Тормошомдағы иң ҙур авантюра
Мин ғүмерем буйы яҙыштым. Мәктәптә уҡығанда ла шиғырҙар яҙҙым. Көндәлектәр алып бара-бара ла ташлай торғайным. Хыял донъяһында йәшәнем тип әйттем бит әле. Ғөмүмән, минең һәр ваҡыт бер кем белмәгән, үҙем генә гиҙгән хыял илем булды. Кискеһен йоҡларға ятҡас, шул донъялыҡҡа сума торғайным. Ул батшалыҡ үҙгәреп тора: мөхит тә, персонаждар ҙа, героинялар ҙа, ҡылған батырлыҡтарым да... Әкиәткә ышанмай башланыммы икән, ҡыҙғанысҡа күрә, һуңғы бер-ике йылда ниңәлер шул батшалыҡ ташлап китте мине. Һиҙәм, мәңгелеккәлер.
...Яҙыша, дөрөҫөрәге, уйлап сығара инем. Мин, ғөмүмән, шиғыр менән һөйләшә торғайным. Институтта уҡығанда “Ашҡаҙар” ижади берекмәһенең етәксеһе лә булдым. Артабан, Рәми Ғарипов менән Мостай Кәримгә “үпкәләнем” дә, ижад итеп ыҙаламаҫҡа булдым. Сөнки бер ваҡытта ла улар һымаҡ шедеврҙар тыуҙыра алмаҫымды белә инем. 2002 йылда Өфөгә күскәс, тормошомдоң Ғилманлы этабы башланды. Мине ҡурсалаусы ла, унда-бында йөрөтөүсе лә, дәртләндереүсе лә, юхалаусы ла ул булды. Бер мәлде ниндәйҙер ғиллә менән бер-ике шиғырымды күреп ҡалып уҡып ҡараған да: “Шәп бит, ә! Әйҙә, яҙып бир”, – тип ныҡышты. Башымда йөрөгән, ҡасандыр уйлап сығарған шиғырҙарҙы ҡағыҙға күсереп, уға тотторҙом. Шунан һуң Ғилман дуҫ был яҙмаларҙы “Йәшлек”тә эшләп йөрөгән бик шәп журналист Мөнир Ҡунафинға алып барҙы.
“Былар шиғыр түгел. Әммә шәп”, – тип, Мөнир “ҡыйыш-мыйыш яҙмалар” тигәнерәк исем аҫтында “Йәшлек”тә шиғырҙарымды баҫтырып сығарҙы. Бына бит Хоҙайҙың хикмәте! Уларҙың шул тиклем бәрәкәтле сығырын кем белгән инде?! Бер ерҙә лә эш таба алмай йөҙәгән сағымда әлеге шул Ғилман менән Мөнир “Йәшлек”кә эшкә урынлашырға күндерҙе. Ул саҡта гәзиттә Сәлмән Ярмуллин баш мөхәррир ине. Тормошомдағы иң ҙур авантюра шул булғандыр. Кабинет, өҫтәл менән ултырғыс биреп ҡуйҙылар, ҡулға ҡағыҙ менән ручка тотторҙолар. “Нимә эшләргә?” “ Мәҡәлә яҙырға” . “Нисек яҙырға һуң уны? Минең, ҡырҡ йәшемә етеп, бер тапҡыр ҙа журналист булып ҡарағаным юҡ та баһа!” Яҙам да ташлайым, яҙам да ташлайым. Бер мәлде янымдағы сүп кәрзине тулып китте. Компьютер биргәйнеләр, һин дә мин яҙышып алдым да киттем. Баҡтиһәң, миндә компьютер фекерләүе икән. Шул осорҙа Бабич хаҡында мәҡәлә яҙғайным. Бөтәһе лә маҡтай, әммә бер гәзит тә баҫмай. “Азамат, һин Яҙыусылар союзына Бикбайға бар, был уның сабынлығы”, – тине әлеге шул һүҙгә маһир Мөнир дуҫ. Яҙыусылар союзын эҙләп киттем. Барһам, хужа кеше урынында ултыра. Ишекте туҡылдатып индем дә: “Рауил Төхвәтович, һеҙҙең сабынлыҡҡа килдем әле бына. Бабич тураһында мәҡәлә яҙғайным”, – тим. “Ҡалдыр”, – тине рәйес әллә ни илтифат итмәй генә. “Фамилияң нисек?” “Юлдашбаев”. “Исемең?” “Азамат”. Шунан кабинет хужаһы йәнләнеп китеп: “Йәшлек” тә һинең шиғырҙарың сыҡтымы”, – ти тип һорап ҡуйҙы. “Эйе”, – тим. Рауил ағай тормошом менән ҡыҙыҡһына башланы. Ҡайҙа йәшәүемде, кем булып эшләүемде белеште. “Йәшәр урыным юҡ, ғаиләм әлегә ауылда”, – тинем. Ғүмеремдә тәү күргән ошо кеше, һинең бит фатир өсөн түләргә аҡсаң етмәй тип, ятаҡтан бүлмә юллап бирҙе. Үҙе янына эшкә саҡырҙы. Баяғы Ғилманлы, Мөнирле тормошом Бикбайлы тормошҡа күсте. Уныһы оҙаҡ дауам итте. Был хаҡта мемуар яҙыу яҡшы булыр ине. Әммә яҙмышымда иң оло рәхмәтем тап Рауил Төхвәт улына тейеш!
Әҙәбиәт – үҙ-үҙеңде алдау ул. Бөгөн халыҡ ҡыҫҡа ғына постан башҡа бер нәмә лә уҡымай.
Спектакль дә – үҙ-үҙеңде алдау. Секталар нисек йәшәгәнен беләһегеҙме? Әгәр ҙә ул һәр бер кешене айырым-айырым ҡабул итеп, айырым-айырым һөйләшә торған ойошма булһа, унда бер кем дә бармаҫ мне. Улар бер нисә кешене йыя ла, массалы психология ойоштора. Шуның ише, спектаклде лә берәү ҙә яңғыҙы ғына ултырып ҡарамаҫ ине. Береһе ҡул сапҡас, икенсеһе ҡушыла. Ҡыҫҡаһы, бында ла баяғы массалы психология башлана. Шуға ла үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Был донъяла Аллаһы Тәғәлә һәм уға илткән юл ғына бар.
Әҙәбиәт бөтмәсәйәк. Әммә элекке һымаҡ ҡырылып ятып уҡыу булмаясаҡ. Шулай ҙа үтә аҡыллы кешеләр өсөн ниндәйҙер элитар шөғөл булып ҡалыуы ихтимал. Унан һуң, кем белә, ваҡиғалар нисек үҫешә бит әле? Бәлки, донъя һуғышы башланыр ҙа, глобаль селтәр юҡҡа сығыр. Шул ваҡытта инде кеше ҡабат китап, гәзит-журнал уҡый башлар. Тик был хәлгә ҡыуанырға булырмы икән?!