Башҡортостан халҡы араһында социаль селтәрҙә финанс флешмобы тарала бара. Ҡулланыусыға "күк зона"лағы кешенең картаһына 2400 һум күсерергә тәҡдим ителә. "Аҡса күсеү менән һеҙ "ҡыҙыл һары зона"ға шылаһығыҙ. Был зона һигеҙ кеше менән тулһа, "күк зона"лағы кеше 19200 һум алып, уйындан сыға", - тиелә. Уйынға ингән кеше тағы ла ике һыҙат - һары һәм йәшел төҫтәрҙе үтергә тейеш. Шунан ғына "күк зона"ға эләгә һәм "буштан" ғына 19 мең һум аҡса ала.