Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
28 Февраль 2020, 19:00

Ауылым, нур балҡытып йәшә, сәскә ат, мәңге йәш бул!

Ауылым, нур балҡытып йәшә, сәскә ат, мәңге йәш бул!Ошондай девиз аҫтында Үрген ауылында осрашыу байрамы булып үтте. Был күркәм байрамға, илебеҙҙең төрлө тарафтарына таралған ауылдаштарыбыҙ менән бер рәттән, Башҡорт Үргене ауылы мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ла йыйҙы: Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Финат Моратбаҡыев, хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары Тәлғәт Аҡбутин, Марат Мөхәмәтов һ.б. килде.

Ауылым, нур балҡытып йәшә, сәскә ат, мәңге йәш бул!
Ошондай девиз аҫтында Үрген ауылында осрашыу байрамы булып үтте. Был күркәм байрамға, илебеҙҙең төрлө тарафтарына таралған ауылдаштарыбыҙ менән бер рәттән, Башҡорт Үргене ауылы мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ла йыйҙы: Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Финат Моратбаҡыев, хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары Тәлғәт Аҡбутин, Марат Мөхәмәтов һ.б. килде. Һәр байрам ҡунаҡтар менән йәмле, «ҡунаҡ ҡайҙа, ҡот шунда» тигән борон ата-бабаларыбыҙ ҙа. Килгән ҡунаҡтар байрамдың хужаһы ла, йәме лә булды. Дәмин Марат улы һәм Тәлғәт Буранбай улы Үрген халҡының татыу, берҙәм булыуын, «Айыҡ ауыл» конкурсына ҡушылып, бик күп эштәр башҡарыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, үргендәр ошо әүҙемлектәрен ташламаһа – уңыш юлдаш булыр, тип белдерҙе. Финат Насип улы «Айыҡ ауыл» конкурсы ысын мәғәнәһендә ҡағыҙҙа ғына түгел, ә ысынбарлыҡта ең һыҙғанып башҡарылған эштәрҙе, бик күп сараларҙы үҙ эсенә алыуына һоҡланыуын йәшермәне. Финат Моратбаҡыев Үрген урта мәктәбенең китапханаһына бер нисә дана китап бүләк итте.
Ауыл халҡы ла ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алып, үҙҙәренең йыр-бейеүҙәрен башҡарҙы. Байрам тантанаһы «Ялташ» ҡыҙҙары бейеүе менән башланһа, ауылыбыҙҙың уңған да, дәртле лә өлгөлө ғаилә башлығы, өс балаға абруйлы атай – Алмас Искәнйәров «Аҡ ҡылған» йырын ҡунаҡтарға бағышланы.
Артабан һүҙ Яңы Петровка ауыл биләмәһе башлығы Илфат Аҡсуринға бирелде. Ул ауылдың йәшәйешенә, Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына ярашлы башҡарылған эштәргә туҡталды. Ауыл тормошонда әүҙем булған ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советтарына, Ағинәйҙәр ойошмаһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, күптән түгел генә төҙөлгән ирҙәр ҡороноң эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.
«Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыу һөҙөмтәләре, бай, йөкмәткеле презентация-отчет менән Фәрзәнә Аҡсурина таныштырҙы. Башҡорт Үргенендә ауылдаштарҙы айыҡ тормошҡа әйҙәү, йәмғиәттә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында «Һеҙгә әйтер һүҙем бар!» тип исемләнгән шиғыр һөйләү буйынса флешмоб ойошторолдо һәм 14 ауылдашыбыҙ яттан шиғыр һөйләгәйне. Форсаттан файҙаланып, килгән ҡунаҡтарға Таңһылыу Янбаева менән Рәсимә Аҙнабаева шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙе.
Үрген ауылында элек-электән татыу, егәрле халыҡ йәшәй. Шуға ла “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға бөтә ауыл халҡы дәррәү күтәрелде, әүҙем ҡатнашып, ауылда үткән бөтә сараларҙа ла һынатманы! Улар «Бөркөттәр оя ташламай!» тип ауылда төпләнеп, балалар үҫтерә, күпләп мал тота, картуф сәсә, баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай. Архив документтары буйынса, Үрген халҡы эшлекле, белемле, егәрле булған, шуға күрә мул тормошта йәшәгән. Ауылыбыҙ бай тарихы, иҫ киткес хозур тәбиғәте, күңеле бай халҡы менән дан тота. Шулай уҡ арҙаҡлы шәхестәребеҙ ҙә бихисап. Үрген –мәшһүр сәсәнебеҙ, даны Урта Азияға һәм ҡаҙаҡ далаларына тиклем барып еткән Ерәнсә сәсән ауылы ул. Ерәнсәнең хәләл ефете – әүлиә һәм ил инәһе Бәндәбикә килен булып төшкән ер ҙә, шулай уҡ исеме мосолман донъяһында киң билдәле дин әһеле Әхмәтбаҡый хәҙрәт Аҡъюлов тыуған ер.
Үргендән күп һоҡланғыс кешеләр сыҡҡан. Октябрь революцияһына тиклем бында ике мәсет һәм мәҙрәсә эшләп, уларҙа күренекле дин әһелдәре һәм мөғәллимдәр Абдуллин Сәләхетдин ахун хәҙрәт менән Аҡъюлов Әхмәтбаҡый хажи хәҙрәт хеҙмәт итә. 1921 йылда башланғыс мәктәп асылып, 1932 йылда ете йыллыҡ, 1947 йылда урта мәктәп итеп үҙгәртелә. 1960 йылға тиклем унда Ейәнсура һәм күрше Күгәрсен райондарының 38 ауылынан балалар белем ала. Мәктәпте тамамлаусылар араһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллин, фән докторҙары, профессорҙар Мөхтәр Әхтәмов, Ибраһим Рәхмәтуллин, Марат Ҡолшәрипов, Хәҙисә Солтанбаева. Әйткәндәй, Хәҙисә Вәли ҡыҙы – Ейәнсура районынан сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе фән докторы. Ул БДУ профессоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһендә маҡтаулы хеҙмәткәре. Шулай уҡ егерменән ашыу фән кандидаты, художестволы әҫәрҙәре, мәҡәләләре менән танылған Исмәғил Аҡъюлов бар. Ул БДУ-ны тамамлағас, ғүмер буйы Кумертау ҡалаһының Маяҡ ҡасабаһында уҡытыусы булып эшләй. Исмәғил Исхаҡ улы республиканың гәзит-журналдарында баҫылған фәһемле хикәйәләре менән киң билдәле. Етмеш йәше тулғас, ул ҙур күләмле әҙәби әҫәрҙәр яҙырға тотона һәм 2011 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Ер йылыһы» исемле повесын баҫтырып сығара. 2016 йылда «Саҡрым-саҡрым ғүмер юлдары...» тигән повесы ҙур дана менән донъя күрҙе. Өсөнсөһөн әҙерләй. Юғарыла һанап кителгәндәр араһында йәштәребеҙҙең дә булыуы һөйөндөрә. Мәҫәлән, Илшат Янбаев, ул байтаҡ йылдар БДУ-ла декан урынбаҫары йөгөн тарта, филология фәндәре кандидаты, доцент вазифаһында докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләй. Тарих фәндәре кандидаты, доцент Азамат Аҡъюлов. Ул Рәсәй, Башҡортостан тарихы буйынса 50-нән ашыу фәнни мәҡәләләр авторы. «Башҡортостан» гәзитенең мәғариф һәм тәрбиә бүлеге мөдире Илдар Аҡъюловтың да ҡәләме осло, ауылдаштары ул ижад иткән хикәйәләрҙе уҡып, ижадына оло өмөт бағлай.
Һәр ауыл үҙенең арҙаҡлы шәхестәре менән данлы. «Осрашып, күрешеү – үҙе бер ғүмер», – тип ойоштороу комитеты осрашыу байрамына һәр береһен ихлас саҡырҙы, тик бик күп шәхестәребеҙ төрлө мәшәҡәттәр менән ҡайта алманылар, ә бына Үрген урта мәктәбендә 37 йыл директор булып эшләгән, Үргендең тарихына һәм шәхестәренә бәйле күп мәҡәләләр авторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы, ауылыбыҙҙың почетлы гражданы Юлай Вәли улы Солтанбаев, Әбйәлилдән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Кәрим Лотфулла улы Аҡсурин һәм тарих фәндәре кандидаты, БДУ доценты Азамат Сөләймән улы Аҡъюлов ҡайтты. Йәнле аралашыу Үрген мәҙәниәт йорто үҙешмәкәр коллективтарының сағыу сығыштары менән аралашып барҙы.
Тамырҙарын барлаған, туғандарын һанлаған, тыуған ауылының мәртәбәһен күтәргән төрлө тарафтарҙа йәшәгән ауылдаштары, туғандары менән тығыҙ бәйләнештә үргендәр. Ауыл йыйылыштарында хәл итеп, ауыл халҡы ППМИ-ға ярашлы ниндәй генә эшкә тотонһа ла, төрлө тарафтарҙа йәшәгән арҙаҡлы шәхестәребеҙ, туғандарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ ярҙамға килә. Улар һәр береһе үҙенең ҡулынан килгән тиклем бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. «Кәңәшле эш – тарҡалмаҫ», тигән ата-бабаларыбыҙ. Ошо йәһәттән «Айыҡ ауыл» район конкурсында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп, республика этабына үткәс, Үрген ауылы халҡы шәхестәргә арнап кисә үткәрергә ниәт итте һәм маҡсаттарына иреште, тип әйтергә була. Ҡояшлы көндәр, аяҙ тыныс күктәр, рух ныҡлығы теләп таралышты ауылдаштар. Тормошобоҙҙа ошондай осрашыуҙар күп булһын! Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, һаулыҡта осрашырға яҙһын!
Гөлшат Имелбаева, Башҡорт Үргене ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.
Читайте нас: