Мин – үткәндәрһеҙ кеше тип әйткәнем бар. Сөнки бер ваҡытта ла хәтер менән мауыҡмайым. Фотоальбомдар йә видеояҙмалар ҡарап, үткән тормош тураһында уйланып ултырмайым. Яҙғанымды ла ҡабаттан уҡығаным юҡ. Радио-телевидениелағы сығышымды ла ҡарамайым. Минең үткәнем дә юҡ, киләсәгем дә юҡ. Әммә бөгөнгөм бар.
Бөтәһенән дә уңдым. Юғалтыуҙарымдан да. Әгәр бөгөн, Азамат, мин һиңә шундай мөмкинлек бирәм, артҡа боролоп ҡара ла, үҙгәртергә теләгән әйберҙе үҙгәрт, тиһәләр, барыһын да шул килеш ҡалдырыр инем. Сөнки уларҙың һәр береһе бөгөнгө Азаматты барлыҡҡа килтерҙе. Юғалтыуҙарым, табыштарым, уйланыуҙарым, һыҙланыуҙарым... Минең күпме кисерештәр кисергәнемде, нисә төн һәм нимәләр өсөн илағанымды бер кем дә белмәй. Бөгөн мин бөтәһе өсөн дә шундай образ алғанмын: ҡаты, ҡырыҫ мосафир. Әйҙә, шул килеш ҡалһын. Күңел кисерештәрем, айсбергтың үҙемә билдәле бер өлөшө үҙемдә ҡалһын. Уңдыммы? Эйе, уңдым...
Бер нисә йыл элек Мөнир Ҡунафин, Артур Дәүләтбәковтар менән тәбиғәттә тауыҡ ите, картуф бешереп, сәй ҡайнатып, минең беренсе тапҡыр ҡартатай булыуымды, тәүге ғаиләмдән тыуған Лилиә ҡыҙымдың улы, ейәнемдең донъяға килеүен “йыуғайныҡ”. Йыуғайныҡ тигәнен бында тырнаҡ эсенә алығыҙ. Сөнки 2002 йылдан бирле йәшел йылан менән бөтөнләй осрашҡаным юҡ. Иң мөһиме, мин генә түгел, ул да миңә ҡарата һыуынды. Шуныһы үкенеслерәк: әлегә ул ейәнде бер генә күрергә яҙҙы. Сөнки тәүге ғаиләм менән “ситтән тороп” ҡына аралашабыҙ. Яҙмыш бит. Бөтәһе лә миңә генә лә бәйле түгел. Бәлки миңә генәлер ҙә... Әммә ышанам, килер бер көн, ул минең яратҡан ейәнемә һәм мин уның яратҡан ҡартатайына әүерелербеҙ... Зөлфиә ҡыҙым менән Фидан кейәүемдең ҡыҙҙары бар. Ейәнсәр менән аралашабыҙ, һуғышабыҙ, яратышабыҙ. Балаларыма әллә ни һәйбәт атай була алманым, шуға ла ейәндәремә һәйбәт ҡартатай булырға тип һүҙ биргәнмен.
Бөгөн, нигеҙҙә, бизнесҡа ҡағылышлы китаптар уҡыйым. Генри Фордтың “Минең тормошом, минең ҡаҙаныштарым” тигән китабын барыһына ла тәҡдим итәм. Ә дөйөм алғанда, Бабичтың “Ғазазил”ын йылына бер тапҡыр булһа ла уҡырға тыршам. Ундағы аҡыл, ундағы зиһен!.. “Урал батыр”ҙы уҡыған һайын яңы мәғәнә табам. Достоевскийҙы ҡабат-ҡабат ҡулға алам. Мостайҙы ла асырға ла асырға әле... Шулай ҙа Экзюпериҙың “Бәләкәй принц”ы минең өсөн донъялағы иң һәйбәт, иң аҡыллы китап булып ҡалыуын дауам итә.