Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәгән һәүәҫкәр рәссам Марат Ғафаровтың оҫта ҡулдары тыуҙырған үҙенсәлекле һүрәттәр, 3D форматындағы картиналар бөгөн Башҡортостан, Рәсәй күләмендә генә түгел, хатта сит ил кешеләрендә лә ҡыҙыҡһыныу уята.
Марат Алсынбай улы Баймаҡ һәм Бөрйән райондары сигендә урынлашҡан ғәжәйеп матур тәбиғәтле Бетерә ауылында тыуған.
Рәссамдың 3D картиналар ижад итеүгә тотоноу тарихы ҡыҙыҡлы. 3D һүрәттәр килеп сыҡҡас, ул да эшләп ҡарарға була. Был йүнәлештәге иң тәүге эштәренең береһе ҡустыһының иҙәнен биҙәү була. Бөгөн уның бихисап таныштарының һәм бығаса таныш булмаған, әммә матурлыҡҡа ғашиҡ кешеләрҙең йорт-фатирҙарын, ҡапҡаларын, ҡоймаларын ошондай үҙенсәлекле һүрәттәр биҙәй.
Марат Ғафаровтың картиналары бөтә Рәсәй буйынса таралған. Салехард, Калининград, Өфө, Магнитогорск ҡалаларынан һүрәт эшләтеп алыусылар булған. Социаль селтәр аша табып яҙыусылар күп икән. Хатта сит илдәрҙән – АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Канада, Ғәрәп Әмирлектәренән дә яҙалар.Йортоноң берәй мөйөшөн, аш-һыу бүлмәһен биҙәүен һорап, ҡатын-ҡыҙҙари ҙа йыш мөрәжәғәт итә икән.
Уның хаҡында Беренсе канал тапшырыу эшләгән, үҙәк, республика гәзиттәре яҙып сыҡҡан. Һүрәттәренә бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә йыш була икән. Мәскәүҙән килгән оператор егет йыуыныу бүлмәһенең ишеген асҡас, иҙәндә 3D форматында төшөрөлгән зәп-зәңгәр һыулы диңгеҙҙән башын ҡалҡытып торған дельфин һүрәтен күреп, бер аяғын күтәргән килеш ҡатып ҡала. Темәстәге иҫке генә бина диуарына семәрле баҫҡыс, ишек һүрәте яһап ҡуйғас, ҡайһы бер ауылдаштары рәсемдәге ишекте ысынға алып, саҡ баштары менән төкөмәй.
Үҙенең дә илһам сығанаҡтарының береһе - тәбиғәт, икенсеһе – яратҡан ғаиләм, – тип иҫәпләй Марат Алсынбай улы.
Фотолар: Марат Ғафаровтың шәхси архивынан.