Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
25 Февраль 2020, 20:00

Азамат Юлдашбаев фекерҙәре. Дауамы. Армиянан һуң

армиянан иң һуңғы булып, декабрь аҙағында ғына ҡайтып төштөм. Һәм шунда уҡ уҡырға киттем. Яңынан беренсе курсҡа барҙым. Өҫтөмдә кейемем дә юҡ ине. Шуға ла тәүге мәлдәрҙә хәрби кейемдә йөрөнөм. Ул ваҡытта хәрби кейемгә ҡыҙҙар тарафынан да, уҡытыусылар тарафынан да ихтирам ҙур ине. Билдәле инде, бер ни тиклем ваҡыт әрменән ҡайтыуҙы “йыуып” йөрөлдө. Артабан уҡыуға йәбештем. Һәйбәт өлгәштем.

Армиянан һуң
Эсеп тотолоуым арҡаһында армиянан иң һуңғы булып, декабрь аҙағында ғына ҡайтып төштөм. Һәм шунда уҡ уҡырға киттем. Яңынан беренсе курсҡа барҙым. Өҫтөмдә кейемем дә юҡ ине. Шуға ла тәүге мәлдәрҙә хәрби кейемдә йөрөнөм. Ул ваҡытта хәрби кейемгә ҡыҙҙар тарафынан да, уҡытыусылар тарафынан да ихтирам ҙур ине. Билдәле инде, бер ни тиклем ваҡыт әрменән ҡайтыуҙы “йыуып” йөрөлдө. Артабан уҡыуға йәбештем. Һәйбәт өлгәштем. Уҡытыусылар миңә һәр ваҡыт ниндәйҙер бейеклек һымаҡ ине. Шуға ла уларҙың кимәленә күтәрелергә тырыштым. Был уҡытыусыны еңә аламмы-юҡмы? Улар менән бәхәсләшергә яраттым. Ғөмүмән, һәр саҡ үҙемдән аҡыллы кешеләр менән аралашыуы оҡшаны. Әле лә шулай. Һәм миңә бер ваҡытта ла үҙемде наҙан һанауы оят түгел. Һис ҡасан да лекция яҙманым. Дәрестә тыңлап ултырам, мейемә һеңдереп ултырам, уйлап ултырам, бәхәсләшеп ултырам. Уҡыуы еңел ине. Уҡытыусыларымды яраттым. Шул тиклем күп белә ине улар. Үҙҙәре иҫ киткес юғары зауыҡлылар. Өфө профессорҙары ише йә премия, йә звание артынан сапмайҙар. Институт, студенттар яҙмышы менән генә йәшәйҙәр. Улар менән әле лә бәйләнештәмен. Хатта фән юлынан китергә тигән хыял да бар ине миндә. Бер фәнни конференция мәлендә, сығышымды ишетеп, Өфөгә саҡырыусылар ҙа булды, тик деканат күсергә рөхсәт итмәне. Кадрҙарҙы үҙҙәрендә тәрбиәләп алһындар, һин беҙгә кәрәк, тинеләр.
Күп тапҡыр ғашиҡ булдым. Студент йылдарында ла, уға тиклем дә. Әммә ул ғашиҡлыҡтың күбеһе үҙемдә ҡалды. Тойғоларымды берәүгә лә һиҙҙермәнем. Мин, хыялый, китапты күп уҡығанғамы икән, үҙем ғашиҡ булам да, хыялымда шул ҡыҙ менән етәкләшеп болондар гиҙәм, күбәләктәр ҡыуам, сәскәләр йыйып, уларҙан таждар үрәм. Тик мин ғашиҡ булған ҡыҙҙарҙың береһе лә был хаҡта белмәй.
Армиянан педтың ятағына ҡайттым. Ҡыҙҙар күп. Баш әйләнә. Тестостерон уйнай. Бер көн берәүһен оҙатып ҡараным, икенсе көн икенсеһен, тигәндәй... Беренсе курстан һуң поход мәлендә Ҡуштауҙың башында бер ҡыҙ менән таң ҡаршыланым. Иң ҡыҙығы шул, ул беҙҙең менән бергә уҡыны, төркөмөбөҙҙөң старостаһы ине. Яҙмыштыр инде... Яҙмыш... Икенсе курстан һуң яратышып, риза булып өйләнештек. Һикһән етенсе йылда, өсөнсө курста уҡығанда, ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Аръяғына миңә уҡыуҙы һирәкләтергә тура килде. Сөнки имтихандар тапшырыу ҡатыныма ҡарағанда миңә еңелерәк бирелде. Ә институт тамамлағандан һуң, беҙҙең бөтә уй-ниәттәр шунда ҡалыу ине. Икебеҙ ҙә фән буйынса китергә теләнек. Мин үҙебеҙҙең кафедрала эш башларға тейеш инем. Тик ул системаны аңламаным. Ҡасан башларға, ҡайҙан тотонорға? Йүнәлтмә биргән саҡта уларҙа вакансия ла булмай сыҡты. Һөҙөмтәлә районға ҡайтып киттек. Тормошомдоң ҡалған өлөшө томан эсендәге һымаҡ. Маҡсат та, ниәт тә юҡ, тигәндәй... РОНО етәксеһенә ингәйнем, ҡайҙа барырға теләйһегеҙ, тип һорай. “Ҡайҙа булһа ла. Иң мөһиме, балалар баҡсаһы булған ауыл кәрәк”, –тим. “Һаҡмарға бараһыңмы?” “Барам”. “Мәктәп директоры булып бараһыңмы?” “Барам”. Ризалыҡ биргәндә ул ауылдың ҡайһы тирәлә икәнен дә белмәй инем әле. Ырымбур менән сиктәш булып сыҡты. Яҙмыш менән эксперимент ике йыл дауам итте. Минән мәктәп директоры сыҡҡандырмы-юҡмы... Хәйер, дөрөҫөн әйтәйек, сыҡманы. Сөнки тәжрибә лә, аҡыл да, баҫынҡылыҡ та етмәне. Тормоштоң был өлөшөн пассивҡа әйләндерергә булалыр, моғайын. Шунан баяғы “йәшел йылан” ваҡыты-ваҡыты менән килеп “ҡосаҡлап” ала ине. Алыҫ та китмәй, яҡын да килмәй. 91-се йыл ғариза яҙып, үҙ теләгем менән эштән киттем. Беҙҙең ғаилә өсөн юғалтыуҙар йылы булды ул. Май айы ауыр беҙҙең өсөн. Ун туғыҙынсы май – атайҙың үлгән көнө. Ә 91-се йыл... Егерме бишенсе май һуңғы ҡыңғырауҙан һуң арыу ғына байрам иткәнмен. Таңға ауылдан кемдәрҙер үлгән тигән хәбәр алдым. Телефондан... Элемтә насар, ишетелмәй... Саҡ төшөндөм, баяғыларҙың береһе һылыуым тигән кеүектәр. Икенсеһе әсәйемдер, моғайын, тип уйлайым. Һылыуыма бер-бер хәл була ҡалһа, әсәйемдең йөрәге түҙмәгәндер, тип фаразлайым. Әммә был хәлдең дөрөҫлөккә тап килеүенә ышана алмайым, яңылышлыҡ ҡыналыр тип өмөтләнәм. Ара йыраҡ. Ҡайтып еткәнсә бер ниндәй ҙә асыҡ мәғлүмәт юҡ. Ҡот осҡос хәл: ун туғыҙ йәшлек һылыуым һәм уның менән бергә уҡыған әхирәте һәләк булған. Стәрлетамаҡта институтта өсөнсө курста уҡып йөрөгән сағы ине һылыуымдың. Һуңынан әйберҙәрен барып алғас, халатының кеҫәһенән әсәйемә яҙған хаты килеп сыҡты: “Әсәй, һабантуйға ҡайта алмайым, ошо хатты Рәйфә аша биреп ебәрәм”, – тигән дә бит, хатын ебәреп тормаған, үҙе ҡайтып киткән...
Һылыуҙы ерләгәнде төш һымаҡ ҡына иҫләйем. Ошонан һуң сәйер бер кисереш биләне мине. Ошо тиклем ҡайғынан һуң да кешеләрҙең ҡысҡырып көлә алыуы аптыратты. Ер күсәре әйләнеүҙән туҡтар, тормош башҡаса дауам итмәҫ һымаҡ ине бит. Баҡһаң, дауам итә икән... Шул йылды ауылға күсеп ҡайттыҡ. Һәм күп тә үтмәҫтән тәүге ғаиләм менән айырылыштыҡ. Бөгөн, ғәйеп кемдә, тип һораһалар, мин уны үҙемә аласаҡмын. Хәҙер иҫәп-хисап яһап ултырып булмай. Теләк тә юҡ. Ғәйеп миндә. Шулай яҙғандыр, күрәһең... Әсәй йәл ине. Бер йыл эсендә ике ҡыҙһыҙ тороп ҡалды: беренсенән, Гөлшат һылыуым һәләк булды, икенсенән, ейәнсәре менән айырылырға тура килде. Ҡыҙыма ул саҡта биш йәш тирәһе булғандыр. Аръяғына тормош төрлөсә китте...
Читайте нас: