Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
26 Февраль 2020, 18:00

Теләүселәр – рәхим итегеҙ!

18 февралдә район үҙәк китапханаһында ырғаҡ менән бәйләп өйрәнергә теләүселәр өсөн “Китапхана оҫталары” тип аталған клуб асылды. Уның эше һәм нисек яҙылырға икәнлеге хаҡында сайтта уҡығыҙ.

Һәр кешенең күңеленә ятҡан шөғөлө булырға тейеш. Берәүҙәргә – сәскә үҫтереү, икенселәргә сигеү менән шөғөлләнеү оҡшаһа, кемдәрҙер бәйләм эшен яҡыныраҡ күрә. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙар борон-борондан ҡул эштәренә оҫта булғандар: шәл бәйләү, селтәр сигеү, ҡорама ҡороу... Һуңғы йылдарҙа ла ҡул эштәренә ҙур иғтибар артты.
18 февралдә район үҙәк китапханаһында ырғаҡ менән бәйләп өйрәнергә теләүселәр өсөн “Китапхана оҫталары” тип аталған клуб асылды һәм “Оҫта ҡулдар донъяһы” тип исемләнгән клубтың тәүге осрашыуы үтте. Клубта ҡатнашыусылар ырғаҡ менән бәйләүҙең тарихы менән танышып, бәйләмдәрҙең төрҙәре хаҡында мәғлүмәт алды, схема буйынса бәйләргә өйрәнде. Осрашыу бик фәһемле үтте.
Әлеге ваҡытта, клубҡа уҡыусылар йыйыу дауам итә. Осрашыуҙарҙы айына ике тапҡыр үткәрергә ниәтләйбеҙ. Бәйләп өйрәнергә теләүселәрҙе үҙәк китаптханала көтөп ҡалабыҙ. Теләүселәр шулай уҡ клубтың етексеһенә (https://vk.com/zemfira_abubakirova) яҙыла алалар. Шулай уҡ клубтың төркөмө асылды: https://vk.com/bibliotekarukodelia. “Китапхана оҫталары” клубының ишеге ырғаҡ менән бейләргә теләүселәргә һәр саҡ асыҡ!
Читайте нас: