Хәйерле кис, төркөмдәштәр!
Февраль бәйгеһе тамамланыуға бара. Һорауҙар һеҙгә нисек булғандыр, беҙгә яуаптар оҡшаны. Айырыуса төркөмдәшебеҙҙең “Үҙе йәнһеҙ, унһыҙ донъя йәмһеҙ” тигән йомағына Зөлфәр Дәүләтшиндың яуабы күңелдәребеҙгә һары май булып яғылды, “Ейәнсура таңдары” тигән ул! Рәхмәт, төркөмдәш!
Әле бәйгеселәребеҙҙең мәрәйҙәрен иҫәпләп ҡараныҡ та, башҡаларҙы шаҡтай артта ҡалдырып, финиш һыҙығына Гөлназ Ҡылысбаева (5,5 мәрәй), Зөлфәр Дәүләтшин, Айна Иманғолова (5-әр мәрәй) яҡынлашыуын күрҙек. Тимәк, артабан бәйге улар араһында дауам итәсәк. Кемгә тәтер икән беҙҙең бүләк?
Яуаптар ғәҙәттәгесә иртәгә 15.00-гә тиклем ҡабул ителә, кис йомғаҡ яһала. Һуңға ҡалынған яуаптар иҫәпләнмәй! Уңыштар һеҙгә!
Кисәге һорауҙың яуабы – сей утын, илаҡ бала, эскән ир.
Дөрөҫ яуап биргән Алсәскә Исхаҡова, Алиса Алембетова, Гөлназ Ҡылысбаева иҫәбенә 1-әр мәрәй яҙыла. АФАРИН!