Ғаилә уйындары – тамашасыны күп йыйған, иң мауыҡтырғыс спорт ярыштарының береһе. Беҙҙең “Умырзая” балалар баҡсаһында ла ғаиләләр ҡатнашлығында “Атай, әсәй, мин – спорт һөйөүсе ғаилә” байрамы ойошторолдо. Унда Бармаҡовтар, Бикташевтар, Ишкилдиндар ғаиләләре көс һынашты.
Бер тынала үтеп китте бик күңелле барған ярыш. Унда ғаиләләр һигеҙ төрлө эстафетала көс, таһыллыҡ, сыҙамлылыҡ буйынса үҙҙәрен һынап ҡараны. “Ҡырғаяҡ”, “Шаян туп”, “Сиңерткә” конкурстарында ҡатнашыусылар үҙҙәренең етеҙлеклектәрен, берҙәмлектәрен күрһәтеп, бер команда икәнлеген иҫбатланы. “Яңғыҙым өйҙә” конкурсында атайҙар бик йылдам эш итеп, кескәйҙәрен ашаттылар, гүзәл заттары өсөн мәрйен теҙҙеләр.
Һынауҙар барышында барлыҡ ғаиләләр ҙә сыҙамлылыҡ, еңеүгә ихтыяр ғына түгел, зирәклек тә күрһәтте. Бөтә ғаиләләр ҙә еңеүгә ынтылып торһа ла, улар көнәркәштәрен дә әүҙем ҡеүәтләп, дәртләндереп, ярҙам итеп торҙо.
Конкурстар араһында кескәй төркөмгә йөрөүселәр атайҙарын ҡотланы: малайҙар – “Яблочко”, ҡыҙҙар “Раз ладошка” бейеүен башҡарҙы.
Ғаиләләр әүҙем ҡатнашҡан өсөн – грамоталар, балалар приздар менән билдәләнде. Шулай ҙа иң ҙур бүләк – атай-әсәйең менән бер булып уйында ҡатнашыу, күңелде үҫтерер ыңғай тәьҫораттар алыу ине.
“Умырзая” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.