Сарала белем биреү процесының төрлө йүнәлештәре буйынса фекер алышыу майҙансыҡтары эшләйәсәк. Мәҫәлән, бер төрлө мәктәп формалары булдырыу, мәктәп уҡыусылары араһында ла диспансерлаштырыу үткәреү, балалар стоматологияһын булдырыу, мәктәптәрҙә туҡланыуҙы яҡшыртыу, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу һәм башҡа мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙар буласаҡ.
Форум Рәсәй Президентының май указдарына ярашлы, “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Йыйында мәктәп директорҙары, урындағы үҙидара органдары етәкселәре, башҡарма власть органдары вәкилдәре, ата-әсәләр ҡатнашлығында 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашасаҡ.