Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
23 Февраль 2020, 11:00

БУРЫСМЫ, БОЙОРОҠ ҮТӘҮМЕ?

Мин Самаҙы ауылы ҡыҙы Динара Яҡшыбаева булам. Әле Бөрйән районында кейәүҙәмен. 23 февралгә ҡарата район гәзите группаһында һорау-фекер сыҡҡайны. Бәлки минең мәҡәләм шуға ҡарата ҡыҙыҡлы булыр

Бурысмы, бойороҡ үтәүме?

Ватанды һаҡлаусылар көнө яҡынлашҡас, был көндөң төп асылы хаҡында ирекһеҙҙән уйлана төшәһең. Тарихҡа күҙ һалһаң, тап 1918 йылдың 23 февралендә Ҡыҙыл Армия рәсми рәүештә барлыҡҡа килә һәм шунан алып был көн Совет армияһы көнө тип йөрөтөлә. Ә инде Советтар Союзы тарҡалғас, был дата Ватанды һаҡлаусылар көнө тип билдәләнә башлай. Эйе, тап ана шул һалдат һурпаһын эскән, егетлек мәктәбе үткән, ил алдында изге бурысын үтәгән көслө заттарыбыҙға хөрмәт күрһәтеү байрамы. Тик һуңғы йылдарҙа 23 февраль бөтә ир-егеттәрҙе, әрмелә хеҙмәт итеү-итмәүенә ҡарамаҫтан, бер ҡалыпҡа һалып бүләкләй торған ҡыҙыл датаға әүерелә барыуы ғәҙәти күренешкә әйләнде.
Хәтеремдә әле башланғыс класта уҡығанда, практика үтергә килгән уҡытыусы апайыбыҙ менән ауылдаш һалдат ағайҙарға хат яҙғайныҡ. Аҙаҡ улар изге бурыстарын үтәп ҡайтҡас, мәктәптә осрашыу кисәһе лә үткәйне. Мауығышып армия мажараларын тыңлайбыҙ. Ауылдағы малай-шалай әрменән ҡайтыусы ағаһын түҙемһеҙлек менән көтөп ала ине, ҡайтһа һис шикһеҙ берәй значок тәтейәсәк тәһа. Ә уларҙың йондоҙ тағылған кәпәстәрен кейеп йөрөгәндәренең бөтөнләй түбәләре күккә тейә ине. Ә беҙ, ҡыҙҙар, ундайҙарға ҡарап һоҡланабыҙ. Арабыҙҙа саяраҡтарыбыҙ "беҙ ҙә һалдат булабыҙ" тип сәмләнешә ине. Ана шундай патриотик рухта тәрбиәләнгәнгәме, әллә бөтә ауыл менән егеттәрҙе әрмегә оҙатыу үҙе бер тәртип менән башҡарылған йола булыуын күҙәтеп үҫкәнгәме, бөтә егеттәр ҙә мотлаҡ илгә хеҙмәт итергә бурыслы тип белеп үҫтек. Армияға бармай ҡалһаң да була тигән уй малай ишаратынан алып буй еткергәненә тиклем яңылыштан да башына инеп сыҡмағандыр.
Беҙ бала саҡта ҡартатайымдың, бүтән ветеран олатайҙарҙың һуғыш хәтирәләрен тыңлап үҫтек. Еңеү көнөндәге парад та, транспаранттар тотоп урам буйлап йыр йырлап ҡына уҙыуҙан, күпкә юғары әһәмиәткә эйә ине. Илебеҙҙе фашистик дошмандан һаҡлап ҡалыусы ҡартатай- олатайҙарҙың, инәйҙәрҙең түшендәге ялтырашып торған миҙалдарға ҡарап һоҡлана-һоҡлана, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ғорурлыҡ тойғоһо кисерә инек. Тотош ауыл, ил байрам тантанаһы беҙҙең йөрәктәрҙә байраҡ булып елберләне.
Ә армия темаһы ир-егет әңгәмәһенең һәр саҡ төп темаһы булып ҡала килде. Ирмен тигән ниндәй ир-егет ошо мауыҡтырғыс һөйләшеүҙән ситтә ҡалғыһы килһен?
Әрмелә хеҙмәт итеү - беҙҙең Яҡшыбаевтар нәҫеленең дә изге бурыстарының береһе ине. Оло ағайым 1994-1996 йылдарҙа Мәскәүҙә хеҙмәт итеп ҡайтып килгәндә, кесе ағайымды әрмегә оҙаттыҡ. Бары тик 1 көн генә ағай менән ҡусты күрешә алмауына сәбәп булды. Шул саҡта әсәйем йөрәге ниҙәр кисергәндер, бер үҙенә генә мәғлүм. Ҡартайым мәрхүм кесе ағайымды бәләкәй генә сағынан ниңәлер: "Минең улым моряк була", - тип ҡабатлар ине. Ысынлап уның әйткәндәре тормошҡа ашты, ағайым хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт итте. Тик ҡартайым ғына ул көндәрҙе күрә алманы...
Ул саҡта бит бөтә ауыл менән оҙата инеләр егеттәрҙе. Беҙҙең ауылға ғына (Ейәнсура районы Самаҙы ауылы) хас йолаһы ла бар ине уның. Олораҡтар атҡа ултырып, йәшерәктәр йәйәү ауыл осондағы ҡайынлыҡҡа тиклем сығалар ҙа, шунда гармун уйнап, йырлап-бейеп, хәйер-фатихаларын биреп, оҙатып ҡалалар ине. Унан ҡалһа, ҡағыҙ аҡсаға теләк һүҙҙәре яҙып, берәй һауыт-шешә эсенә тығалар ҙа әрмегә юлланыусы егеттең кесерәк ҡустыһымы, дуҫымы шул һауытты ҡайын ағасының иң осона менеп, ботаҡҡа кейҙереп ҡуя ине. Ҡышҡы бурандарҙа, был һауыттар осоп та төшкәне була, ә ҡайһыларыныҡы һалдаттар әйләнеп ҡайтҡансы көтә ине.
Ҡустым да, ғаилә традицияһын боҙманы: 18 йәше тулғайны, үҙе һорап армияға китте. Уҡыуыңды тамамла, армия ҡасмаҫ, тигән өгөтләүҙәр ҙә файҙа бирмәне. Тыуған ил алдындағы ирлек бурысын теүәл 2 йыл үтәп ҡайтты.
Тормош иптәшемә килгәндә лә, ҡулына повестка алыу менән ауылға ҡайтып әйләнгән дә, кире эшләгән ҡалаһына барып, атай-әсәйенә бер һүҙ өндәшмәй киткән дә барған. Үҙенсә хафаламаҫҡа теләгәндер инде.
Шулай. Ниңә яҙам һуң мин быларҙы. Хәҙер бит егеттәрҙең армияға барып ҡайтҡанын белмәй ҙә, һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Унан ҡалһа, элекке замандарҙағы һымаҡ һалдат булыу теләге ни ҡәҙәр көслө икән әлеге быуында?Улай ғына ла түгел, бөгөн һалдат абруйы юғалды түгелме? Егетлек мәктәбен үтеүселәр өлгөһө, илһөйәрлек рухы һүнеп барғандай... Ҡыҫҡаһы: барһаң үҙең өсөн, бармаһаң да үҙеңдән ҡала, буғай.
Әйткәндәй, Бөрйән районы буйынса хәрби комиссариатының әйҙәүсе белгесе Флүзә Рәйес ҡыҙы Ҡаһарманова биргән мәғлүмәттәргә күҙ һалайыҡ. Статистика 2016 йылда 108, 2017 йылда 84, 2018 йылда 91, 2019 йылда 87 егет әрме сафына оҙатылыуын күрһәтә. Килтерелгән һандарҙан йылдан йыл әрмегә барыусы егеттәрҙең аҙая барыуын күрәбеҙ, был инде үҙ сиратында тыуымдың кәмеүен һөйләй. Ә инде 2017 йылда район буйынса 17 йәше тулған 136 егет хәрби саҡырылыусылар иҫәбенә алынһа, шуларҙың 114-е хеҙмәткә яраҡлы тип табылған, был дөйөм һандың 83 процентын тәшкил итә. Ошондай сағыштырыуҙарҙы 2018 йылда ҡараһаҡ, 142 егеттең 88-е, шул иҫәптән 62 проценты ғына тулыһынса һау-сәләмәт. 2019 йылда был һандар тағы ла кәмей төшә: иҫәпкә алынған 134 егеттең 76-һы, йәғни бары тик 57 проценты бөтә яҡлап та хәрби хеҙмәткә яраҡлы тип табылған. Бына шулай Ватанды һаҡлаусылар мәктәбе сафының кәмеүенә демография түбәнәйеүе, йәштәр сәләмәтлеге насарайыуы, әрме абруйы төшөүе һәм патриотик рухтың юғала барыуы төп сәбәптәр булып тора, ахыры.
ДИНАРА ЯҠШЫБАЕВА-ҠОТЛОБАЕВА.
Читайте нас: