Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
28 Февраль 2020, 21:00

Ауылым мәҙәктәре. Хәсән Ҡаҙаҡбаев

Колхоз фермаларының гөрләп торған сағы. Һәр бер литр һөт өсөн көрәш барған осор. Шул ваҡыттарҙа һауынсы булып эшләгән өлкән генә бер апай үҙе менән булған ҡыҙыҡ хәлде һөйләгәйне. Һеҙгә лә ҡыҙыҡ булһын әле, тип гәзиткә яҙырға булдым. Бына уның һөйләгәндәре:

“Корова вот так”
Колхоз фермаларының гөрләп торған сағы. Һәр бер литр һөт өсөн көрәш барған осор. Шул ваҡыттарҙа һауынсы булып эшләгән өлкән генә бер апай үҙе менән булған ҡыҙыҡ хәлде һөйләгәйне. Һеҙгә лә ҡыҙыҡ булһын әле, тип гәзиткә яҙырға булдым. Бына уның һөйләгәндәре:
“Һыйырҙарҙы ҡул менән һауа инек, һарайҙар ҡараңғы, кәрәсин фонарҙары ғына яна. 12 литрлы күнәкте тултырып һауҙым да, проходҡа ултыртып ҡуйҙым. Икенсе күнәкте һауырға ултырғайным ғына, бер һауынсының һыйыры сынйырҙан ысҡынған да, һарай буйлап елдереп йөрөй башланы. Күп тә үтмәне, минең янға килеп, туп-тулы һөтлө күнәкте тибеп ауҙарып китте.
Икенсе көндө иртәнге һауында шул 12 литрлы күнәкте тултырып һауҙым да тағы проходҡа ултыртып ҡуйҙым. Бер ваҡыт һарайға колхоз парторгы килеп инде лә минең эргәмә килеп: “Апай, почему у тебя вчера надой на 12 литров меньше было?” – тип һорай (Ул урыҫ милләтенән ине). Мин һауып ултырам, ул һаман ныҡыша: “Почему меньше, а?” Ә мин русса йүнле белмәгәс: “Кисә һөтлө күнәгемде әллә кемдең һыйыры тибеп ауҙарҙы”, – тип әйтә алмайым да ҡуям. Ул һаман ныҡыша. Асыуым килеп, торҙом да, тулы күнәгемдең эргәһенә барып: “Вчера корова вот так!” – тип күнәкте тибеп осорҙом. Парторгтың күҙҙәре ҙурайып китте лә: “Тьфү!” тип, шарт-шорт баҫып сығып китте. Бөгөн тағы 12 литр һөтөм етмәне. Урыҫса белмәү ғәләмәте…”
“Эше ауыр түгел”
Оҙаҡ йылдар колхозда бригадир булып эшләгән Бикбирҙе ауылынан бер ағай ике аҙнаға һорап, ялға сыҡҡан. Урынына шул уҡ ауылдан өлкән генә бер ағайҙы бригадир итеп ҡуялар. Бер аҙ ваҡыт үткәс, колхоз рәйесе эштәр барышын тикшерергә килә.
Яңы бригадирҙы саҡыртып ала ла: “Һаумы, ағай?! Хәлдәр нисек? Бригадир булып килештереп буламы?” – тип һорай икән. Уныһы: “Була, була, эше ауыр түгел, йөрөргә була, тик халыҡ эшкә тыңламай, шуныһы ғына ҡыйын”, – тип яуаплаған.
Ул ваҡыттарҙа бригадир эшкә өй һайын йөрөп әйтә торғайны.
“Ат шәп, тот та ултыр инде”
Беҙҙең ауылдан бер бабай данлыҡлы Троицк баҙарына ат һатырға барған. Атының бер генә етешһеҙлеге булған. Һыбай йөрөгәндә – бынамын тигән, етәккә лә йөрөй, теркәүҙә лә ихлас йөрөй. Тик арбаға йәки санаға уртаға екһәң, йөрөмәй тик тора икән.
Бабай һатып алыусы табып, хаҡын килешкәндәр.
Яңы хужаһы ҡыуаныстан арба ла һатып алған.
  • Ат нисек, һәйбәтме? – тип һорай икән яңы хужаһы.
  • Ат бынамын тигән, дилбегәне тот та ултыр инде бына, – ти икән һатыусыһы. Үҙе атты һатып алыусыға тоттторған да тиҙерәк ҡайтыу яғын ҡараған.
  • Яңы хужа атты арбаға еккән, арбаға ултырып алып, дилбегәне ҡаҡҡҡылаһа, ат тик тора, ҡаҡҡҡылаһа ла, ҡыбырламай, ти.
    • Һай, ирең, алдамаған икән, дөрөҫөн әйткән – дилбегәне тот та ултыр инде бына, – тип һөйләнә икән үҙе.
    • Хәсән Ҡаҙаҡбаев.
      Буранғол ауылы.
      Читайте нас: