"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
22 Февраль 2020, 20:00

Азамат Юлдашбаев фекерҙәре. Дауамы. “Ҡолон сағында бүренән таланған ат айғыр булғас эттән дә ҡурҡа”

Мәктәптә нисәлер класс “отличник” булдым. Бөтә нәмә сама менән беленә бит. Самалашыр кешең булһа... Беҙ биш малай инек класта. Ярышып уҡыныҡ. Журналда графа һайын “бишле”ләр торһон тип тырыштыҡ. Бөтәбеҙ ҙә бер кимәлгә еткәс, уҙыш туҡтаны. Беҙгә шул етә ине, ахыры. Яҡшы уҡыным. Белемем дә, зиһенем дә бар ине. Дүртенсе класта – мәктәп, бишенсе-алтынсы класта ауыл китапханаһын уҡып бөткәнмендер. Ғөмүмән, беҙҙең ауылда уҡыу культы булды.

Ҡолон сағында бүренән таланған ат айғыр булғас эттән дә ҡурҡа”
Мәктәптә нисәлер класс “отличник” булдым. Бөтә нәмә сама менән беленә бит. Самалашыр кешең булһа... Беҙ биш малай инек класта. Ярышып уҡыныҡ. Журналда графа һайын “бишле”ләр торһон тип тырыштыҡ. Бөтәбеҙ ҙә бер кимәлгә еткәс, уҙыш туҡтаны. Беҙгә шул етә ине, ахыры. Яҡшы уҡыным. Белемем дә, зиһенем дә бар ине. Дүртенсе класта – мәктәп, бишенсе-алтынсы класта ауыл китапханаһын уҡып бөткәнмендер. Ғөмүмән, беҙҙең ауылда уҡыу культы булды. Көтөүсе ағайҙар ҙа йығылып ятып китап уҡыны. Шуға ла улар менән аралашыуы миңә бөгөн Өфөләге ҡайһы бер фән кандидаттары менән аралашыуға ҡарағанда күпкә ҡыҙығыраҡ. Ауылдың бер осонда ниндәйҙер китап пәйҙә булһа, икенсе осонда сират көтә. Беҙҙә бер ваҡытта ла бер кемдең дә шәхси китабы юҡ ине. Ул тотош ауылдыҡы... Ҡыҫҡаһы, уҡыуым яҡшы булды. Ә бына тәртипкә килгәндә, мәктәп тарихында, моғайын, “ҡәнәғәтләндерерлек” тигән баһа менән тамамлаған берҙән-бер уҡыусы булғанмындыр. Ниңә уйлай килеп сыҡҡандыр? Әйтә алмайым. Үҙем артыҡ бер эш тә боҙмаған һымаҡмын. Иллә мәгәр, уҡытыусылар менән бәхәсләшергә ярата инем... Уҡыу – һәйбәт, ә тәртип малайҙарса булды.
Мин бер ниндәй ҙә хаттин ашырлыҡ һүҙ һөйләмәйем, хаттин ашырлыҡ эш эшләмәйем. Уйлағанымды ғына әйтәм дә, теләгәнемде башҡарам. Күптәр был йәһәттән үҙенә бирелгән хоҡуҡтың өстән бер өлөшөн дә файҙаланмай. Һәм шуға күрә уларҙың күбеһе миңә ниндәйҙер ихтирам менән ҡарай. Йәнәһе, Азамат дөрөҫөн әйтә ала. Егеттәр, дөрөҫөн әйтә алам, сөнки был Аллаһы Тәғәлә һәм Конституция тарафынан бирелгән хоҡуҡ. Ә беҙ ғүмер буйы баҫылып, дөрөҫөрәге, үҙебеҙҙе үҙебеҙ баҫып йәшәйбеҙ. Шуны әйтергә ярамай, былай итергә ярамай. Әсәйем беҙҙе ҡысҡырып көлөүҙән түгел, ҡысҡырып илауҙан да тыйҙы. Күршеләр ишетеп ҡалмаһын, кеше күреп ҡуймаһын, имеш... Сөнки тотош милләт шулай. Рәсми әйтәм: хәҙер ҡысҡырып көләм һәм ҡысҡырып илайым. Әсәй, был юлдарҙы уҡыһаң, минән сәләм тип ҡабул ит.
Әйткәндәй, улым да үҙемә оҡшаған. Шағир, философ булараҡ, бунтарлығыңды аңлайым, әммә атай булараҡ, мин һине аҡлай ҙа, яҡлай ҙа алмайым, тип уны элек-электән киҫәтә килдем дә бит... Әле бына, диплом яҡларға бер ай ҡалғас... универҙан ҡайтып төштө. Нисек ҡабул иттең быны, тип һорайҙар минән. Уның үҙенең һайлау мөмкинлеге бар бит, тиһәм, ҡайһылай демократик атай һин, тип аптырайҙар. Ә мин нимә эшләргә тейеш инем һуң? Тотоп ярырғамы, йә булмаһа өйҙән ҡыуып сығарырғамы?! Уйлап ҡараһаң, мин 55 йәшемдә лә үҙемде эҙләйем икән, ул нисек 22 йәшендә үҙен табырға тейеш?! 55 йәштә эште ҡалдырып китеүемә әсәйем дә, ҡатыным да ҡаршы ине. Ярты йыл буйы улар менән һөйләшеү алып барырға тура килде. Миңә ҡалһа, кеше үҙ хоҡуҡтары менән файҙаланырға тейеш. Ә яһалма ҡанундарҙың, яһалма ҡағиҙәләрҙең, яһалма ҡараштарҙың ҡолона әүерелеп йәшәү дөрөҫ түгел. Ҡоллоҡ бит үҙебеҙҙә ята. Һәр кемебеҙҙә. Шуныһы ғына бар: үҙеңдең хоҡуҡтарың менән файҙаланған саҡта, мин хоҡуҡлы тип, аңлы рәүештә башҡаларға зыян итмә. Әгәр ҙә кеше 15 йәшендә үҙенең ҡарашын белдерә алмай икән, 50 йәшендә ул быны эшләй алмаясаҡ. Ғилман мәрхүмдең әйткәне бар ине бит: “Ҡолон сағында бүренән таланған ат айғыр булғас эттән дә ҡурҡа”. Шөкөр, хәҙер тормошҡа ирекле ҡарашлы йәштәр үҫеп килә. Һәм улар менән аралашыу миңә оҡшай.
Читайте нас: