Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
24 Февраль 2020, 20:00

Азамат Юлдашбаев фекерҙәре. Дауамы ."Сәхнәгә сығыуҙан, йыландан, ҡыҙҙарҙан ҡурҡам..."

Ҡыҙҙар менән мөнәсәбәт бөтөнләй ят булды минең өсөн. Уларҙан уттан ҡурҡҡандай ҡурҡтым. Сәхнәгә сығыуҙан, йыландан, ҡыҙҙарҙан ҡурҡам, тип ғүмер буйы әйтә килдем. Сәхнәне еңдем. Бының өсөн йышыраҡ сәхнәгә сығыу талап ителде.

Сәхнәгә сығыуҙан, йыландан, ҡыҙҙарҙан ҡурҡам...
Ҡыҙҙар менән мөнәсәбәт бөтөнләй ят булды минең өсөн. Уларҙан уттан ҡурҡҡандай ҡурҡтым. Сәхнәгә сығыуҙан, йыландан, ҡыҙҙарҙан ҡурҡам, тип ғүмер буйы әйтә килдем. Сәхнәне еңдем. Бының өсөн йышыраҡ сәхнәгә сығыу талап ителде. Йыландан һаман да ҡурҡам, хатта һүрәтен күрһәм дә тертләп китәм. Ә ҡыҙҙар хаҡында... ҡуй, өндәшеп тормайым (көлә). Әйткәндәй, видеокамеранан да ҡурҡа инем. Уныһын еңеү өсөн телевидениеға эшкә урынлашырға тура килде. Әммә ҡурҡыуҙы еңеү – бер, сәхнәнән, телевидениенан һөйләгән телмәрең өсөн яуаплылыҡ тигән нәмә икенсе төшөнсә. 2002 йылда Өфөгә күсеп килгәндә мин бер кем дә түгел инем. Шуға күрә сығыш яһауы ла еңелерәк булғандыр. Бөгөн мин кемгәлер әйләндем. Юҡ, ниндәйҙер дәрәжә, дан-шөһрәт, маҡтаулы исем, вазифа хаҡында һүҙ йөрөтмәйем. Улары юҡ миндә... Минең бөгөн Азамат тигән исемем бар. Һәм ул миңә яуаплылыҡ һала. Сәхнәгә сығам, телевидение аша сығыш яһайым икән, ана шул Азамат тигән исем өсөн яуаплылыҡ тоям. Ә ул саҡта мин амбициоз йәш кеше инем. Тик был йәш кешегә ҡырҡ йәш ине инде. Һәм уның бер нәмәһе лә юҡ ине: исеме лә, фатиры ла, эше лә... Әммә ул Өфөнө яуларға тип килгәйне...
Ҡыҙҙар тураһында сәғәтләп һөйләшә алам. Ҡыҙҙар менән мөнәсәбәтем, ысынлап та, һәйбәт. Сөнки улар ҡайһы бер егеттәргә ҡарағанда “егетерәк”. Ә ирҙәр ваҡланды бөгөн. Ғәфү итегеҙ, пидорастар күбәйҙе. Оҫтаханаға коляскала Тимур исемле бик шәп, булдыҡлы егет килеп йөрөй. Әүҙем тормош алып бара, күңелсәк, шаян малай. Бер көндө уға, һүҙ араһында, мин һәр ваҡыт пидорастар менән көрәштем, тип хәбәр һалғайным, ул иһә: “Азамат ағай, улар менән көрәшергә кәрәкмәй, шундайҙар күберәк булған һайын беҙҙең ише аяҡһыҙҙарҙың һәйбәт кәләш алырлыҡ мөмкинлеге артасаҡ”, – тип көлә. Ысынлап та, шулай түгелме ни?! Ҡыҙҙарҙың иң төп бәләһе шул – бөгөн кейәүгә сығырлыҡ егеттәр юҡ. Ә бит улар бит бай ҙа, уңышлы ла, матур ҙа ир кәрәк, тимәй. Берҙән-бер талаптары шул: иң мөһиме, ышаныслы булһын.
Читайте нас: