Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
27 Февраль 2020, 21:00

Ауылым мәҙәктәре

Насибә”Кискеһен өләсәйем шылтырата:– Ҡыҙым, “Насибә”лә һатып алған шәкәремде онотҡанмын, иртән барып алып ҡуй әле… – Күңелемдән генә Иҫәнғол магазиндарын барлап сыҡтым да Нәсимә Баҙарғолованың “21век” магазинын әйтәлер тип ҡуйҙым.– Өләсәй, Нәсимәнең магазинында шәкәр һатылмай...

Ауылым мәҙәктәре
“Насибә”
Кискеһен өләсәйем шылтырата:
– Ҡыҙым, “Насибә”лә һатып алған шәкәремде онотҡанмын, иртән барып алып ҡуй әле… – Күңелемдән генә Иҫәнғол магазиндарын барлап сыҡтым да Нәсимә Баҙарғолованың “21век” магазинын әйтәлер тип ҡуйҙым.
– Өләсәй, Нәсимәнең магазинында шәкәр һатылмай.
– Нәсимәнең түгел, бәләкәй баҙарҙағы “На себя” !
– Ундай магазин юҡ бит.
– Ишегенә яҙылған “На себя” тип, шул магазин! – тип әрләп ҡуйҙы. Баҡтиһәң, ишектәге яҙыуҙы өләсәй магазин атамаһы тип аңлаған икән.
“Алкаш булғас тештәре юҡ инде”
Бер көн ғаилә менән машинала Урта Муйнаҡ ауылына инеп барабыҙ. Өс ир-егет һөйләшеп тора, уларҙың янында – трактор һәм бесән эшләү кәрәк-яраҡтары. Мин атайыма:
– Атай, анау толкачмы ул? – тием.
– Эйе.
– Ә ни эшләп тештәре юҡ?
– Алкаш булғас тештәре юҡ инде, – тип яуап бирҙе атайым, минең нимә һорағанымды ишетмәйерәк ҡалып. Артта ултырған әсәйем көлөп ебәрҙе лә:
– Һинең дә тештәрең юҡ бит, ә ҡыҙың толкач тураһында һорай, – тип атайымдан көлөп ҡуйҙы.
Машиналарҙы бутағанмын
Банктан сыҡтым да барып машинаға ултырҙым, абзыйҙарымды көтәм. Саҡ ҡына ваҡыт үткәс, бер ят ир инеп иҫәнләште лә нимәлер алып кире сыҡты. Мин һаман көтөп ултыра бирәм. Бер ҡатын-ҡыҙ алға инеп ултырҙы, һаулыҡ һорашып ҡуйҙы. Аптыраҡҡа ҡалдым: “Кемдәр былар? Нишәп еңгәйҙең урынына ултырҙы?” тигән уйҙар башта. Ипләп кенә машинаны күҙләй башланым, шул арала теге ир ҙә инеп руль артына ултырҙы. Мин шунда ғына икенсе машинала ултырғанымды аңлап, йәһәт кенә: “Уй, ишеү бер эшем эшләнмәй ҡалған,” – тип сығып тайҙым. ­Абзыйымдың машинаһына оҡшаш булған кеше машинаһында ярты сәғәт ваҡыт үткәргәнмен.
Айгөл Килдебаева.
Читайте нас: