атайҙың йәшен хәҙер ике тапҡыр үтеп барам инде. Тик мин үҙемде һаман малай ғына һымаҡ тоям. Ә ул саҡта атай минең өсөн олпат ир төҫлө булды. Әммә уға ни бары 35 йәш ине. Ҡалайтаһың, тормош инде, тормош... Уны ерләгәндән һуң ҡәрсәйем биреште.
Читайте нас: