Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
26 Февраль 2020, 20:00

Азамат Юлдашбаев фекерҙәре. дауамы. "Мәрйәм Бураҡаевалы тормошом"

Артабан Мәрйәм Бураҡаевалы тормошом башланды. Ейәнсурала гимназия асылды. Әммә тәүге йылда, бисәһен айырған тип, мине унда эшкә алманылар. Һуңынан, район етәкселеге алмашынғас, Мәрйәм апай үҙе саҡырып алды. Яңы мәктәп, яңы коллектив. Рухи күтәренкелек. Эш оҡшай ине. Һуңынан Бураҡаевтар ғаиләһе Өфөгә күсеп китте. Мин директор булып ҡалдым. Тик оҙаҡҡа түгел. Ул саҡтағы эшмәкәрлегемде лә актив тип әйтә алмайым. Шулай ҙа уныһы тәүге директор тәжрибәһенә ҡарағанда уңышлыраҡ булды, шикелле. Ундағы уҡыусылар, уҡытыусылар менән һаман да аралашабыҙ.

Гимназияла уникаль уҡытыу методикаһы ине. Беренсенән, Мәрйәм Бураҡаеваның авторлыҡ программаһы буйынса эшләнек. “Тормош һабаҡтары” башҡа мәктәптәр өсөн уҡыу предметы булһа, беҙҙең өсөн ул бөтә гимназияны үтәнән-үтә һуғарған тәрбиә системаһы ине. Хәҙер шәхси бренд тигән модалы һүҙ бар бит. Бөтә гимназияның эшмәкәрлеге ана шул Мәрйәм апайҙың шәхси бренды менән бәйле ине: уның исеменә, шәхесенә, булмышына, мәктәп эшмәкәрлегендә туранан-тура ҡатнашыуына. Ҡыҙғанысҡа күрә, Мәрйәм апай үҙе унда оҙаҡ эшләмәне. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙын бер кем дә ҡабатлай алмай. Хәҙерге директорҙар ҙа, киләсәктәгеләр ҙә. Эйе, ул, ысынлап та, уникаль мәктәп булырға тейеш ине. Хәҙер шуныһы ҡыуандыра: Мәрйәм Бураҡаеваның “Йәйләү” программаһы ана шул маҡсатты локаль форматта, әммә киңерәк масштабта төрлө ҡатлам уҡыусылар өсөн файҙаланырға мөмкинлек бирә.
Гимназияла эшләгән осорҙа яңынан өйләндем. Улыбыҙ тыуҙы. Мәрйәм апайҙың улы Илгизәргә ихтирам йөҙөнән, улыма уның исемен ҡуштыҡ. Ғөмүмән, тормошомда осраған һәр кемгә оло рәхмәтемде әйтәм. Шуларҙың береһе – Мәрйәм Бураҡаева. Ҡатынымдың тәүге никахынан ҡыҙы бар. Уны үҙ ҡыҙым тип ҡабул иттем. Бөтәһе лә һәйбәт һымаҡ ине. Беренсенән, үҙ ҡойроғоңдо баҫтырып, Иҫәнғолда бер ойошманан икенсе ойошмаға күсеп йөрөүҙең мәғәнәһен күрмәнем. Икенсенән, баяғы йәшел йылан һаман да ҡосаҡлап-ҡосаҡлап алды. Һуңғы йылдарҙа бигерәк тә йыш осраша инек. Тәүҙә кешенән йәшенеп кенә осрашһаҡ, аҙаҡтан асыҡтан-асыҡ осрашыуҙан да тартынманыҡ. Ана шундай хәлдәрҙең береһенән һуң, ҡапыл айнып, Өфөгә китергә булдым. Мөҙҙәте еткән булғандыр, күрәһең. Уға тиклем нисәмә йыл әҙерләнеп тә ҡәтғи ҡарарға килә алмай йөрөгәйнем. Әле иһә һис ниндәй әҙерлекһеҙ сыҡтым да киттем. Ғаиләм Иҫәнғолда тороп ҡалды. Илфат ҡустыға рәхмәт, тәүге ваҡытта үҙендә йәшәтте. Унан – Ғилманға, Ғилман аша Мөниргә сыҡтыҡ.
Читайте нас: