Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
23 Февраль 2020, 20:15

Республика Башлығы ветеран янында

Бөйөк Ватан һуғышының тамамланыуына тиҙҙән – 75 йыл. Әллә күпме ваҡыт үтһә лә, уның шаңдауы әле һаман онотолмай. Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлы, яугирҙәрҙең батырлыҡтары бөгөн дә күңелдә сикһеҙ һоҡланыу уята һәм был тарихи мәлдәр быуын сылбырҙары буйлап аманат итеп тапшырыла. Бына ошо Бөйөк Еңеүҙе килтергән батырҙарҙың үҙенең ғүмерен аямай, фашистарға яуыз уй-ниәттәрен тормошҡа ашырыуға юл ҡуймауы һөҙөмтәһендә бөгөн беҙ йәшәйбеҙ, киләсәккә пландар ҡорабыҙ, эшләйбеҙ һәм уҡыйбыҙ.

Бөйөк Ватан һуғышының тамамланыуына тиҙҙән – 75 йыл. Әллә күпме ваҡыт үтһә лә, уның шаңдауы әле һаман онотолмай. Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлы, яугирҙәрҙең батырлыҡтары бөгөн дә күңелдә сикһеҙ һоҡланыу уята һәм был тарихи мәлдәр быуын сылбырҙары буйлап аманат итеп тапшырыла. Бына ошо Бөйөк Еңеүҙе килтергән батырҙарҙың үҙенең ғүмерен аямай, фашистарға яуыз уй-ниәттәрен тормошҡа ашырыуға юл ҡуймауы һөҙөмтәһендә бөгөн беҙ йәшәйбеҙ, киләсәккә пландар ҡорабыҙ, эшләйбеҙ һәм уҡыйбыҙ.
Бәхеткә күрә, ошо сикһеҙ рәхмәт тойғоларыбыҙҙы әйтерлек ветерандарыбыҙ бар әле. Мәҫәлән, Ғабдулхай Әхәт улы Зарипов – тере легенда. Ул – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының иҫән булған икенсе ветеран. Уға бөгөн, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерә алыуыбыҙ менән сикһеҙ бәхетлебеҙ. Уға бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров хәрби госпиталдә Шайморатов орденын тапшырҙы.
Фронтҡа Ғабдулхай Зарипов 18 йәше тулмаҫ уҡ үҙ теләге менән киткән. Мишкә районының Татырбай ауылы егете 1941 йылдың 1 авгусында һауа-десант отрядына яҙылған. Башҡортостандан ике бригада кеше йыйылған унда. Мишкә районынан Әхәт Зарипов менән бергә 16 ир-егет булған. Тик уларҙан Әхәт Ғабдулхай улына ғына тыуған яҡтарына ҡайтырға насип иткән.
Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылдың ноябре башында егет Мәскәүгә, Внуков аэропорты яғына йүнәлтелгән. Унда ул парашюттан һикерергә өйрәнгән, уҡыуҙар үткән. Мишкә егете десант полкында разведчик булып хеҙмәт иткән. Төндәрен отряд яугирҙәре менән бергә Наро-Фоминск шоссеһында патрулдә торған. Мәскәү эргәһендә фашист ғәскәрҙәре ҡыйратылғас, унда яугир 1942 йылдың июленә тиклем ҡалдырылған. Ошо уҡ йылда ошо һауа-десант дивизияһының исеме 41-се Гвардия уҡсылар дивизияһы тип үҙгәртелгән. Уның составында Ғабдулхай Зарипов Сталинград эргәһендәге яуҙарҙа ҡатнашҡан һәм ҡаты яраланған. Разведка рейдына киткән 28 яугирҙән торған отряд фашистарҙың минометтан атыуына эләккән. Ни бары һигеҙ кеше заданиенан кире әйләнеп ҡайтҡан.
Госпиталдән һуң 1943 йылда Ғабдулхай Зарипов 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының запастағы полкына теркәтелгән. Үҙгәртеп ҡоролғандан һуң 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Украина фронтына ебәрелгән. Ғабдулхай Зарипов айырым сапер эскадронына беркетелгән. Дивизия составында Белоруссияны, Польшаны, Варшаваны азат итеүҙә ҡатнашҡан ветеран. Бынан тыш, ул Бранденбургты, Белград, Трептов Каммин, Гюльцов, Плате һәм Берлинды алыуҙа ҡатнашҡан.
Ғабдулхай Әхәт улы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн “Ҡыҙыл Йондоҙ”, II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы, “Ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары менән наградланған. Әйткәндәй, Көнбайыш Бугты алғанда уға беренсе награда – “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы тапшырылған. Уның подразделениеһы дивизияны юғалтыуһыҙ йылға аша сығарырға тейешле понтон күперҙе хеҙмәтләндергән.
Демобилизациянан һуң Ғабдулхай Зарипов Мишкә районының ауыл хужалығы тармағында эшләгән.
Олег Яровиков фотоһы.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: